Никара́гуа (исп. Nicaragua), рәсми атамаһы — Никарагуа Республикаһы (исп. República de Nicaragua) — Үҙәк Америкала Коста-Рика (көньяҡтан) һәм Гондурас (төньяҡтан) араһында урынлашҡан дәүләт. Никарагуаның Атлантик океан буйҙарын Европа вәкилдәре 1502 йылда аса (Христофор Колумбтың 4-се сәйәхәте). Илде испандарҙың баҫып алыуы 1522 йылда башлана. Үҙәк Америкалағы иң ҙур дәүләт — майҙаны 130,376 км².
Никарагуаның Атлантик океан буйҙары Европала Христофор Колумбтың дүртенсе сәйхәтенән һуң (1502 йыл) билдәле була. Ике тиҫтә йылдан был биләмәләрҙе испандар баҫып ала башлай (Хиль Гонсалес Давила).
Испандар Никарагуа күле һәм Тымыҡ океан буйҙары араһында йәшәгән һәм ацтек ҡәбиләләренең береһенең вәкилдәре булған индейҙар менән килешеү төҙөй һәм уларҙың юлбашсыһы Никарао исеме менән артабан бөтә илде атай башлай. Ә төньяҡтағы биләмәләрҙә көн күргән башҡа индей ҡәбиләләре ерҙәрен баҫып алыусылар менән тағы ла бер нисә йыл ҡаты көрәш алып бара.
XVI быуатта испан конкистадорҙары ике ҡалаға нигеҙ һала: Гранада тип исемләнгәне Никарагуа күленең төньяҡ-көнбайыш ярында, Леон — Тымыҡ океан буйҙарында урынлаша. Урындағы индей халҡының күпселек өлөшө юҡ ителә йә испандар алып килгән төрлө ауырыуҙарҙан вафат була, ҡалғандары иһә күсеп килеүселәр менән ҡушыла башлай.
Никарагуала конкистадорҙар алтын һәм көмөштөң ҙур ятҡылыҡтарын тапмай, шуға ла Гранада менән Леон Испанияның аграр колонияларына булып ҡала. XVI быуат аҙағынан индиго һәм шәкәр ҡамышы плантацияларында эшләү өсөн Африканан ҡара тәнле ҡолдарҙы килтерә башлайҙар, әммә улар ил кимәлендә әллә ни булмаған күләмдә генә ҡулланыла.
1570—1821 йылдарҙа Никарагуа — испан генерал-капитанствоһы Гватемала составында була. Уның биләмәле помещик-латифундистар тарафынан бүлеп алынған була.
Илдең насар климатлы һәм ҡуйы урмандарҙан торған көнсығыш өлөшөн — Москиттар Ярын, испандар колония итмәй. Уны испан караптарына һөжүм итеүсе инглиз пираттары биләп ала. Шул ерҙәрҙә нығынып алған инглиздәр XVII быуаттан Никарагуаның көнбайышына рейдтар яһай, Сан-Хуан йылғаһы буйлап барып, испан колонияларына һөжүм итә. Ул осорҙа был биләмәләрҙә йәшәүселәр һаны башлыса инглиз колонияларынан ҡасҡан ҡара тәнлеләр иҫәбенә күбәйә. Улар араһында үҙ позицияларын көсәйтеү маҡсатында инглиздар ҡара тәнлеләр араһынан король һайлауҙы ойоштора. Москиттар Ярына контролдәрен инглиздар XIX быуаттың уртаһына тиклем һаҡлап килә. Никарагуа территорияһы аша Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙы тоташтырыусы канал төҙөргә ниәтләнгән Америка Ҡушма Штаттары баҫымы аҫтына артабан улар был ерҙәрҙән китергә мәжбүр була.
2012 йылдың ноябрендә Никарагуа һәм Колумбия араһындағы диңгеҙ сиктәре тураһындағы эште ҡарау тамамлана. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Халыҡ-ара Суды Кариб диңгеҙендәге бәхәсле ете утрауҙың барыһы ла Никарагуаныҡы түгел, тулыһынса Колумбия биләмәләре тигән ҡарар сығара.
