Бабур | |||
фарс. بَابُرْ | |||
| |||
---|---|---|---|
30 апрель 1526 — 26 декабрь 1530 | |||
Дауамсы: | Һумаюн | ||
| |||
октябрь 1504 — 26 декабрь 1530 | |||
Алдан килеүсе: | Мөким | ||
Дауамсы: | Һумаюн | ||
| |||
июнь 1494 — 1500 | |||
Алдан килеүсе: | Ғүмәр-Шәйех-мырҙа | ||
| |||
1497 — 1498 | |||
Алдан килеүсе: | Байһунғар мырҙа | ||
Дауамсы: | Солтан Али мырҙа | ||
| |||
1511 — 1511 | |||
| |||
1507 — 1526 | |||
Дине: | Ислам | ||
Тыуған: | 14 февраль 1483 Андижан, Моголстан (хәҙерге Үзбәкстан) | ||
Үлгән: | 26 декабрь 1530 (47 йәш) Агра, Бөйөк Моголдар империяһы (хәҙерге Һиндостан) | ||
Ерләнгән: | Бабур баҡсалары (Бах-и Бабер), Ҡабул | ||
Нәҫел: | 1) Тимуридтар 2) Бөйөк Моголдар | ||
Атаһы: | Ғүмәр-Шәйех-мырҙа | ||
Әсәһе: | Ҡутлуғ-Нигәр-ханым | ||
Ҡатыны: | 1) Ғәйшә Солтан-бәйим 2) Биби Мөбәрәк 3) Дилбәр-бәйим 4) Гөлрух-бәйим 5) Махам-бәйим | ||
Балалары: | улдары: Һумаюн, Кәмрән-мырҙа, Мөхәммәт Асҡар-мырҙа, Әбү Насир Мөхәммәт Һиндал-мырҙа ҡыҙҙары: Гөлбәҙән-бәйим, Фәхриниса һәм Алтын Бишик | ||
Бабур (фарс. بَابُرْ «арыҫлан, юлбашсы, юлбарыҫ» тип аңлатыла; ысын исеме — Заһир әд-дин Мөхәммәт (ғәр. ﻇَﻬﻴﺮْ ﺍَﻟَﺪّﻳﻦ مُحَمَّدْ بَابُرْ) , 14 февраль 1483 йыл — 26 декабрь 1530 йыл) — Һиндостан һәм Афғанстан хакимы, юлбашсы, Бөйөк Моголдар империяһын нигеҙләүсеһе (1526). Шулай уҡ шағир һәм яҙыусы булараҡ та билдәле.
Тулы тәхет титулатураһы: әс-Солтан әл-Азам вә-әл-Ҡаған әл-Мөхәррам Заһир әд-дин Мөхәммәт Йәләл әд-дин Бабур, Падишаһ-и-Гази.
Бабур 1483 йылдың 14 февралендә Андижан ҡалаһында Фирғәнә әмире Ғүмәр-Шәйех-мырҙа II ғаиләһендә тыуған. Атаһы Тимурҙың өсөнсө улы Мираншаһтың бүләһе булып Тимуридтар нәҫеленән сыҡҡан. Бабур сығатай төрки телен үҙенең туған теле тип һанаған, фарсы телен яҡшы белгән. Бабур мираҫын өйрәнеүсе британ ғалимы Аннетт Беверидж ХХ быуат башында уны барлас тип атай, әммә Тамерлан осоронда уҡ барлас ҡәбиләһе тулыһынса төркиләштерелгән булған һәм сығатай телендә һөйләшкән.
Әсәһе Ҡутлуғ-Нигәр-ханым (1459—1505) Сыңғыҙхан нәҫеленән сыҡҡан, уның атаһы Юныс хан Моголстандың хакимы булған. Әсәһенең һеңлеһе Хуб-Нигәр-ханым юлбашсы Мырҙа Мөхәммәт Хәйҙәрҙең әсәһе булған һәм шулай итеп Бабурҙың ике туған ҡустыһы булып сыҡҡан. Бабурҙың һеңлеһе Ханзадә-бәйим үзбәк ханы Мөхәммәт Шәйбанда кейәүҙә булған.
Атаһы һәләк булғас, 12 йәшлек Бабур үҙ биләмәләрендә идара итеү өсөн көрәш башлай, шул уҡ ваҡытта Тимуридтар империяһын тергеҙеү идеяһы менән Мәүереннаһрҙы баҫып алырға пландар ҡора. 1497 йылда Сәмәрҡәндте яулап ала, әммә дүрт ай ҙа үтмәгәс, Тимуридтар араһындағы низағ менән файҙаланып, Шәйбан хан уны кире ҡайтара.
