һәр биттең бер нисә бүлеге булырға мөмкин, улар секция тип тә атала. Бит бер нисә секцияға бүленергә мөмкин. Уларҙы тамғалау өсөн махсус синтаксис бар.
Йөкмәтке (ингл. table of contents) өсәүҙән күберәк баш булған һәр биткә автоматик рәүештә, өҫтәлә, түбәндәге осраҡтарҙан башҡа:
__FORCETOC__ йәки __TOC__ тегтары ярҙамында, хатта баштар һаны дүрттән кәм булһа ла, мәжбүри рәүештә йөкмәтке булдырырға мөмкин.
Йөкмәтке баштарҙың беренсеһенән һуң йә булмаһа текстың шул уҡ __TOC__ тегы торған урынына ҡуйыла. Ғәҙәттә, йөкмәтке алдынан мәҡәләгә ҡыҫҡаса күҙәтеү менән текст өҫтәлә. Алдан бирелгән вариант иң уңайлы булһа ла, ҡайһы берҙә йөкмәткенең таблицаһын күсереү, мәҫәлән, мәҡәлә башына ҡуйыу йә күсермәһен мәҡәлә аҙағына урынлаштырыу ҡулай. . (МедиаВикиҙың ағымдағы версияһында бер етешһеҙлек бар: бер нисә таблица ҡуйһаң, уларҙың беренсеһен генә төрөп була).
«Йөкмәтке»не биттең уң яғына шылдырырға, ә тексты йөкмәтке эргәһенән үткәрергә теләһәгеҙ, __TOC__ урынына {{TOC right}} ҡалыбын ҡулланығыҙ.
Файҙаланыусы көйләүҙәрендә биттең тексында бүлектәрҙең баштарына автоматик номер ҡуйыу индереп була. Ул сығанаҡ кодҡа бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай, әммә күләмле мәҡәләләрҙе уҡыуҙы уңайлыраҡ итә.
Секцияларҙы шаблон тексында ҡулланғанда бүлектәрҙең номерҙары уларҙың йомғаҡлау таблицаһындағы урынына тап килә. Мәҫәлән, әгәр ҡалып тегы дүртенсе бүлеккә өҫтәлһә, ҡалыптың беренсе бүлеге бишенсе була. Ҡалыпта уның беренсе секцияһынан алда торған текст секция тегы булған бүлектең өлөшө тип һанала.
Биттә ҡыҫҡа атамалы баштар күп булһа (мәҫәлән, алфавит хәрефтәре), таблица бик йәмһеҙ булып күренә. Бындай осраҡтарҙа ҡыҫылған йөкмәтке ҡулланыла. Уны биттең кодына {{АБВ}} ҡалыбын өҫтәп яһайҙар. Һөҙөмтәлә ошоға оҡшаш нәмә барлыҡҡа килә:
# А Б В Г Ғ Д Ҙ Е Ё Ж З И К Ҡ Л М Н Ң О Ө П Р С Ҫ Т У Ү Ф Х Һ Ц Ч Ш Щ Э Ә Ю Я |
Уны шулай уҡ ваҡыт арауыҡтарын биреү өсөн дә ҡулланырға мөмкин:
1900-сө — 1910-сы — 1920-се — 1930-сы — 1940-сы — 1950-се — 1960-сы — 1970-се — 1980-се — 1990-сы — 2000-се йылдар
Был бүлектең (Бүлетәргә һылтанмалар) һылтанмаһының вики-коды түбәндәгесә: ]
.
Түбәндәге дөйөм синтаксис:
]
.
Әгәр һылтанма ошо уҡ биттең бүлегенә булһа, ябайлаштырылған синтаксис ҡулланырға кәрәк:
]
Әгәр биттә бер төрлө башлы бер нисә бүлек булһа, уларға һылтанмалар исеменә аҫһыҙыҡ символы һәм тәртип һаны өҫтәп эшләнә. Мәҫәлән, мәҡәләлә «Миҫал» тигән башлы өс бүлек булһа, һылтанмалары ошолай була: #Пример
, #Пример_2
и #Пример_3
.
Бүлек башының эсенә урынлаштырылған эске һылтанма бер ниндәй ҙә ҡатмарлылыҡ тыуҙырмай:
Мәҡәләнең эсендәге бүлектәргә йүнәлтеүҙәр рөхсәт ителә.
Шулай уҡ йүнәлтелгән биткә һылтанмалар аныҡ бүлекте лә күрһәтергә була, һылтанма буйынса нәҡ шул бүлеккә күселәсәк. будет осуществлён переход. Быға оҡшаш хәл биттәрҙең исемен үҙгәрткәндә лә йыш осраҡ.
Ләкин бүлектең исемен үҙгәрткән осраҡта иҫкеһенән яңыға йүнәлтеү автоматик рәүештә башҡарылмай. Шулай уҡ һәр айырым бүлеккә һылтанмаларҙы ла күреп булмай. Хәл итеү юлдары:
== Тарихы ==<!
--Баш ] йүнәлтеүе өсөн ҡулланыла-->
Һәр бүлекте айырым мөхәррирләргә була, был трафикты экономиялай һәм биттең төрлө бүлектәрен төрлө ҡатнашыусылар бер юлы мөхәрриррләгәндә низағлашыуҙарҙан ҡотҡара. Мөхәррирләү режимына инеү махсус мөхәррирләү һылтанмалары ярҙамында эшләнә, улар баш янына ҡуйыла, был мөмкинлек файҙаланыусының көйләүҙәрендә тоҡандырыла. Шулай уҡ үҙеңә ошоға оҡшаш URL төҙөп алырға була:
//ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Википедия:Бүлектәр&action=edit§ion=3
Яңы секция яңы баш яһағанда өҫтәлә, уны юйҙырһаң, секциялар берләшә.
