Сайт (sait)(от ингл. website: web — «ау, селтәр» и site — «урын», һүҙмә-һүҙ «урын, сегмент, селтәр өлөшө») — бер кеше йәки ойошмаға ҡараған Web-биттәр йыйынтығы;
интернет селтәрендәге бит;компьютер селтәрендә бер төрлө адресҡа (домен исеме йәки IP-адрес) берләшкән айырым кешеләрҙең йәки ойошмаларҙың электрон документтары (файлдары) йыйылмаһы.
Бөтә сайттар йыйылмаһы донъя селтәрен (Www) барлыҡҡа килтерә, селтәр бөтә донъя мәғләмәт беремәһе сегменттарын, планета масштабындағы, мәғлүмәт базаһына берләштерә. Клиенттарға сереверҙағы сайтҡа инеү мөмкинлеге өсөн HTTP протоколы эшләнә.