Никарагуа — Үҙәк Америка илдәре араһында биләмәләре буйынса иң ҙуры, уның майҙаны 129 494 квадрат километр. Киңлеге 540 километрға етә. Бер үк ваҡытта Тымыҡ океанға — яр буйының оҙонлоғо 320 километрға яҡын һәм Кариб диңгеҙенә лә туранан-тура сығышы бар — бында яр буйының оҙонлоғо 480 километр. Океан һәм диңгеҙ яр буйҙарының дөйөм оҙонлоғо 910 км булып, диңгеҙ сиге 800 км тәшкир итә. Ҡоро ерҙә ил төньяҡтан Гондурас менән (922 км) һәм көньяҡта Коста-Рика менән (309 км) сиктәш, ил сигенең оҙонлоғо 1231 км. Дәүләттең баш һәм төп ҡалаһы — Манагуа. Никарагуа — Үҙәк Американың иң аҙ халыҡлы иле һәм был йәһәттән бары тик Белиздан ғына ҡалыша.
Никарагуа территорияһы ландшафтына күп төрлөлөк хас, бында өс ҙур тәбиғи өлкәне айырып ҡарарға була. Илдең күп өлөшөн көньяҡҡа табан тарая барған тау өлкәһе — Никарагуа таулығы алып тора, ул картала көрән төҫтәге өс мөйөш булып бик асыҡ күренә. Көнсығыштан уға икенсе өлкә — Москиттар Яры терәлеп тора. Ул Кариб диңгеҙе менән уратып алынған киң уйһыулыҡтар һыҙатынан ғибәрәт. Диңгеҙ ярҙарының күп урыны һаҙлыҡҡа әйләнгән һәм манго урмандары менән үтә алмаҫлыҡ тиерлек джунглиҙы хасил итә. Ауыл хужалығы ерҙәре йә алтын ятҡылығы булыу йәһәтенән был өлкә испан конкистадорҙарының иғтибарын бөтөнләй тиерлек йәлеп итмәгән, шуға ла бында флора һәм фаунаның Колумбҡа тиклем булған Америкаға хас айырым биләмәләр һаҡланып ҡалған.
Өсөнсө өлкәне илдең көньяҡ ҡоро ер сиге буйлап Фонсек муйынынан көньяҡ-көнсығышҡа, Кариб диңгеҙе ярҙарына тиклем һуҙылған уйһыулыҡ тәшкил итә. Дүртенсе өлкәгә көнбайыш Никарагуаның күп һанлы ғәмәлдәге вулкандары булған биләмәләр инә. Улар наиболее заселена: беренсенән вулкан яны ерҙәре уңдырышы булыуы менән айырылһа, бындағы климат күпкә уңайлыраҡ — ҡоро һәм көнсығыш яҡтар менән сағыштырғанда бигүк эҫе лә түгел.
Йылдың иң һыуыҡ айы булған ғинуарҙың уртаса температураһы илдең көнбайыш яр буйҙарындағы 1500 м бейеклектә +16 °C тәшкил итә. Көнсығыш биләмәләрҙә йыллыҡ яуым-төшөм кимәле 5000 мм-ға тиклем, көнбайышҡа табан яуым-төшөм кәмей бара. Бында ике миҙгелде айырырға була: ҡоро (ноябрь — апрель) һәм дымлы (май — октябрь).
Никарагуаның флора һәм фаунаһы күп төрлөлөгө менән билдәле. Илдең көнбайыш һәм үҙәктәге таулы ерҙәрҙә ағастарҙан имән, ҡарағай ҡыҙыл ағас, каучуклы үҫемлектәр киң таралған. Хайуандарҙан пума, оцелот, болан, маймылдарҙың бер нисә төрө, аллигаторҙар, ҡоштарҙан колибри һәм попугайҙар йыш осрай. Илдә генә түгел, бөтә Үҙәк Америкала ла иң ҙур булып һаналған Никаргуа күлендә сөсө һыуҙа йәшәүсе 2-3 метрлыҡ акулалар һәм ҡылыс балыҡ көн күрә. Бының сәбәбе тектоник процестарҙың Тымыҡ океан тигеҙлеген булдырғансы диңгеҙ ҡултығы булыуында. Күлгә ике йылға Морейра һәм Индельтаның һыуын туплаған 74 метрлыҡ Никарагуа шарлауығы ҡоя.
Никарагуаның милли ҡошо булып гуардабарранко (Eumomota superciliosa) һанала.