Биттең сығанаҡ кодының берәй еренә ҡуйылған __NOEDITSECTION__ тегы бүлектәрҙе мөхәррирләү һылтанмаларын күрһәттермәй. Ләкин секциялар тексын башына уң сиртеү йә URL аша төҙәтеү мөмкинлеге ҡала.
Әлегә биттә текстың (Ҡалып:Bug) беренсе баш алдынан килгән өлөшөн мөхәррирләүгә һылтанма яһалмай, әммә кәрәкле URL ҡулдан эшләнә ала, мәҫәлән, ошо биткә:
//ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Википедия:Бүлектәр&action=edit§ion=0
Бындай адресты алыуҙың иң ябай ысулы — теләгән бер секцияны мөхәррирләү һылтанмаһын күсереп алырға ла унда секцияның номерын 0 менән алмаштырырға.
Биттә ҡулланылған ҡалыптарҙың бүлектәре лә айырым мөхәррирләнә ала.
Секцияларға бүлеү ҡалыптарҙың тестары менән уларҙы саҡырған бит берләшкәндән һуң тормошҡа аша. Шунлыҡтан ҡалып тегы алдында торған секцияға уның тексы ла инергә мөмкин, шул уҡ рәүешле ҡалып тегынан һуң торған текст та ҡалыптың һуңғы секцияһына инеп ҡала. Ошо арҡала буталыш барлыҡҡа килә: битте ҡарағанда күренгән бүлектең тексы ошо уҡ бүлекте мөхәррирләгәндә күренгән тексҡа тап килмәй. Шулай булмаһын өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе күҙәтергә кәрәк:
Айырым осраҡтарҙа ҡалыпты яңы секцияға баш ҡуйыуҙан башлау ҡулайыраҡ — хатта тексын бүлектәргә бүлеү кәрәкмәһә лә һәм секция берәү генә булһа ла. Бындай ҡалыпты ҡулланғанда автоматик рәүештә секцияны мөхәррирләү һылтанмаһы яһала, ул һылтанма буйынса барып, ҡалыптың үҙен дә үҙгәртеп була. Шулай итеп, ҡалып тексына һылтанманы ҡулдан ҡуйып ултырыуҙан ҡотолаһың.
Биткә ингән ҡалыптарҙың һәр береһендә __NOEDITSECTION__ тегы бар, ул биттең үҙенә лә, секцияларына ла, уларға ингән ҡалыптарға ла мөхәррирләү һылтанмаһын индереүгә кәртә ҡуя.
Әгәр файҙаланыусы үҙенең көйләүҙәренә бүлектең башына уң сиртеү менән мәҡәлә мөхәррирләү мөмкинлеген тоҡандырһа, ҡалҡып сыға торған менюҙы саҡырыу һәм һылтанманы яңы тәҙрәлә асыу мөмкинлеге бөтә. Әммә браузерҙарҙың күбеһе бының өсөн башҡа ысулдар ҙа тәҡдим итә (Mozilla/Firefox: һылтанмаға тәгәрмәстән сиртеү, ctrl+сиртеү, табылған айырып алынған текст өсөн ҡалҡыныусы меню; IE: hift+щелчок).
Горизонталь айырыу һыҙығы (уны булдырыу өсөн юл башына «----» тип яҙырға кәрәк) тексты визуаль айырыу өсөн генә кәрәк, ул яңы бүлектәр яһамай.
Әгәр биттә бер нисә бүлек булһа, ошоға оҡшаш тематикалы башҡа биттәргә һылтанмаларҙы «Шулай уҡ ҡарағыҙ» бүлегенә сығарығыҙ. Был уларҙы башҡа бүлектәргә индермәү мөмкинлеген бирә, йөкмәтке таблицаһы буйынса йөрөүҙе уңайлы итә.
Ҡайһы берҙә «Шулай уҡ ҡарағыҙ» тексын мәҡәләнең башына сығарып ҡуялар.
Һәр бүлек үҙ эсенә айырым татыраҡ темаға һылтанмаларҙын торған «Шулай уҡ ҡарағыҙ» ярҙамсы бүлеген дә индерергә мөмкин.
Әгәр теләгән бер кимәлдәге баш буш арауыҡтарҙан ғына торһа, был проблема тыуҙыра: был урында биттең HTML-кодына түбәндәге төр тег өҫтәлә:
<a name=""></a>
шуға ярашлы, был бүлеккә һылтанмалар яһау түгел, хатта йөкмәтке таблицаһында ла һылтанма эшләмәй.
Айырым биттәрҙең өҫтөнлөктәре:
Бер нисә секцияға бүленгән күләмле биттең өҫтөнлөктәре
Тағы бер юл — биттәрҙе ҡалып ( шаблоны) рәүешендә ҡулланып, уларҙан бер бит төҙөү. Һөҙөмтәлә ( составной документ) состав документ барлыҡҡа килә. Был вариант рәсем итеп эшләнгән биттәр буйынса эҙләү мөмкинлеген бирә, ә уның вики-коды буйынса түгел.