Төньяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы | |
North Atlantic Treaty Organization (NATO) Organisation du traité de l’Atlantique nord (OTAN) | |
| |
ағзалар картаһы | |
Ағза | |
---|---|
Штаб-фатир | |
Рәсми телдәре | |
Етәкселәре | |
НАТО генераль секретары | |
Нигеҙләнгән | |
4 апрель 1949 | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
НАТО Викимилектә | |
Төньяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы , Инглиз аббревиатураһынан НА́ТО, Төньяк Атлантик Альянс (ингл. North Atlantic Treaty Organization, NATO; франц. Organisation du traité de l'Atlantique nord, OTAN) — хәрби сәйәси блок. Европалағы күпселек илдәрҙе, АҠШ һәм Канаданы берләштерә. 1949 йылдың 4 апрелендә «Европаны Советтарҙан һаҡлау өсөн» төҙөлә.
Башта 12 илдән тора: АҠШ, Канада, Исландия, Бөйөк Британия, Франция, Бельгия, Нидерланд, Люксембург, Норвегия, Дания, Италия һәм Португалия.
2015 йылдың ноябрендә НАТО саммиты Төркиәнең Анталья ҡалаһында булды.
1949 йылғы Төньяҡ Атлантика килешеүе буйынса, НАТО үҙ алдына « Төньяҡ Атлантика регионында тотороҡлолоҡ һәм тормош кимәлен яҡшыртыу» маҡсатын ҡуя. «Ҡатнашыусы илдәр коллектив хәүфһеҙлек һәм тыныслыҡ менән хәүфһеҙлекте булдырыу өсөн көстәрен берләштерҙе».
Дөйөм алғанда был блок «Советтар тыуҙырған хәүефте кире ҡағыу өсөн» булдырылған[~ 1]. Берләшмәнең тәүге генераль секретары Исмэй Гастингс әйтеүенсә, НАТО-ның маҡсаты-: «…рустарҙы ситтә, американдарҙы — эстә , немецтарҙы — аҫта» тотоу. (Нисек сәйер тойолмаһын, Германияла бөгөн: «Элекке ГДР армияһы- һуңғы немец армияһы ине. Ул ысын мәғәнәһендә яҡшы әҙерләнгән, ҡоралланған етди хәрби көс ине»,-тигән фекер таралған).
НАТО-ның 2010 йылғы стратегик концепцияһы буйынса: «Әүҙем ҡатнашыу, заманса оборона» өс принциптан ғибәрәт — коллектив оборона, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында идара итеү һәм хеҙмәттәшлеккә нигеҙләнгән хәүфһеҙлек.
2015 йылдың урталарына НАТО СССР агрессияһын төп хәүеф итеп иҫәпләүгә кире ҡайтты, тик хәҙер Рәсәй Федерацияһының көтмәгәндә ябырылыуы тигән хәүеф уның урынын алды тигән фекер ҙә бар.
2016 йылдың июлендәге НАТО саммитында Рәсәй НАТО өсөн иң ҙур ҡурҡыныс сығанағы тип атала.
НАТО-ның хәрби көстәре:
Дата | Ил | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|
нигеҙләүсе илдәр | ||
4 апрель 1949 | Бельгия | |
4 апрель 1949 | Бөйөк Британия | |
4 апрель 1949 | Дания | |
4 апрель 1949 | Исландия | |
4 апрель 1949 | Италия | |
4 апрель 1949 | Канада | |
4 апрель 1949 | Люксембург | |
4 апрель 1949 | Нидерланд | |
4 апрель 1949 | Норвегия | |
4 апрель 1949 | Португалия | |
4 апрель 1949 | АҠШ | |
4 апрель 1949 | Франция | 1966—2009 йылдарҙа блоктан сыҡты |
1-се тапҡыр киңәйеү- | ||
18 февраль 1952 | Греция | |
18 февраль 1952 | Төркиә | |
2-се тапҡыр киңәйеү | ||
9 май 1955 | Германия | |
3-сө тапҡыр киңәйеү | ||
30 май 1982 | Испания | |
4-се тапҡыр киңәйеү | ||
12 март 1999 | Венгрия | |
12 март 1999 | Польша | |
12 март 1999 | Чехия | |
5-се тапҡыр киңәйеү | ||
29 март 2004 | Болгария | |
29 март 2004 | Латвия | |
29 март 2004 | Литва | |
29 март 2004 | Румыния | |
29 март 2004 | Словакия | |
29 март 2004 | Словения | |
29 март 2004 | Эстония | |
6-сы тапҡыр киңәйеү | ||
1 апрель 2009 | Албания | |
1 апрель 2009 | Хорватия |
НАТО генераль секретары (ингл. Secretary General of NATO, франц. Secrétaire général de l'OTAN) — халыҡ-ара дипломатия хеҙмәткәре, Төньяҡ Атлантика Альянсының рәсми етәксеһе. Вазифа буйынса, ул Төньяҡ Атлантик Советын (ингл. North Atlantic Council, NAC) етәкләй һәм ойошманың бөтә эшмәкәрлегенә йүнәлеш бирә. Шулай уҡ НАТО-ның генераль секретары НАТО ғәскәрен етәкләй.
2009 йылдың 1 авгусынан (Урағайынан) 2014 йылға тиклем НАТО генераль секретары — Андерс Фог Расмуссен (дан. Anders Fogh Rasmussen, 26 ғинуар 1953), Данияның элекке премьер-министры.
Фермер ғаиләһендә тыуған. Голландия кешеһе Яап де Хооп Схефферҙан һуң, 2009 йылдан Төнъяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы (НАТО) Генераль секретары.
Европала союз командованиеһына ике региональ командование инә :
Атлантикала Юғары командование биш штабтан тора:
НАТО –ның рәсми телдәре— инглиз һәм француз телдәре. Европалағы НАТО Берҙәм Ҡораллы Көстәренең Юғары командованиеһы Бельгияның Монс ҡалаһында урынлашҡан.
Рәсми билдәләнмәһә лә, союз ағзалары оборонаға ВВП-ның 2 % тотонорға тейеш . Тик берләшәмә ағзалары булған 25 Европа иленән был талапты тик Бөйөк Британия, Польша, Греция һәм Эстония ғына үтәй. 2013 йылда Европа дәүләттәре хәрби бюджетҡа уртаса 1,4 % ҡына аҡса бүлде. Был Европалағы финанс көрөсөгөнә бәйле булды. АҠШ 2013 йылда ил ВВП-һының 4,4 % хәрби мәнфәғәттә тотондо. 1995 йылдан 2013 йылғаса АҠШ-тың НАТО-ға индергән өлөшө 59 % -тан 72 % -ҡа тиклем артты.
…толкование ст.5 Вашингтонского договора 1949 г. о создании НАТО («коллективная оборона»), которая была ориентирована против «советской угрозы» и все еще считается центральной |
…Еще весной того же года был создан военно-политический блок НАТО, нацеленный против СССР… |
Өҙөмтә хатаһы: "~" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref>
тамғалары өсөн кәрәкле <references group="~"/>
тамғаһы табылманы