Тропик, пассатлы. Марттан майға тиклем булған ҡоро осорҙа көндәлек уртаса температура 24—32 °C тәшкил итә. Ямғырҙар башлыса июнь—октябрҙә була, был осорҙоң уртаса көндәлек температураһы 26—28 °C. Илдең Тымыҡ океан яр буйҙарына һәм үҙәк райондарына сәйәхәт өсөн иң яҡшы ваҡыт— ҡоро һәм һалҡынса ҡыш башы. Атлантик яр буйҙарына ныҡ туҙанлы апрель һәм майҙан башҡа йылдың бөтә башҡа айҙарында ла барырға була.
Ил халҡының һаны 1962 йылда 1,6 млн кеше булһа, 1988 йылда 3,4 миллионға еткән; артабан 2000 йылда 4,91 млн, 2015 йылда 6,1 млн кеше тәшкил иткән.
Йыллыҡ үҫеш — 1,3 % (фертильность — бер ҡатын-ҡыҙға 2,5 тыуым).
Уртаса ғүмер оҙонлоғо — ир-аттарҙа 69,6 йыл, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 74 йыл.
Иммунодефицит вирусын (ВИЧ) йоҡтороу — 0,2 % (2007 йыл мәғлүмәте).
Этник состав:
Рәсми тел — испан теле, шулай уҡ индей телдәре лә ҡулланыла (1,7 %), көнсығыштағы диңгеҙ ярҙарында йәшәүсе Африка сығышлы никарагуандарҙа һәм индейҙарҙа инглиз теле урындағы диалекты ҡулланыла (0,8 %). Халыҡтың уҡый-яҙа белеүе — 78,0 % (2010 йыл).
Pew Research Center тикшеренеүҙәр үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда Никарагуала 4,97 млн христиан йәшәгән, был ил халҡының 85,9 процентын тәшкил итә. Дж. Г. Мелтондың «Религии мира» энциклопедияһы христиандарҙың һанын 2010 йылда 96 процент йәки 5,597 млн кеше тип күрһәтә.
Христиан диненең илдәге иң таралған төрө — католицизм (58,5 %). Шунан евангелистар 21,6 %, Моравия ағай-энеләре 1,6 % (индейҙар һәм Атлантик океан ярҙарында йәшәүселәр араһында), свидетели Иеговы 0,9 %, башҡалар 1,7 %. 2005 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, атеистар ил халҡының 15,7 тәшкил итә. Дәүләттең баш ҡалаһы Манагуала 2009 йылда илдәге беренсе мәсет төҙөлә, бындағы Ислам Мәҙәни Ассоциацияһына 320-гә яҡын ир-ат даими нигеҙҙә йөрөй.
Дәүләт ҡоролошо — президент республикаһы. Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы —биш йыллыҡ срокка һайланыусы Никарагуа президенты.
2009 йылдың октябрендә Никарагуаның Юғары суды ил Конституцияһының президентлыҡты бер генә биш йыллыҡ срок менән сикләгән статьяһын ғәмәлдән сығара. Был СФНО лидеры Даниэль Ортегаға икенсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә, һәм ул 2011 йылғы һайлауҙа еңеү яулай. Юғары суд ҡарары һәм Ортеганың ҡабаттан һайланыуы легаль оппозицияның ҡаты тәнҡитенә һәм 1980-сы йылдарҙағы контрастарға оҡшаш ҡораллы оппозицияның тыуыуына килтерә.
Закон сығарыу орган — 92 депутаттан торған бер палаталы Милли Ассамблея. 90 депутат дөйөм тура тауыш биреү менән биш йыллыҡ срокка һайлана, уларҙың 20 — дөйөм милли исемлек буйынса булһа, 70 — округтар һәм автономиялы төбәктәрҙән. ҡалған ике — депутат: быға тиклем биш йыл хакимлек иткән президент һәм һуңғы һайлауҙарҙа еңеүсенән ҡала иң күп тауыш йыйған президентлыҡҡа кандидат.
Никарагуаның Ҡораллы көстәре хәрби-һауа, хәрби-диңгеҙ һәм ҡоро ер ғәскәрҙәренән тора, уларҙа хеҙмәт итеүселәрҙең дөйөм һаны яҡынса 14 000 кеше. Хәрби бюджет күләме 85 миллион доллар, был ил сығымдарының 0,7 проценты тирәһен тәшкил итә. Армия СССР һәм Рәсәй ҡоралдарын ҡуллана, шулай уҡ Бөйөк Британия, Франция һәм Төркиәлә етештерелгән хәрби техника ла бар.
