2011 йылғы ҡышҡы Азия уйындары

2011 йылғы ҡышҡы Азия уйындары
Розыгрыш какого турнира Зимние Азиатские игры
Рәсем
Спорт төрө бег на коньках на классической 400 м дорожке, Тау саңғыһы спорты, туп менән хоккей, Биатлон, саңғы уҙыштары, Фигуралы шыуыу, фристайл, Шайбалы хоккей, шорт-трек, Трамплиндан саңғыла һикереү һәм лыжное ориентирование
Девиз тексы Мақсаты бірдің - рухы бір
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы
Урын Астана һәм Алматы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Зимние Азиатские игры 2017
Номер издания 7
Ваҡиға ваҡыты 2011
Башланыу датаһы 30 ғинуар 2011
Тамамланыу датаһы 6 февраль 2011
Кем официально открыт Назарбаев Нурсолтан Әбеш улы
Ҡатнашыусылар Иордания на зимних Азиатских играх 2011, Катар на зимних Азиатских играх 2011, Япония на зимних Азиатских играх 2011, Сингапур на зимних Азиатских играх 2011, Непал на зимних Азиатских играх 2011, Ливан на зимних Азиатских играх 2011, Малайзия на зимних Азиатских играх 2011, Индия на зимних Азиатских играх 2011 һәм Philippines at the 2011 Asian Winter Games
Ҡатнашыусылар һаны 843
Дата официального закрытия 6 февраль 2011
 2011 йылғы ҡышҡы Азия уйындары Викимилектә

7-се Ҡышҡы Азия уйындары Астанала һәм Алматыла (Ҡаҙағстан) 2011 йылдың ғинуар — февраль айҙарында үтә. Алматы Күвейттә 2006 йылдың 5 ғинуарында һайлап алына, 2007 йылдың 29 октябрендә ярыштың бер өлөшө Алматынан Астанаға күсерелә.

Ғариза

2007 йылдың 29 октябрендә Азия олимпия советының сираттағы сессияһында Ҡаҙағстандың үтенесе ҡәнәғәтләндерелә. Унда ҡатнашыусылар 2011 йылғы Азия уйындарының географияһын киңәйтеүҙе хуплай.

Был ҡарарға ярашлы, уйындарҙы асыу тантанаһы Астанала, ә ябыу тантанаһы Алматыла Балуан Шолак исемендәге Спорт һарайында үтә. 30 ғинуарҙа Астана ҡалаһының ябыҡ футбол стадионында уйындарҙы асыу тантанаһы үтә. Баш ҡалала боҙҙа фигуралы шыуыу, ир-егеттәр хоккейы, конькиҙа тиҙлеккә йүгереү һәм шорт-трек ярыштары үткәрелә. Алматыла «ҡар» дисциплиналары: саңғыла уҙышыу, тау саңғыһы, саңғыла һикереү, биатлон, саңғыла спорт ориентирлашыуы ҡала. Шулай уҡ туп менән хоккей (бенди) һәм ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы үткәрелә.

Финанслау һәм ойоштороу

2011 йылғы Ҡышҡы Азия уйындарын үткәреүгә сығымдарҙың дөйөм хаҡы 1,682 миллиард доллар тәшкил итә. Шуларҙың 1,4 миллиарды спорт һәм башҡа инфраструктураны төҙөүгә/үҙгәртеп ҡороуға тотонола. Уйындарҙы ойоштороуға 282 миллион доллар сарыф ителә.

Спорт объекттары

Ҡала Спорт аренаһы Спорт төрҙәре Тамашасылар һыйышлығы
Астана Астана Арена Асыу тантанаһы 30 000
«Алау» Боҙ һарайы Конькиҙа йүгереү спорты 8 773
«Ҡаҙағстан» Спорт һарайы Хоккей (ирҙәр) 5 050
Ҡаҙағстан велотрегы Шорт-трек, фигуралы шыуыу 8 000
Алматы Балуан Шолак исемендәге Спорт һарайы Хоккей (ҡатын-ҡыҙҙар), ябыу тантанаһы 3 725
Медеу Туплы хоккей 8 100
Халыҡ-ара трамплиндан һикереү комплексы Трамплиндан саңғыла һикереү 5 200
«Шимбулак» тау базаһы Тау саңғыһы спорты 3000
Алматы өлкәһе Алатау саңғы-биатлон стадионы Биатлон, Саңғы спорты, саңғыла ориентирлашыу 3100
Табаган спорт-күңел асыу комплексы Фристайл 2 250

Символикаһы

Файл:IrbiLogo.jpg
Ирби — 7-се Ҡышҡы Азия уйындары талисманы

Алматыла Һәм Астанала Ҡышҡы Азия уйындарының символы итеп барыс балаһы Ирби раҫлана. Уйындар ваҡытында сувенир сифатында статуэткалар һатыуға сыға. Символ күп кенә реклама стендтарында һәм спорт инвентарында урын ала.

Уйындар уты эстафетаһы

Спорт саралары алдынан ҡышҡы Азия уйындары тарихында тәүге тапҡыр олимпия факелы эстафетаһы үтә, ул 20 көн эсендә Ҡаҙағстандың бөтә төбәктәре аша меңдән ашыу факел йөрөтөүсе ҡатнашлығында үтә. Ерулан Канапьянов эстафета өсөн махсус рәүештә факел эстафетаһы гимны яҙа. Текстың авторы — йырсы Шомишбай Сариев. Гимнды Ҡаҙағстандың халыҡ артистары Роза Рымбаева һәм Әлибәк Денишев башҡара.

