Джордано Бруно | |
Giordano Bruno | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Кампо деи Фиори, Рим |
Ғилми даирәһе | |
Джорда́но Бру́но (итал. Giordano Bruno; исеме: Филиппо, ҡушаматы — Бруно Ноланец; 1548 йылда, Неаполь янындағы Нола ҡалаһында тыуған — 1600 йылдың 17 февралендә Римдә вафат булған) — Италия философы һәм шағиры, пантеизм вәкиле. Католик дини хеҙмәткәре булараҡ, Джордано Бруно неоплатони́зм йүнәлешен үҫтерә, Коперник тәғлимәтенә яңы аңлатма бирә. Бруно үҙе йәшәгән заманды күпкә үҙып киткән күҙаллауҙар биргән, был фараздар һуңынан астрономик асыштар менән нигеҙләнгән: йыһандың сикһеҙ булыуы, йыһандағы йондоҙҙар алыҫтағы ҡояш кеүек, Ҡояш системаһында әлегәсә асылмаған планеталар булыуы, йыһанда беҙҙең Ҡояш кеүек есемдәрҙең сикһеҙ булыуы, сит планеталарҙа Ерҙәге кеүек «йәшәү» мөмкин булыуы.
Филиппо Бруно 1548 йылда Неаполдән йыраҡ түгел Нола тигән төбәктә тыуа. 11 йәшендә уны әҙәбиәт, логика һәм диалектиканы өйрәнергә Неаполгә алып киләләр. 1563 йылда 15 йәшендә ул Изге Доминака монастырына уҡырға килә. Бына 1565 йылда монах дәрәжәһен һәм Джоржано ҡушаматын ала. Тиҙҙән йәндең кәүҙәлә булыуына, Дева Марияның яралғыланыуына шикләнгәне өсөн етәкселәр уның эшмәкәрлеген тикшерә башлай. Тикшереү һөҙөмтәләрен көтөп тормайса, ул Римға ҡаса, хәүефһеҙерәк тип Италияның төньяғына күсенә. Бында ул дәрес биреп эшләй башлай, бер урында ярты йылдан артыҡ булмай.
Башта 35 йәшлек фәлсәфәсе Лондонда, һуңынан Оксфордта, ундағы профессорҙар менән бәхәсләшкәндән һуң киренән Лондонға күсә. Бер нисә хеҙмәтен яҙа, улар араһында иң мөһиме — «Ғаләмдең һәм донъяның сикһеҙ булыуы тураһында» (1584 йыл). Уны Англия хөкүмәте ҡурсалауға ҡарамаҫтан, ул ике йылдан Францияға ҡасырға мәжбүр була. Һуңынан Германияла уға лекциялар уҡыу тыйыла. Бруно үҙенә дошмандар таба торған иҫ киткес һәләткә эйә була. Ул аҡылы ҡабул итмәгән барлыҡ ғөрөф-ғәҙәттән баш тарта, бәхәсләшеүсегә туранан-тура уның ахмаҡ, йүләр булыуын әйтә. Үҙен донъя гражданины, Ҡояш һәм Ер улы, академияһыҙ академик тип иҫәпләй.
1591 йылда йәш аристократ Джованни Мочениго саҡырыуы буйынса Венецияға мнемоника (хәтерҙе үҫтереү сәнғәте) буйынса дәрес бирергә килә. Тиҙҙән Джованни Мочениго менән мөнәсәбәттәре боҙола. 1592 йылдың 25 майында Мочениго Венеция инквизицияһына ялыу ебәрә. Бынан һуң фәйләсуф ҡулға алына. Урындағы инквизиторҙар уны, фекеренән баш тартырға күндерә алмай, Римдағы коллегаларына тапшыра.
7 йыл буйы төрмәлә ултырып сыҡҡас, 1600 йылдың 17 февралендә Джордано Бруно хөр фекерлелек өсөн католик сиркәү тарафынан еретик булараҡ инквизиция усағында яндырыла.
Өс йөҙ йыл үткәс, 1889 йылда Джодано Бруно яндырылған урында уға һәйкәл ҡуйыла.
Әммә дүрт йөҙ йыл үткәс тә Рим католик сиркәүенең башлығы уңы аҡлау мәсьәләһе менән килешмәй.