Никарагуа — башлыса аграр иҡтисадлы ил, Көнбайыш ярымшарҙағы иң ярлы дәүләттәрҙең береһе, Үҙәк Америкала бары тик Гондурас менән Гаити ғына унан да ярлыраҡ булып һанала. Эске тулайым продукт (ВВП) 2009 йылда йән башына иҫәпләгәндә — 4800 доллар тәшкил иткән, был донъя буйынса 168-се урын. 2005 йылда ил халҡының 48 проценты рәсми ярлылыҡ кимәленән дә түбәненерәк шарттарҙа көн иткән. 2009 йылғы мәғлүмәт буйынса эшһеҙлек 8,2 процент тәшкил итә. Дәүләттең бурысы — эске тулайым продукттың 17 процентын тәшкил итә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тикшеренеүе күрһәтеүенсә, Никарагуаның 79 процент халҡы көнөнә ике долларҙан дә кәмерәк хаҡҡа тормош кисерә. ВВП-ның 17,5 процентын биреүсе ауыл хужалығында эшләүселәрҙең 29 проценты хеҙмәт һала, улар ҡәһүә, банан, ҡамыштан шәкәр һәм мамыҡ, уларға өҫтәп дөгө, кукуруз, тәмәке һәм соя үҫтерә.
Сәнәғәт ВВП-ның 26,5 процентын бирә, унда халыҡтың 19 проценты мәшғүл. Бындағы эшмәкәрлек йүнәлештәре — ауыл хужалығы продукцияһын, нефть продуктарын һәм ағас эшкәртеү, эсемлектәр, туҡыу тауарҙары һәм аяҡ кейеме етештереү.
ВВП-ның 56 процентын биреүсе хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәрҙең 52 проценты йыйылған.
Энергетика торошо проблемалы. Электр энергияһының 84 проценты йылылыҡ электр станцияларында етештерелә. 1990 йылда иһә уның яртыһын геотермаль һәм гидростанциялар биргән. Нефткә хаҡтың юғары булыуы энергия етештереүҙең бындай структураһы инфляция тыуҙыра һәм иҡтисади үҫеште тотҡарлай. Миҫал өсөн, 2007 йылда инфляция кимәле 16,88 процент булып, эске тулайым продукт үҫеше ни бары 3,7 процент тәшкил иткән.
Үҫеш темптары буйынса иҡтисадтың банк, төҙөлөш, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, туризм һәм туҡыу тауарҙары етештереү секторҙары алдынғылар рәтендә.
Транспорт сараларының һәм юлдарҙың күп өлөшө илдең көнбайыш өлөшөндә тупланған. Автомобиль юлдарын әүҙем һалыу 1940-сы йылдарҙа башлана, хәҙер уларҙың оҙонлоғо 30 мең километрға яҡын, юлдар башлыса ҡаты япмалаһыҙ; илдең көнсығышында ямғырҙар миҙгеле йылдың 12 айының туғыҙын тәшкил итә, бында ҡаты япмалы юлдар яҡ тиерлек, йылдың күп өлөшөндә көнсығыш яр буйҙарының илдең көнбайышы менән транспорт бәйләнеше бөтөнләй өҙөлә; урындағы халыҡ хәрәкәт итеү өсөн бындағы күп һанлы йылғаларҙы ҡуллана.
«Ла Костенья» милли авиакомпанияһы баш ҡаланың «Аугусто Сесар Сандино» аэропортынан ил эсендәге рейстар буйынса осоштар яһай; сит ил компаниялары ла халыҡ-ара рейстар өсөн ошо аэропортты файҙалана.
Илдең төп диңгеҙ порты Коринто Тымыҡ океан ярында урынлашҡан. Сауҙа әйләнешенең күп өлөшөн Анлантик океан ярҙарында урынлашҡан илдәр менән алыш-биреш алып торғанлыҡтан, Никарагуа Коста-Риканың Лимон һәм Гондурастың Пуэрто-Лемпир порттарын файҙаланырға мәжбүр. Эске ҡоро ер коммуникацияларының торошо һәм тәрәнлектәре етәрлек булмау илдең Блуфидс һәм башҡа бер нисә ошондай портын ҡуллланыу мөмкинлеген бирмәй. Тәрән һыулы Манки-Пойнт портын төҙөү әлегә тиклем проект кимәлендә генә ҡала килә.
