Ли́пецк өлкәһе — Рәсәйҙәге өлкә. Үҙәге — Липецк ҡалаһы. Халыҡ һаны — 1 159 866 кеше.
Иҡтисады һәм инфраструктураһы
Липецк өлкәһе донор төбәктәр төркөмөнә инә .
Сәнәғәт
Сәнәғәт эске тулайым региональ продуктының 65 процентын тәшкил итә. Өлкә илдә туңдырғыс һәм һыуытҡыстар етештереү буйынса беренсе урында тора (Рәсәйҙә сығарылғандың 40 %), ҡорос етештереү буйынса 4-се урында (ил күләменең 14 %).
Эре ойошмалар:
Новолипецк металлургия комбинаты (НЛМК) — Рәсәй металлургия компанияһы. Ҡеүәте буйынса илдә 3-сө урында.
Новолипецк металлургия комбинаты
Курск магнит аномалияһы һәм Донецк күмер бассейны яҡтылыҡтарҙы эшкәртә. Компания илдең 21 % ҡоросон сығара. Рәсәйҙең иң эре компаниялары исемлегендә 15-се урында (2012 йыл).
«Индезит Интернешнл»
«Липецкэнерго», «Липецкхлебмакаронпром», «Липчанка», «Росинка» йәмғиәте, «Липецкий хладокомбинат», «Липецкцемент», «Липецкстрой» тресы, «Черкизово» йәмғиәте
«Лебедя́нский» (ММВБ: LBDO, РТС: LEKZ) — Рәсәйҙәге аҙыҡ компанияһы. Һуттар етештереү буйынса илдә беренсе урында. Штаб-фатир Липецк өлкәһенең Лебядянь ҡалаһында.
Донъялағы беренсе гиперболоид конструкциялар, Полибин ауылы. Автор: инженер һәм архитектор Владимир Григорьевич Шухов .
Нечаевтар Һарайы, XVIII быуат, архитектор Василий Иванович Баженов .
Билдәле шәхестәре
Семашко Николай Александрович (20.09.1874—18.05.1949), дәүләт эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. 1918—1921 йылдарҙа РСФСР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары. 1941—1942 йылдарҙа Өфөлә эвакуацияла булған ваҡытында Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының Госпиталь советы хеҙмәткәре. СССР Медицина фәндәре академияһы (1944) һәм РСФСР Педагогия фәндәре академияһы (1945) академигы. Ленин (1944) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) ордендары кавалеры. Задонский районы Ливенская ауылынан .
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Липецкая энциклопедия: в 3-х томах / Сост. Василий Васильевич Шахов, Борис Михайлович Шальнев. — Липецк: Липецкое изд-во; Рязань: Гэлион, 2000—2001.
Флора Липецкой области . — М ., 1996.
Медведев В.А. Знаете ли вы свой край? Краеведческая викторина по Липецкой области. — Воронеж, Центр.-Черноземное кн. изд-во, 1982.
Һылтанмалар