Инфраструктура

Алматы аэропортын яңыртыу 2008 йылдың декабренә тамамлана.

Иҫтәлекле аҡсалар

Реверс памятной банкноты
Иҫтәлекле банкнотаның реверсы

2011 йылдың 17 ғинуарында Ҡаҙағстан Милли банкы 20 миллион дана тиражлы иҫтәлекле көмөш тәңкә сығара, улар Ҡаҙағстанда VII Ҡышҡы Азия уйындарына арнала.

Календарь

Асыу тантанаһы Ярыштар Ярыштар Финалы Күрһәтмә сығыштары Ябыу тантанаһы
Ғинуар/Февраль 28 29 30 31 1 2 3 4 5 6 Миҙалдар
йома шәмбе йәкшәмбе дүшәмбе шишәмбе шаршамбы кесаҙна йома шәмбе йәкшәмбе
Тантаналар
Биатлон 1 1 1 2 1 1 7
Туп менән Хоккей 1 1
Тау саңғыһы спорты 2 2 2 6
Шайбалы Хоккей 1 1 2
Конькиҙа йүгереү спорты 2 2 2 2 2 2 12
Саңғы ярыштары 2 2 2 2 2 2 12
Саңғыла трамплиндан һикереү 1 1 1 3
Саңғыла ориентирлашыу 2 2 2 2 8
Фигуралы шыуыу 1 3 4
Фристайл 2 2 2 6
Шорт-трек 2 2 4 8
Миҙалдар 14 11 12 7 8 10 7 69
Ғинуар/Февраль 28 29 30 31 1 2 3 4 5 6 Миҙалдар

Спорт төрҙәре

Ҡышҡы Азия уйындары тарихында тәүге тапҡыр туп менән хоккей һәм саңғыла ориентирлашыу буйынса ярыштар үткәрелә. Алдағы Уйындар менән сағыштырғанда кёрлинг һәм сноуборд буйынса ярыштар үткәрелмәй, трамплиндан саңғыла һикереү программаға кире ҡайтарыла. Йәйә эсендә спорт төрҙәре буйынса уйнатылған миҙал комплекттары һаны күрһәтелгән.

Ҡатнашыусы илдәр

Уйындарҙа 26((((илдән спортсы ҡатнаша.

Азиада-2011 алтын миҙалы. Алғы яғы
Азиада-2011 алтын миҙалы. Кире яғы

Миҙал иҫәбе

Ярыштар тамамланғандан һуң миҙал иҫәбе.      Ҡабул итеүсе ил зәңгәр төҫ менән билдәләнгән.

Урын Страна Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 ҠаҙағстанҠаҙағстан 32 21 17 70
2 Япония флагыЯпония 13 24 17 54
3 Корея Республикаһы флагы Корея Республикаһы 13 12 13 38
4 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Ҡытай 11 10 14 35
5 Монголия 0 1 4 5
6 Флаг Ирана Иран 0 1 2 3
7 Ҡырғыҙстан флагы Ҡырғыҙстан 0 0 1 1
7 КНДР КНДР 0 0 1 1
Бөтәһе 69 69 69 207

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Almaty is a Rightful Host of 2011 Asian Winter Games. Дата обращения: 24 ғинуар 2009. Архивировано из оригинала 19 ғинуар 2011 года.
  2. Новости 2009 йыл 28 июнь архивланған.
  3. Закрытие зимних Азиатских игр 2011 года будет проходить в Алматы - президент РК. Kazakhstan Today (13 июль 2010). Дата обращения: 23 декабрь 2010. Архивировано 7 июнь 2012 года. 2012 йыл 25 май архивланған.
  4. Открытие Азиады планируется 30 января на крытом стадионе Астаны | |, Культура | Новости Казахстана. Дата обращения: 25 апрель 2010. 24 ноябрь 2010 года.
  5. Новости 2009 йыл 28 июнь архивланған.
  6. На Азиаду в Алматы потрачено 1,682 миллиарда долларов. Архивировано 8 ғинуар 2017 года.
  7. Объекты зимних Азиатских игр. Дата обращения: 19 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 14 ғинуар 2011 года.
  8. Эстафета Огня(недоступная ссылка)
  9. Гимн эстафеты 2011 йыл 2 февраль архивланған.
  10. Нацбанк РК выпускает банкноты номиналом 2 тыс. тенге, посвященные VII зимним Азиатским играм в Казахстане. Bizmedia.kz. Дата обращения: 5 август 2022. Архивировано 5 август 2022 года.
  11. Хоккей с мячом (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 25 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
  12. Ориентирование на лыжах (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 25 ғинуар 2011.
  13. Медальный зачёт 2011 йыл 3 февраль архивланған.

Һылтанмалар

    • Официальный сайт 7-х зимних Азиатских игр 2011 года (ҡаҙ.) (рус.) (инг.)
    • Официальный сайт астанинской дирекции 7-х зимних Азиатских Игр 2011 года (ҡаҙ.)) (рус.)) (инг.))
    • Сайт Алматы, Азиада-2011 Архивная копия от 19 ғинуар 2011 на Wayback Machine (инг.))