Булонь-сюр-Мер

Булонь-сюр-Мер
франц. Boulogne-sur-Mer
Флаг[d]
Рәсем
Рәсми атамаһы Boulogne-sur-Mer һәм Port-de-l'Union
Архивы хранятся в Archives municipales de Boulogne-sur-Mer
Дәүләт  Франция
Административ үҙәге Булонь-сюр-Мер-Нор-Уэст, Булонь-сюр-Мер, Булонь-сюр-Мер-Нор-Эст, Булонь-сюр-Мер-2 һәм Булонь-сюр-Мер-1
Административ-территориаль берәмек Па-де-Кале[d] һәм Булонь-сюр-Мер[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00 һәм UTC+2:00
Статистическая область Q108921275? һәм Q3550949?
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Liane
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Boulogne-sur-Mer
Хөкүмәт башлығы Фредерик Кювилье
Халыҡ һаны 40 910 кеше (1 ғинуар 2021)
Ир-егеттәр 19 110
Ҡатын-ҡыҙҙар 21 764
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 110 метр
Туғандаш ҡала Фолкстон, Ла-Плата, Цвайбрюккен, Сафи һәм Штральзунд
Милке Стад де ла Либерасьон
Сиктәш Утро, Ле-Портель, Сен-Мартен-Булонь, Вимере һәм Вимий
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Военный крест 1914—1918 годов
Майҙан 8,42 км²
Почта индексы 62200
Электрон почта [email protected]
Рәсми сайт ville-boulogne-sur-mer.fr
Урынлашыу картаһы
Ссылка на страницу обратной связи ville-boulogne-sur-mer.fr/…
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Булонь-сюр-Мер
Карта
 Булонь-сюр-Мер Викимилектә

Булонь-сюр-Мер (франц. Boulogne-sur-Mer , з.-флам. Bonen, лат. Gesoriacum, Bononia, Bolonia) — Францияның төньяҡтағы ҡалаһы. О-де-Франс төбәгенең Па-де-Кале департаментында урынлашҡан, Булонь-сюр-Мер округына ҡарай. Халыҡ һаны буйынса Францияның Па-де-Кале департаментындағы икенсе урынды биләгән ҡалаһы, эре балыҡ порты..

Халыҡ һаны (2014) — 42 476 кеше, биҫтәләре менән бергә — 135 мең тирәһе кеше.

Географияһы

Булонь-сюр-Мер Ла-Манш ярында, Лилль ҡалаһынан көнбайышҡа табан 100 км алыҫлыҡта һәм Париждан төньяҡҡа табан 215 км алыҫлыҡта, Льян йылғаһының Ла-Иманш боғаҙына ҡойған ерендә тора.

Тарих

Булонь исеме менән ҡала Рим империяһы дәүерендә Бонония (Bononia) булараҡ телгә алына. Ул немец «bona», «ағас иҙәнле» һүҙенән алынған. Шул уҡ һүҙ тамырын Виндобона (Vindobona) һәм, Вена «Bona» ҡалалары исемендә лә табырға мөмкин. Бона һүҙе бында, моғайын, «амбар» тигәнде аңлата. Был исемдәр яһалышын шулай уҡ итальян Болонья (Bologna) исемендә лә табырға мөмкин.

Беффруа Булонь-сюр- Мер

Кельт бойя ҡәбиләләре ҡалаға нигеҙ һалған. Римлеләр ҡаланы империяның материк өлөшөн Британия менән тоташтырып тороусы диңгеҙ порты итеп ҡулланған. Император Клавдий ҡаланы рим флоты базаһы сифатында ҡулланылған.

Урта быуаттарҙа Булонь графлығы булған. Англия һәм Франция араһында Булонь графлығы биләмәләре территориаль бәхәстәр объекты була (1544-1550 йылдарҙа). 1550 йылдағы Булон солохо Англия менән Франция һуғышын тамамлай, ҡаланы француздар 400 мең алтын экюға һатып ала.