2017 йылда сауҙа экспортының күләме 5,34 млрд доллар тәшкил итһә, импорт кимәле — 7,86 млрд долларға еткән.
Шул уҡ йыл мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ситкә һатылған— текстиль тауарҙары (28 %), изоляцияланған электр сымдары (12 %), ҡәһүә (9,7 %), алтын (8 %) һәм туңдырылған һыйыр ите (5,7 %), тағы ла емеш-еләк, сәтләүек, шәкәр, тәмәке һәм ҡыҫала һымаҡтар.
2017 йылда төп һатып алыусылар — АҠШ (3,09 млрд долл.), Мексика (340 млн долл.), Сальвадор (275 млн долл.), Коста-Рика (154 млн долл.) һәм Гондурас (154 млн долл.).
Илгә индерелгән төп тауарҙар — машиналар, ҡорамалдар һәм электроника (16,9 %), текстиль сеймалы, туҡымалар һәм ярымфабрикаттар (16,2 %), химия тауарҙары, медикаментар менән бергә (13 %), шулай уҡ нефть продукттары, металл һәм әҙер аҙыҡ-түлек тауарҙары.
Уларҙы төп һатыусылар (2017 йылда) — АҠШ (1,75 млрд долл.), Ҡытай (1,16 млрд долл.), Мексика (1,01 млрд долл.), Гондурас (0,5 млрд долл.) һәм Коста-Рика (0,478 млрд долл.).
2009 йыл аҙағына Никарагуаның тышҡы бурысы— 4,7 млрд доллар тәшкил иткән.
Милли валюта — алтын кордоба. Уның рәсми курсы — 20,8 алтын кордоба АҠШ-тың 1 долларына тиң.
Никарагуа кире сауҙа балансына эйә: импорт күләме экспорттан 1 млрд долларҙан күберәккә артығыраҡ. Бының төп сәбәбе, беренсенән, уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһынан алып инфляция менән көрәш өсөн милли валютаның юғары курсын тотоп килеү булһа, икенсенән, ошо сәйәсәт өсөн материал база булып хеҙмәт иткән Халыҡ-ара валюта фонды кредиттары (2006 йылда дәүләттең валюта резервтары 869 млн долларға еткән булған).
Һөҙөмтәлә 1994—2004йылдарҙа кордобаның курсы 2,5 тапҡырға артҡан, аза, быға ҡағылышлы экспорт тауарҙарының хаҡы ҡырҡа күтәрелгән, ә импортланыусы тауарҙарға — һиҙелерлек төшкән. Илдең традицион етештереү тармаҡтары — миҫал өсөн, ҡәһүә етештереү — донъя баҙарында хаҡтар үҫеүенә ҡарамаҫтан, шул уҡ ҡәһүәгә, милли валютаның ғәҙәти булмаған курсы арҡаһында ҡыҫҡарыуға дусар ителә.
Никарагуаның аҡса берәмеге — кордоба. Бер кордоба = 100 сентаво. 2021 йылдың февраленә бер АҠШ доллары яҡынса 35 кордобаға тиң.
Валютаны банктарҙа йә аҡса алмаштырыу пунтарында алмаштырырға була. Һәр ерҙә лә доллар менән иҫәпләшеү мөмкинлеге бар. Евро бары тик банктарҙа ғына ҡабул ителә. Кредит карталарын илдең һәр ерендә сикләүһеҙ ҡулланырға була.
1980—1990 йылдарҙа Никарагуала 1979 йыл аҙағында власҡа килгән һул «сандинистар» менән Америка Ҡушма Штаттары асыҡтан-асыҡ яҡлаған «контрас» хәрәкәте араһында ғәмәлдә «иғлан ителмәгән һуғыш» бара.
Хәрби сығымдарҙың үҫеүе, һуғыш хәрәкәттәре һәм «контрас»тарҙың диверсиялары килтергән зыян һәм емерелеүҙәр киҫкен гиперинфляцияның төп сәбәбе була, 1988 йылда уның кимәле 30 мең процентҡа етә.
Һөҙөмтәлә бер нисә йыл дауамында быға тиклем сығарылған банкноттарға уларҙың номиналь хаҡын мең һәм тиҫтәләгән мең тапҡыр арттырған баҫма яһала.
