Ольштын | |
пол. Olsztyn | |
Флаг | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 31 октябрь 1353 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Olsztyn, Allenstein һәм Allenstein |
Дәүләт | Польша |
Административ үҙәге | Варминско-Мазурское воеводство, Olsztyn Voivodeship һәм Ольштынское воеводство |
Административ-территориаль берәмек | Варминско-Мазурское воеводство |
Сәғәт бүлкәте | Үҙәк Европа йәйге ваҡыты, UTC+1:00 һәм UTC+2:00 |
Хөкүмәт башлығы | Piotr Grzymowicz |
Халыҡ һаны | 170 225 кеше (31 март 2021) |
Ир-егеттәр | 79 274 |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 90 951 |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 88 метр |
Туғандаш ҡала | Шатору, Оффенбург, Калининград, Гельзенкирхен, Луцк, Кальп, Хальмстад, Перуджа, Ричмонд, Рованиеми һәм Сённерборг |
Сиктәш | Ставигуда, Гетшвалд, Йонково, Дывиты, Барчево һәм Пурда |
Алдағы | Алленштайн |
Башланыу датаһы | 1945 |
Майҙан | 88 км² |
Почта индексы | 10-001–11-041 |
Рәсми сайт | olsztyn.eu/o-olsztynie.h… |
Урындағы телефон коды | 89 |
Номер тамғаһы коды | NO |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Ольштыне |
Ольштын Викимилектә |
Ольштын (пол. Olsztyn ) ), 1945 йылға тиклем Алленштайн (нем. Allenstein ) — Польша ҡалаһы, илдең төньяғында , Лын йылғаһы буйында урынлашҡан, Вармия-Мазур воеводствоһының административ үҙәге.
Ольштын ҡалаһы Ольштын күлдәре төбәгендә урынлашҡан, унда 11 ҙур күлдәр һәм ҡуйы урмандар бар.
Ҡала морена боҙлоғоноң ҡалдығында ята. Ҡаланың иң бейек нөктәһе -диңгеҙ кимәленән 155 м бейеклектә, иң түбәне — 88 м бейеклектә.
Ольштындың 560 мең гектар ерен ҡала паркы зонаһы биләй(6,5 процент). Ольштын территорияһында ике тәбиғи заказник бар, уларҙың 14 га ере торфлы һаҙлыҡ үҫемлектәре менән ҡапланған.
Ҡала аша өс йылға аға: Лын, Вадонг (пол. Wadąg) һәм Кортувка (пол. Kortówka). Ҡала административ сиктәрендә 15 күл бар, шуларҙың 13-нөң майҙаны 1 гектарҙан ашыу.
Ҡала климаты уртаса, диңгеҙ климатынан континенталгә күсемле. Йыллыҡ уртаса яуым-төшөм кимәле — 600 мм, һауаның уртаса йыллыҡ температураһы +6,6 °C: максимум-июль (+17,7 °C) һәм ғинуар айында минимум (-3,5 °C). 160 көн яуым-төшөм менән, 140 көн менән һыуыҡ температуралы, ҡар ҡатламы уртаса 83 көн дауамында ята.
2000 йылда ҡала халҡы 172 000-гә етә.
2010 йылдың 30 июненә ҡарата халыҡ һаны 176 522 кеше тәшкил итә (21 урын Польшала), ҡала майҙаны — 88,33 км² (26-сы урын илдә), халыҡ тығыҙлығы — 1998 кеше/кв. км.
XIX быуат аҙағында ҡалала ике машиналар төҙөү заводы һәм шырпы фабрикаһы була. 1914 йылда инде эшләп килгән сәнәғәт предприятиеларының һаны 60-ҡа яҡын, шул иҫәптән ике һөт заводы, 2 тирмән, 3 типография, гәрсис етештереү буйынса фабрика, 4 һыра заводы, 9 мебель фабрикаһы, 7 кирбес, 2 черепица заводы, 3 кареталар эшләү оҫтаханаһы, сыбыртҡы фабрикаһында эшләй, бирсәткә, эш бейәләйҙәре тегеү фабрикаһы, кәрзиндәр үреү оҫтаханалары, 2 тараҡ фабрикаһы, 7 кер йыуыу һәм буяу оҫтаханалары була.
Икенсе донъя һуғышынан һуң Ольштында иҡтисади үҫеш көсәйә, ҡала Мазур һәм Вармияның мөһим административ үҙәгенә әйәләнә.
1967 йылда автомобиль шиналары заводы асыла, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте барлыҡҡа килә.
Ольштын ҡалаһы Польша мәғарифының төп үҙәктәренең береһе булып тора.
Ҡалала бер йөҙҙән ашыу урта уҡыу йорттары һәм 6 юғары уҡыу йорттары эшләй.
Вармия капитул замогының уң ҡанаты 1348 йылда төҙөлә башлай. Һуңғараҡ бинанаға яңы бер ҡат күтәртелә, ә XV—XVI быуаттарҙа көньяҡ ҡанаты һәм башняһының өҫкө өлөшө төҙөлә. 1516—1521 йылдарҙа замоктың администраторы Николай Коперник булған. Күркәм готика архитектураһы өлгөһөндә Вармия һәм Мазур музейы урынлашҡан.