Булонь районында 1805 йылда император Наполеон I Бөйөк армияһын урынлаштырған, шунан Англияны яулап алырға уйлаған, әммә ул план тормошҡа ашмай ҡала.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында бында герман флотының иң ҙур хәрби-диңгеҙ базаһы тора, 1944 йылдың июнендә ҡала союздаштар авиацияһы тарафынан бомбаға тотола.

Төп иҫтәлекле урындары

  • Беффруа XI быуат, ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы өлөшө.
Флаг ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО, объект № 943—046



урыҫ.ингл.фр.
  • Урта быуаттағы замок, уның нигеҙләнеүе боронғо рим дәүеренә ҡараған. Әлеге ваҡытта Мысырҙың сәнғәт әйберҙәре коллекцияһы һарайҙа урынлашҡан.
  • Изге Николай сиркәүе, готика стилендә төҙөлгән, унда XVбыуаттарың бер нисә һыны һаҡлана.
  • Кафедраль соборы Нотр-Дам (Notre-Dame de Boulogne), көмбәҙе менән бергә 101 метр бейеклектә. Соборт 1827—1875 йылдарҙа төҙөлгән. Уның криптаһы Рим ваҡытында Францияла иң эре крипта, һәм собор криптаһына рим, роман, гот элементтары индерелгән.
  • Nausicaä — 1991 йылда асылған француз милли диңгеҙ өйрәнеү үҙәге. Бында аквариум бар.
  • Бөйөк Армия колонналары

Иҡтисад

Булонь-сюр-Мер порты

Булонь-сюр-Мер — Францияның эре балыҡ порты, шулай ҡаланың 7 мең самаһы халҡы балыҡ тотоу менән бәйләнгән. Ҡалала шулай уҡ балыҡ эшкәртеү һәм һатыу менән булышалар.

Эшһеҙлек кимәле (2013) — 26,7 % (дөйөм алғанда, Францияла — 12,8 %, Па-де-Кале департаментында — 17,2 %). 1 кешегә уртаса килем (2013) — 15 260 евро (дөйөм алғанда, францияла — 25 140, департаменты Па-де-Кале департаментында— 17 706 евро).

Халыҡ мәшғүллеге структураһы:

  • ауыл хужалығы — 2,2 %
  • сәнәғәт — 12,9 %
  • төҙөлөш — 3,6 %
  • сауҙа, транспорт һәм халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә — 42,3 %
  • дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр — 39,0 %

Демография

Халыҡ һаны динамикаһы, кеше

Булонь-сюр-Мер ҡалаһын 2002 йылдан алып Социалистик партия ағзаһы, Франция Милли йыйылышы депутаты Фредерик Кювилье етәкләй. Муниципаль һайлауҙарҙың 2-се турында уның блогы өсөн 2014 йылда 54,79 % кеше тауыш бирә.

Астрономия

Ҡала исемен йөрөткән астероид (361) Бонония, 1893 йылда асыла.

Туғанлашҡан ҡалалары

Илдең, төбәктәрҙең Туғанлашҡан ҡалалар Йыл элемтә урынлаштырыу
Аргентина Аргентина Ла-плата с 2000
Бөйөк Британия Бөйөк Британия Фолкстон -
Германия Германия Цвайбрюккен -
Марокко Марокко Сафи -

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. https://www.insee.fr/fr/information/3363419
  2. http://cassini.ehess.fr/cassini/fr/html/fiche.php?select_resultat=5200
  3. 3,0 3,1 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
  4. Populations légales 2021Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
  5. 5,0 5,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Portrait de Boulogne : repères (фр.)
  7. À Boulogne, la rue de Folkestone évoque notre ville sœur depuis 1957 (фр.) — 2019.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 https://pastel.diplomatie.gouv.fr/cncdext/dyn/public/atlas/rechercheAtlasFrance.html?criteres.collectiviteId=24007
  9. Boulogne Les 60 ans du jumelage entre Boulogne et Zweibrücken (фр.) — 2019.
  10. база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции.
  11. Base officielle des codes postauxLa Poste, 2018.
  12. 12,0 12,1 12,2 https://lannuaire.service-public.fr/hauts-de-france/pas-de-calais/mairie-62160-01
  13. Булонь сюр-Мэр // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  14. Булонская флотилия // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.

Һылтанмалар