Никарагуаның 1979 һәм 1985 йылдарҙағы кордобаһында 1987—1991 йылдарҙа ошондай баҫма ҡара төҫтәге ябай типография быяуы менән яһала. Ҡайһы бер осраҡта уларҙың сифаты бик тә түбән була: йә купюраның бер яғында ғына, йә ҡыйыш, йә баштан аяҡҡа әйләндерелеп, йә баҫылыуы насар кимәлдә. Ошо сәбәптән улар оҡшатып яһауға еңел бирелә, был иһә үҙ сиратында ялған аҡсаларҙың киң таралыуына килтерә.
Алтын, көмөш, баҡыр, вольфрам, ҡурғаш, цинк, никель, терегөмөш күп булмаған миҡдарҙа, океан ярҙары буйында нефть һәм газ табылған, хәҙерге ваҡытта көнбайыш компаниялар уларҙы үҙләштереү хоҡуғын алырға тырыша, әммә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүгә күрше илдәрҙең экологик йәһәттән хәүефләнеүе (бигерәк тә курорт-туристик тармағы ныҡ үҫешкән Коста-Рика) һәм ҡайһы бер нефть ятҡылыҡтары биләмәләренә турана-тура ҡағылған сик буйы бәхәстәре ҡамасаулай.
XX быуаттың икенсе яртыһында Советтар Союзы йоғонтоһонда Никарагуала һул ҡараш идеялар ныҡлап тарала башлай. Был диктатор Самоса режимын яҡлаусы АҠШ менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙыра.
Хәҙерге ваҡытта Никарагуала Америкаға ҡаршы хәрәкәт көс йыя бара, был илдең Куба, Венесуэла, Боливия һәм ҡайһы бер башҡа дәүләттәр менән яҡынайыуына алып килә. Һуңғы осорҙа ил етәкселегендә шулай уҡ Рәсәйгә ҡарата йылы ҡараш көсәй бара, быға Совет хөкүмәтенең йомарт ярҙамы тураһындағы хәтирәләр ҙә булышлыҡ итә. СССР тарҡалғанда Никарагуаның бурысы 3,5 млрд АҠШ доллары тирәһе була (илдең һәр кешеһенә 1000 долларҙан аҙ генә кәмерәк). Был бурысты Рәсәй этаплап тулыһынса ғәмәлдән сығара.
Никарагуаның тышҡы сәйәсәте турана-тура ил президены Даниэль Ортего эшмәкәрлеге менән бәйле. Латин Америкаһы социализмы вәкилдәре Венесуэла — Куба — Боливия, шулай уҡ Эквадор — илдең төп сәйәси партнерҙары.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының юғары суд инстанцияһы — Халыҡ-ара суд 2012 йылдың ноябрендә Кариб бассейнындағы утрауҙар төркөмөнә ҡағылышлы Колумбия менән Никарагуа араһында ун йылдан артыҡ дауам иткән бәхәскә нөктә ҡуйҙы: утрауҙарҙың Колумбияныҡы булыуы тураһында ҡарар ҡабул итте. Был ил ярҙарынан яҡынса 775 километр, ә Никарагуанан 230 километр алыҫлыҡтағы Ронкадор, Китасуэньо, Серрана, Серранилья, Бахо-Нуэво, Кайо-Боливар һәм Альбукерке утрауҙарын үҙ эсенә алған архипелаг, шулай уҡ уның тирә яҡ һыуҙары һәм диңгеҙ төбө Колумбияныҡы. Бер үк ваҡытта әйтелгән ҡарар менән Никарагуаның диңгеҙ сиге үҙгәртелде, уның территориаль һыу биләмәләре киңәйтелде. Был илгә балыҡ тотоуҙы арттырырға мөмкинлек бирә, нефть һәм газ ятҡылыҡтарына үтеү мөмкинлеген тыуҙыра. Ҡарарҙа шулай уҡ уның Коста-Рика һәм Гондурастың диңгеҙ сиктәренә һәм территориаль һыу биләмәләренә бер ниндәй ҡыҫылышы ла юҡлығы айырым билдәләнә.
Ил территорияһы 15 департаментҡа һәм ике автономлы төбәккә бүленгән.
