Викандер Алисия | |
швед. Alicia Vikander | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған ваҡыттағы исеме | швед. Alicia Amanda Vikander |
ХФА-лағы транскрицияһы | |
Тыуған көнө | 3 октябрь 1988 (35 йәш) |
Тыуған урыны | Johannebergs församling, Гётеборг, Гётеборг-Бохус, Швеция |
Атаһы | Svante Vikander |
Әсәһе | Maria Fahl Vikander |
Хәләл ефете | Майкл Фассбендер |
Балалары | Mark Fassbender |
Туған тел | швед теле |
Һөнәр төрө | актёр, кино актёры, бейеүсе, кинопродюсер, актёр озвучивания |
Уҡыу йорто | Шведский королевский балет |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 166 ± 1 сантиметр |
Викандер Алисия Викимилектә |
Викандер Алисия (швед. Alicia Amanda Vikander, 3 октябрь 1988 йыл) — швед актёры, бейеүсеһе. «Даниянан килгән ҡыҙ» драмаһындағы рәссам Герда Вегенер роле өсөн «Оскар» һәм АҠШ киноактерҙар гильдияһы премиялары бирелә.
Али́сия Ама́нда Вика́ндер 1988 йылдың 3 октябрендә Гётеборгта актриса Мария Викандер менән врач-психиатр Сванте Викандер ғаиләһендә тыуған. Телевидениела 2001 йылдан төшә, Гётеборг операһы сәхнәһендә мюзиклдарҙа сығыш яһай, Швецияның Король балет мәктәбендә уҡый (2004—2007). 2007 йылда тәүге тапҡыр киноға төшә. 2010 йылда «Сафлыҡ» фильмындағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн «Алтын ҡуңыҙ» премияһы бирелә. «Королдәрсә роман» фильмында королева Каролина һәм «Анна Каренина» романының яңы экранлаштырыу вариантында (2012) Кити ролдәрен башҡара. 2013 йылда BAFTA «Восходящая звезда» премияһына тәҡдим ителә.
2015 йылда «Воспоминания о будущем» фильмында инглиз яҙыусыһы Вера Бриттен ролен уйнай. «Из машины» исемле ирекле фәнни-фантастик фильмда төшә, "Алтын глобус"та уның өсөн номинацияға лайыҡ була. Режиссёр Том Хуперҙың « Даниянан килгән ҡыҙ» фильмында төп -рәссам Герда Вегенер ролен башҡара, уның өсөн АҠШ-тағы «Оскар» кинопремияһын ала (2016). 2017 йылда Джастин Чадвиктың «Тюльпан сире» костюм драмаһында төп ҡатын-ҡыҙ ролен уйнай.
2017 йылдың 14 октябренән Алисия «Свет в океане» фильмындағы партнеры Майкл Фассбендерҙә кейәүҙә, уның менән туйға тиклем 3 йыл осрашып йөрөгән.
Алисия Лондонда йәшәй.
Йыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
2002 | ф | Min balsamerade mor | Эбба | |
2005 | ф | En decemberdröm | Тони | |
2007—2008 | с | Ева Хёк | Höök | Катарина |
2007 | ф | Дождь | The Rain | танцовщица |
2007 | ф | Темнота истины | Darkness of Truth | Сандра Свенссон |
2007—2008 | с | Второе направление (инг.)баш. | Andra Avenyn | Жоссан |
2008 | ф | Моё имя-Любовь | Love | Фредрика |
2009 | ф | Желание Сьюзан | Susans längtan | девушка в квартире |
2009 | ф | К чему-то прекрасному | Till det som är vackert | Катарина |
2011 | ф | Королевские драгоценности | Kronjuvelerna | Фрагансия Фернандес |
2012 | ф | Королевский роман | En kongelig affære | Каролина Матильда |
2012 | ф | Анна Каренина | Anna Karenina | Кити |
2013 | ф | Отели | Hotell | Эрика |
2013 | ф | Пятая власть | The Fifth Estate | Анке Домшайт-Берг |
2014 | ф | Молодая кровь | Son of a Gun | Натали / Tasha |
2014 | ф | Воспоминания о будущем | Testament of Youth | Вера Бриттен |
2015 | ф | Седьмой сын | Seventh Son | Элис Дин |
2015 | ф | Агенты А.Н.К.Л. | The Man from U.N.C.L.E. | Габи Теллер |
2015 | ф | Из машины | Ex Machina | Ава |
2015 | ф | Девушка из Дании | The Danish Girl | Герда Вегенер |
2015 | ф | Шеф Адам Джонс | Burnt | Анна Мари |
2016 | ф | Свет в океане | The Light Between Oceans | Изабель Шерборн |
2016 | ф | Джейсон Борн | Jason Bourne | Хизер Ли |
2017 | ф | Тюльпанная лихорадка | Tulip Fever | София / Sophia |
2017 | ф | Эйфория | Euphoria | Инес |
2017 | ф | Погружение | Submergence | Даниэль Флиндерс |
2018 | ф | Tomb Raider: Лара Крофт | Tomb Raider | Лара Крофт |
2018 | ф | Сдвиг по фазе | Freak Shift | Diane Largo |