1500—1505 йылдарҙа Шәйбан хан менән Афғанстанға ҡыҫырыҡлап сығарыла, бында Бабур 1504 йылда Ҡабулды баҫып ала һәм үҙенең яңы дәүләтенең баш ҡалаһы итә. 1512 йылға тиклем Бохара һәм Сәмәрҡәндте ҡайтарырға маташып ҡарай. Иран шаһы Исмәғил I ярҙамы менән Сәмәрҡәндте яулап ала. Әммә төбәк сөнни-мосолман халҡы шиғыйҙар идаралығына ҡаршы була. 1514 йылдан Бабур Үҙәк Азияға дәғүә итеүҙән баш тарта.
1519 йылдан Бабур Ҡабулдан Төньяҡ-Көнбайыш Һиндостанға һөжүмдәр яһай башлай. 1525 йылда Дели солтаны Ибраһим шаһ Лодиның көнәркәше Аллам хан Бабурҙы ярҙамға саҡыра һәм 1526 йылда Бабур ғәскәр йыйып Делиға яуға сыға. Апрелдә Ибраһим шаһ Лоди менән Панипат янындағы һәм 1527 йылда раджпут кенәзе Санграм Сингх менән Кхануа янындағы алыштарҙа Бабур еңә. Бабурҙың ғәскәре үҙенең һуғыштарында пушкаларҙы һәм мылтыҡтарҙы уңышлы ҡулланған.
Һиндостанды яулап алғас, Бабур Бөйөк Моголдар империяһын нигеҙләй һәм үҙен уның падишаһы тип иғлан итә. Агра империяның баш ҡалаһы булып китә. 1520-се йылдарҙа Бабур Шәйбаниҙар менән яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштыра, улар 1528 йылда Һиндостандағы еңеүҙәр менән ҡотлап уға илселек ебәрәләр.
1529 йылға ҡарата Бабурҙың биләмәләре Көнсығыш Афғанстанды, Пәнджабты һәм Бенгал сиктәренә тиклемге Ганг үҙәнен үҙ эсенә ала.
1530 йылда Бабур үҙенең илсеһен Бөйөк Мәскәү кенәзе Василий III ебәрә, илсе Мәскәүгә тик 1533 йылда барып етә.
Бабур 1530 йылдың 26 декабрендә Агра ҡалаһында вафат була. Ул дизентериянан, башҡа версия буйынса — ялған туберкулёз менән ауырыған тип фаразлайҙар. Уның васыятына ярашлы, Бабурҙы үҙе нигеҙләгән Ҡабул баҡсаһында ерләйҙәр. Һуңыраҡ был урында мавзолей төҙөлә.
Вафаты алдынан Бабур үҙенең биләмәләрен дүрт улына бүлгән: өлкән улы Һумаюнға Һиндостан, ә башҡаларына Пәнджәб, Ҡабул һәм Кандагарҙы биргән, шул уҡ ваҡытта кесе улдары империяның юғары хакимы булараҡ Һумаюнға буйһонорға тейеш булған.
Бабур шағир Алишер Нәүәүи менән хат алышҡан. Бабурҙың төрки телендә яҙылған шиғырҙары асыҡ образдар һәм афористиклығы менән айырылып тора. Бабурҙың иң төп әҫәре — «Бабур-намә» автобиографияһы, мемуар жанрының тәүге өлгөһө булып тора. «Бабур-намә»лә 1493 йылдан 1529 йылға тиклем ваҡиғалар һүрәтләнә, аҡһөйәктәр көнкүреше үҙенсәлектәрен, дәүерҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын йәнле итеп күҙ алдына килтерә. Француз шәрҡиәтсеһе Луи Базан үҙенең француз теленә тәржемәһендә Бабурҙың автобиографияһы мосолман әҙәбиәтендә бик һирәк күренеш тип яҙа.
Бабур шулай уҡ «Деван», «Мубаййин», «Аруз Рисоласи», «Рисолаи Валидиййа», «Харб иши» әҫәрҙәренең авторы булып тора. Бабурҙың тарихсы, географ, этнограф, прозаик һәм шағир булараҡ яҙылған хеҙмәттәре шәрҡиәт фәне менән танылыу алған. Уның мираҫы БДБ илдәрендә , Чехияла, Словакияла, Германияла, Төркиәлә, Италияла, Францияла, АҠШ-та, Бөйөк Британияла, Һиндостанда, Пакистанда, Афғанстанда һ. б. илдәрҙә өйрәнелә.
Бабурҙың ҡыҙы Гөлбәҙән бәйим, атаһының әҙәби традицияларын дауам итеп, «Һумаюннамә» тарихи хеҙмәтен яҙа.
Төрлө ҡатындарынан Бабурҙың 9 улы һәм 9 ҡыҙы тыуған, уларҙың күбеһе сабый йәки бала сағында мәрхүм булған:
Бабур Викимилектә | |
Бабур Викияңылыҡтарҙа |
Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы | ||
Алдан килеүсе: — |
1526 — 1530 | Вариҫы: Һумаюн |
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |