Оливер Стоун | ||||||||||
ингл. Oliver Stone | ||||||||||
| ||||||||||
Исеме |
Уильям Оливер Стоун | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө |
15 сентябрь 1946 (77 йәш) | |||||||||
Һөнәре |
кинорежиссёр | |||||||||
Карьераһы |
1971 — хәҙергә тиклем | |||||||||
Наградалары |
«Оскар» (1979, 1987, 1990) | |||||||||
IMDb | ||||||||||
Оливер Стоун Викимилектә | ||||||||||
Уильям Оливер Стоун (ингл. William Oliver Stone; род. 15 сентябрь 1946, Нью-Йорк, АҠШ) — америка кинорежиссеры, сценарист һәм продюсер. Өс «Оскар» премияһы эйәһе.
Оливер Стоун 1946 йылдың 15 сентябрендә АҠШ-тың Нью-Йорк ҡалаһында тыуа, Стоундың атаһы йәһүд, әсәһе — католик ғаиләһенән сыҡҡанфранцуз ҡыҙы, әммә икеһе лә дини булмаған булалар, шуға күрә буласаҡ кинорежиссерҙы компромисс итеп инжил сығышлы мәктәпкә уҡырға бирәләр (хәҙер Стоун үҙен буддист тип һанай). Уның атаһы, брокер Луис Силверстайн (ингл. Louis Silverstein, 1910—1985), фамилияһын Йель университетында уҡығанда америкаса Стоунға үҙгәртә. Әсәһе, Жаклин Годда (ингл. Jacqueline Goddet, тыуған 1926) париж икмәк бешереүсеһенең ҡыҙы булған. Ул Оливерҙың атаһы, иҡтисад белемле булған, һуғыштан һуңғы Европала иҡтисади мәсьәләләр буйынса советник сифатында Эйзенхауэр Дуайттың Берлиндағы штаб-фатирында хәрби хеҙмәт үткән 35 йәшлек майор Луис Стоун менән таныша. 1962 йылда Оливерҙың ата-әсәһе айырылыша һәм әсәһе Европаға ҡайта; Оливерҙы атаһы тәрбиәләй.
Пенсильванияла колледж тамамлағандан һуң Стоун Нью-Йоркка ҡайта һәм шунда уҡ Йель университетына уҡырға инә, әммә, бер йылдан әҙерәк уҡығандан һуң, уҡыуын ташлай һәм Көньяҡ Вьетнамдың Ирекле тымыҡ океан колледжына инглиз теле уҡытыусыһы сифатында китә, тағы ла бер йылдан Орегон штатына , ә һуңынан — Мексикаға күсә. 1967 йылда армияға саҡырыла һәм ҡабаттан Вьетнамға юллана. Вьетнамда Стоун йылдан ашыу — 1967 йылдың сентябренән 1968 йылдың ноябренә тиклем — һуғыша, «Берт» ут ярҙамы базаһы өсөн ҙур алышта ҡатнаша һәм ике тапҡыр яралана. Һуғыштан бер нисә хәрби награда менән ҡайтып (шул иҫәптән «Бронза йондоҙ» и «Пурпурное сердце»), Оливер Нью-Йорк университеты на уҡырға инә һәм унда Мартин Скорсезенан ғилем ала.
Кинола Стоун 1971 йылда ҡыҫҡа метражлы таҫмлы «Последний год в Вьетнаме» фильмында дебют яһай.
1980-се йылдар башында Стоундың ҡараштары урталыҡлы уң яҡтан һулдарға тиклем үҙгәрә һәм бер нисә сәйәси фильмда сығыш яһай, уларҙың тәүгеһе «Сальвадор»(1986) була. Был фильмда, Рейган хакимиәте тарафынан үҙәк америка илендә финанслаған «үлем эскадрондары»ның (унда меңәрләгән кеше һәләк була, шул иҫәптән архиепископ Оскар Ромеро сиркәүҙәге церемониянан һуң үлтереүселәр ҡулынан һәләк була) ҡаты терроры тураһында бәйән итә.
Үҙенең шәхси хәрби тәжрибәһен режиссер «Взвод» (1986), «Рожденный четвертого июля» (1989) һәм «Небо и Земля» (1993) картиналарынан торған «вьетнам трилогияһы»нда сағылдырған. Әгәр «Взвод» — күпселек йәһәттән автобиографик әҫәр булһа, «Рожденный четвертого июля» картинаһында Стоун һуғышҡа ҡаршы активист булып ветеран-инвалид Рональд Ковиктың яҙмышына мөрәжәғәт итә, ә «Небо и Земля» картинаһында тәүге тапҡыр Вьетнам һуғышына «теге ҡаршы яҡтан» ҡарай — вьетнам ҡыҙы Ле Хейслип исеменән һуғыш тыуҙырған бөтә ҡыйынлыҡтарҙы күрһәтә.
1991 йылда «Джон Ф. Кеннеди. Выстрелы в Далласе» (ингл. JFK), фильмы сыға . Автор бында Президент Кеннедиҙы үлтереүҙе ҡараған Уоррен комиссияһы</a>һығымталарын ҡайтанан ҡарай. Фильмда Яңы Орлеандың прокуроры Джим Гаррисондың бойондороҡһоҙ тикшереүе һүрәтләнә. Прокурор, комиссия докладында яҙылған «тылсымлы пуля» һәм «яңғыҙ үлтереүсе» Ли Харви Освальд тураһындағы рәсми версияны кире ҡаға. Стоун әйтеүенсә, президент Кеннедиҙы үлтереү енәйәт донъяһы менән тығыҙ бәйле (атап әйткәндә, эшҡыуар Клей Шоу менән) корпорацияларҙың һәм махсус хеҙмәттәрҙең Вьетнамға тулы масштаблы баҫып инеү мөмкинлеген биргән. Был фильм америка йәмғиәтендә ҡаты бәхәстәр тыуҙыра.
Оливер Стоун Латин Америкаһында «XXI быуат социализмы» йүнәлешенә табан социаль трансформациялар яҡлы була, айырыуса Венесуэлалағы Боливар революцияһын ҡеүәтләй.
Стоун Фидель Кастро тураһында «Командант» (2003), «В поисках Фиделя»(2004) һәм «Кастро зимой» (2012) тигән өс документаль фильм төшөрә.
2009 йылда латин Америкаһы етәкселәре тураһында тулы метражлы «К югу от границы " тигән документаль фильм өҫтөндәге эшен тамамлай. Унда Стоундың ете президент Уго Чавес (Венесуэла), Эво Моралес (Боливия), Рафаэль Корреа (Эквадор), Рауль Кастро (Куба), Киршнер ҡатыны (Аргентина), Лула да Силва (Бразилия) һәм Фернандо Луго (Парагвай) интервьюлары менән файҙаланған. Чавес Стоунды 2009 йылдың сентябрендә Венецияла Халыҡ-ара кинофестивалдә документаль фильм премьераһында шәхсән үҙе оҙатып йөрөй. Фильм 2010 йылдың йәйендә Аҡш-тың һәм Европаның бер нисә ҡалаһындағы кинотеатрҙар экрандарына сыға.
2014 йылдың мартында Стоун Чавестың вафаты йыллығында «Mi Amigo Hugo» («Мой друг Уго») фильмын сығара.
Стоун шулай уҡ израиль-фәләстин мөнәсәбәттәре тураһында «Персона нон-грата» документаль фильмын төшөрә, уға бер нисә билдәле Израильэшмәкәрҙәренең, шул иҫәптән Эхуд Барак, Биньямина Нетаньяху һәм Шимон Перес, шулай уҡ Фәләстинде азат итеү ойошмаһы етәксеһе Ясир Арафаттың интервьюлары инә.
2012 йылда Showtime каналы «Оливер Стоундың телгә алынмаған Ҡушма Штаттары тарихы» документаль сериалын күрһәтә. Оливер Стоун был фильмда сценаристарҙың береһе, шулай уҡ режиссер, продюсер һәм хикәйәсе булараҡ сығыш яһай.
2016 йылда 2014 йылдағы Украиналағы ваҡиғалар тураһында Стоундың «Украина в огне» документаль фильмы сыға. Оливер Стоун фильмдың продюсеры булараҡ сығыш яһай һәм был фильмы өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндан һәм Украинаның элекке президенты Виктор Януковичтан интервью ала.
2014 йылдың ноябрендә Стоун Рәсәй президенты Владимир Путин тураһында күп сериялы фильм төшөрөргә теләгәне тураһында белдерә. Ул американдарҙың ишетергә теләмәгән фекерен күрһәтеү өсөн Рәсәй лидерынан интервью алырға теләүен билдәләй. Был фильмдың премьераһы АҠШ-та 2017 йылдың 12-15 июнендә Showtime каналында күрһәтелә. Рәсәйҙә уны 2017 йылдың 19-22 июнендә «Беренсе канал» аша күрһәтәләр.
2021 йылдың йәйендә Стоундың Нурсолтан Назарбаевҡа арналған «Казах. История золотого человека» исемле документаль проекты анонслана. Картинаның премьераһы шул уҡ йылдың октябрендә була Рим кинофестивалендә күрһәтелә.
2017 йылдың 27 ноябрендә «Synergy Global Forum 2017» форумында ҡатнаша.
Бала сағында үҙен протестантлыҡ динле тип һанай, һуңынан буддизмды ҡабул итә.
1997 йылда, Голливудтың башҡа билдәле актерҙары һәм етәкселәре менән бер рәттән, Оливер Стоун немец канцлеры Гельмут Колгә International Herald Tribune гәзитендә баҫылған асыҡ хатҡа ҡул. Был хатта Германиялағы [саентологтарға эйәреүселәрҙең дини хоҡуҡтарын ҡыҫыуға юл ҡуймау тураһында белдерелгән була.
Оливер Стоун антиимпериалист һәм Уильям Бламдың АҠШ-тағы тышҡы сәйәсәтен хуплаусы. Бламдың тышҡы сәйәсәте мәктәптәрҙә һәм университеттарҙа уҡытылырға тейеш, п һанай.
Стоун Аргентина,Боливия, Бразилия, Чили, Парагвай, Уругвайҙа үткәрелгән «Кондор» операцияһын, Көньяҡ Американың уң диктатураларын яҡлап кешеләрҙе үлтереүҙе һәм язалауҙы тормошҡа ашырған операцияны (ҡара. Бысраҡ һуғыш), американдарҙың хуплауын тәнҡиткә дусар итә.
Оливер Стоун Wikileaksты нигеҙләүсе Джулиан Ассанж яҡлы булып асыҡтан-асыҡ сығыш яһай. 2012 йылдың июнендә ул, Эквадорҙа Ассанждың сәйәси һыйыныу урыны һорап яҙылған заявкаһын яҡлап, петицияға ҡул ҡуя.
2012 йылда Стоун Барак Обаманы ыңғай баһалай. Әммә, йылдар үткәс, Сан-Себастьянда үткән кинофестивалдә Стоун әйтеүенсә, башта Обаманы «ныҡ намыҫлы кеше» булыр тип уйлаған американдарҙың күбеһе Барак Обама сәйәсәтенән һыуына. Ул былай ти: «Киреһенсә, Обама кесе Джордж Буш хакимиәтенең сәйәсәтен дауам итеүҙә тырышлыҡтарын икеләтә арттырҙы» һәм «Штазиҙы күпкә уҙып китеп, глобаль эҙәрлекләүсе дәүләт булдырҙы».
2018 йылдың апрелендә Тегерандағы кинофестивалдә ул президент Дональд Трампты библия демоны «Вельзевул» менән сағыштыра. Стоун 2020 йылда Джо Байден өсөн тауыш бирһә лә, ул Демократик партияны икейөҙлөлөктә тәнҡитләй. Стоун, демократтар һайлауҙарҙа 2016 йылда борсолған кеүек үк, тауыштарҙы сәйер иҫәпләү менән борсолмай, тип раҫлай.
Бер нисә америка Киң мәғлүмәт сараларында Оливер Стоунды «Путин менән Интервью» документаль фильм өсөн тәнҡитләйҙәр.
2022 йылда Рәсәйҙең Украинаға баҫып инеү башланғысын хуплай, әммә март уртаһында конфликтҡа мөнәсәбәтен ҡырҡа алмаштыра.
Оливер Стоун өс тапҡыр өйләнгән, өс балаһы бар.
Уның беренсе ҡатыны Найва Саркис була. Улар 1971 йылдың 16 майында өйләнешә, ә 1977 йылда айырылыша.