№ п/п | Департамент | Административ үҙәге | Майҙаны, км² |
Халҡы, кеше (2012) |
Халыҡ тығыҙлығы, кеше/км² |
---|---|---|---|---|---|
1 | Боако | Боако ҡалаһы | 4 176,68 | 174 682 | 41,82 |
2 | Карасо | Хинотепе ҡалаһы | 1 081,40 | 186 898 | 172,83 |
3 | Чинандега | Чинандега ҡалаһы | 4 822,42 | 423 062 | 87,73 |
4 | Чонталес | Хуигальпа ҡалаһы | 6 481,27 | 182 838 | 28,21 |
5 | Эстели | Эстели ҡалаһы | 2 229,69 | 220 703 | 98,98 |
6 | Гранада | Гранада ҡалаһы | 1 039,68 | 200 991 | 193,32 |
7 | Хинотега | Хинотега ҡалаһы | 9 222,40 | 417 372 | 45,26 |
8 | Леон | Леон ҡалаһы | 5 138,03 | 404 471 | 78,72 |
9 | Мадрис | Сомото ҡалаһы | 1 708,23 | 158 020 | 92,51 |
10 | Манагуа | Манагуа ҡалаһы | 3 465,10 | 1 448 271 | 417,96 |
11 | Масая | Масая ҡалаһы | 610,78 | 348 254 | 570,18 |
12 | Матагальпа | Матагальпа ҡалаһы | 6 803,86 | 542 419 | 79,72 |
13 | Нуэва-Сеговия | Окоталь ҡалаһы | 3 491,28 | 243 014 | 69,61 |
14 | Ривас | Ривас ҡалаһы | 2 161,82 | 174 589 | 80,76 |
15 | Сан-Хуан | Сан-Карлос ҡалаһы | 7 473 | 95 596 | 12,79 |
16 | Атлантик Төньяҡ төбәк (авт.) | Пуэрто-Кабесас ҡалаһы | 33 105,98 | 453 541 | 13,70 |
17 | Атлантик Көньяҡ төбәк (авт.) | Блуфилдс ҡалаһы | 27 260,02 | 369 254 | 13,55 |
Всего | 120 339,54 | 6 071 045 | 50,45 |
Иҫкәрмә: Ҡалған 9 150 квадрат километрҙы һыу ятҡылыҡтары алып тора (айырыуса ҙур майҙанлы Никарагуа һәм Манагуа күлдәре.
Никарагуаның һәр тораҡ пункты йылына бер тапҡыр үҙенең «фәрештә-һаҡлаусы»— «фиеста патрональ» көнөн билдәләй.
2009 йылдан Никарагуа Рәсәй, Украина һәм донъяның тағы ла 70 дәүләте граждандары өсөн визаларҙы юҡҡа сығарҙы. Илгә ингәндә 10 доллар, ә сыҡҡанда 35 доллар аэропорт йыйымы түләргә кәрәк (әгәр ул авиабилет хаҡына индерелмәгән булһа). Привикалар тураһында сертификат кәрәк түгел. Йорт хайуандарын индергәндә-сығарғанда тейешле документтар күрһәтергә һәм инеү-сығыуға рөхсәт өсөн 20 доллар түләргә кәрәк. Илгә 200 сигарет, йә 50 сигара, йә 500 грамм тәмәке, 3 литр спиртлы эсемлек, 2 кг кәнфит йә шоколад индерергә мөмкин. Тағы ла һәр береһен берәр дананан мини-компьютер, бинокль, фото, аудио- һәм видеотехника алып инергә була.
Урындағы халыҡ дөгөнән һәм үҙҙәрендә үҫкән төрлө йәшелсәнән әҙерләнгән ашамлыҡ ҡуллана. Отель һәм ресторандарҙа туристарға башлыса диңгеҙ продукттарынан торған аш-һыу тәҡдим ителә. Никарагуаның иң билдәле спиртлы эсемлеге — Флор Де Канья ромы, ул бөтә донъяға сығарыла.
Никарагуала һәр тораҡ пункты йылына бер тапҡыр үҙенең фәрештә-һаҡлаусы — «фиеста патрональ» көнөн билдәләй. Был байрамда, мәҫәлән, Сан-Себастьянда ғинурҙа йәки Сантьягола июлдә уҙғарылғанында күп төрлө фольклор сығыштарға һәм маскарадлы күренештәргә таң ҡалырға була.
Никарагуа Викиһүҙлектә | |
Никарагуа Викикитапханала | |
Никарагуа Викимилектә | |
Никарагуа Викигид |