Рифәғилек

Рифәғилек
ғәр. الرفاعية

рифәғиҙәр зекере
Дин:

ислам

Ағым:

сөнниҙәр

Нигеҙләнгән:

XII век

Нигеҙләүсе:

Әхмәт әр-Рифәғи

Илдәр:

Мысыр һ.б.

Төбәктәр

Яҡын Көнсығыш, Анатолия һәм Балҡан ярымутрауы

Союзниктар:

суфыйҙар

Рифәғилек(ғәр. الرفاعية‎; рус. Рифаия) — иң боронғо суфый тәриҡәттәренең береһе, Әхмәт әр-Рифәғи тарафынан XII быуатта нигеҙләнгән. Тәриҡәт ғәрәп Урта Көнсығышында зекер ярҙамында яуыз рухтарҙы экзорцистик ҡыуыу практикаһы аша билдәлелек ала.

Тарихы

Тәриҡәт үҙенең исемен уның нигеҙ һалыусыһы Әхмәт әр-Рифәғи исеменән ала. Уның эйәрсендәрен ҡайһы берҙә әхмәҙиселәр һәм батаиһиҙар тип атайҙар. Әхмәт әр-Рифәғи (ваф. 578/1182) шәфиғи мәҙһәб хоҡуҡ белгесе була. Ул Ираҡтың көньяғында Батаихта йәшәй. Суфыйлыҡта уның тәүге уҡытыусылары ағаһы Мансур әл-Батаихи (ғәр. منصور البطائحي‎) һәм Ғәли әл-Уасити була.

Әхмәт бер нисә әҫәр яҙа.

Был тәриҡәткә эйәреүселәр Яҡын Көнсығышта, Мысырҙа, Анатолияла, Балҡанда һәм мосолман донъяһының күп кенә төбәктәрендә йәшәй. Рифәғиҙәр тураһында билдәле ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттута хәбәр итә .

Тәғлимәте

Рифәғиҙәр кешенең етешһеҙлектәре һәм нәфселәре менән зекер ярҙамында көрәшә. Заһитлыҡ һәм бикләнеү практикаһы (Khalwa) уларҙа — ҡырҡ көн, әгәр был мөхәррәм айында булһа - ете көн дауам итә. Яңғыҙлыҡ ваҡытында мөриттәр йыш тәһәрәт>ләнә, ураҙа тота, ит ашамай һәм бер нәмә лә уларҙы ғибәҙәт ҡылыуҙан ситләштерә алмаҫлыҡ тынлыҡ булған ерҙә урынлаша.

Рифәғиҙәр ҡара сәллә кейә, ә йыйылыштарында намаҙлыҡтарҙа ултыра. Улар литавралар һәм барабандар ҡағып, көслө тауышлы зекерҙәр башҡара. Ибн Баттутта шаһитлығы буйынса, зекер ваҡытында улар утҡа бирешмәй, быяла сәйнәй һәм йыландар менән уйнай ала.

Тәриҡәттең бер нисә тармағы бар.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А.  // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.