1981 йылдың 6 июнендә ул Элизабет Коксҡа өйләнә. Уларҙың ике улдары бар: Шон Кристофер (1984 йылда тыуған) һәм Майкл Джек (1991 йылда тыуған). Оливер менән Элизабет 1994 йылдың авгусында айырылыша.
Стоун хәҙерге ваҡытта Сун-Чжун Юнгҡа өйләнгән, һәм уларҙың Тара исемле ҡыҙҙары бар.
Хәрби хеҙмәт ваҡытында Оливер Стоун «Бронза йондоҙ» миҙалы, имән япраҡтары шәлкеме төшөрөлгән «Пурпурное сердце»миҙалы, Һауа миҙалы, "«Милли оборонаға Хеҙмәте өсөн» миҙалы (АҠШ)",«Милли оборонаға хеҙмәте өсөн» миҙалы, Армияның Маҡтау миҙалы, «Вьетнамда хеҙмәт иткән өсөн» миҙалы, Вьетнам кампанияһы миҙалы, Хәрби пехотасы билдәһе (барыһы ла АҠШ-тыҡы) менән бүләкләнгән.
Оливер Стоун Америка киноакадемияһының өс «Оскар» премияһына лайыҡ булған. Тәүгеһен ул 1978 йылда Алан Паркерҙың «Ночной экспресс» фильмына яҡшы яраҡлаштырылған сценарийы өсөн ала. Ҡалған икәүһе уға «вьетнам трилогияһы» нан «Взвод» һәм «Рожденный четвертого июля» фильмдарының режиссеры булараҡ тапшырыла.
Оливер Стоун-бик күп кинофестивалдәр призеры, ошондай күп наградаларға эйә:
Год | Фильм | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Режиссёр | Сценарист | Продюсер | Актёр | Роль | Примечания | ||
1971 | Последний год во Вьетнаме | ||||||
1973 | Сахарное печенье | ||||||
1974 | Захват | ||||||
1978 | Полуночный экспресс | ||||||
1979 | Безумец с Мартиники | ||||||
1981 | Рука | Бомж | |||||
1982 | Конан-варвар | ||||||
1983 | Лицо со шрамом | ||||||
1985 | Год дракона | ||||||
1986 | Восемь миллионов способов умереть | ||||||
1986 | Взвод | Майор в бункере | |||||
1986 | Сальвадор | ||||||
1987 | Уолл-Стрит | Трэйдер | |||||
1988 | Радиоболтовня | ||||||
1989 | Рождённый четвёртого июля | Репортёр газеты | |||||
1989 | Голубая сталь | ||||||
1991 | Джон Ф. Кеннеди. Выстрелы в Далласе | ||||||
1991 | Дорз | Преподаватель UCLA | |||||
1992 | Голова зебры | ||||||
1992 | Против течения | ||||||
1993 | Небо и земля | ||||||
1993 | Дикие пальмы | камео | |||||
1993 | Клуб «Счастливчик» | ||||||
1994 | Новое время | ||||||
1994 | Прирождённые убийцы | ||||||
1995 | Никсон | ||||||
1995 | Обвинительный акт: Суд над Макмартинами | ||||||
1996 | Эвита | ||||||
1996 | Народ против Ларри Флинта | ||||||
1996 | Убийца: дневник убийств | ||||||
1996 | Шоссе | ||||||
1997 | Поворот | ||||||
1997 | Холод в сердце | ||||||
1998 | Спаситель | ||||||
1999 | Каждое воскресенье | Таг Ковальски | |||||
2003 | Команданте | документальный | |||||
2003 | Персона нон грата | документальный | |||||
2004 | Александр | ||||||
2004 | В поисках Фиделя | документальный | |||||
2006 | Башни-близнецы | ||||||
2008 | Буш | ||||||
2009 | К югу от границы | документальный | |||||
2010 | Уолл-стрит: Деньги не спят | ||||||
2012 | Проклятый камень | ||||||
2012 | Особо опасны | ||||||
2014 | Нерассказанная история США | рассказчик | документальный | ||||
2016 | Украина в огне | интервьюер | документальный | ||||
2016 | Сноуден | ||||||
2017 | Интервью с Путиным | интервьюер | документальный | ||||
2019 | В борьбе за Украину | интервьюер | документальный |
archive-url=
, должен задаваться и параметр archive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметр url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title=
в шаблоне {{cite web}}. . Дата обращения: 19 июнь 2016.