Синдзо Абэ

Синдзо Абэ
安倍晋三
Синдзо Абэ
Флаг
Флаг
90-сы һәм 96-сы-й Япония премьер-министры
Флаг
Флаг
 26 декабрь 2012
Монарх: Акихито
Алдан килеүсе: Ёсихико Нода
26 сентябрь 2006 — 26 сентябрь 2007
Монарх: Акихито
Алдан килеүсе: Дзюнъитиро Коидзуми
Дауамсы: Ясуо Фукуда
 
Дине: Синтоизм
Тыуған: 21 сентябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (69 йәш)
Нагато ҡалаһы, Ямагути префектураһы, Япония
Үлгән: 8 июль 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (67 йәш)
госпиталь Медицинского университета Нара, Касихара, Япония
Ерләнгән: крематорий Киригая
Атаһы: Синтаро Абэ
Әсәһе: Ёко Абэ
Супруг: Акиэ Абэ
Партия: Япония либераль-демократик партияһы
Белеме: Сэйкэй университеты
 
Сайт: s-abe.or.jp
 
Автограф:
 
Наградалары:
Ҡалып:Командор со звездой ордена Заслуг (Норвегия) Ҡалып:Орден короля Абдель-Азиза Почёт орденының ҙур тәреһе кавалеры
Ҡалып:Орден аль-Халифа 1 класса Ҡалып:Кавалер Большого креста ордена Оранских-Нассау

Си́ндзо А́бэ(япон. 安倍晋三Абэ Синдзо:) (21 сентябрь 1954 йыл - 8 июль 2022 йыл) — дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. Японияның 90-сы (2006—2007 йылдар) һәм 96-сы премьер-министры (2012 йылдан). Япония либераль-демократик партияһы рәйесе.

Биографияһы

Синдзо Абэ 1954 йылдың 21 сентябрендә Японияның Ямагути префектураһы Нагато ҡалаһында билдәле сәйәси эшмәкәр ғаиләһендә тыуған. Әсәһе яғынан олатаһы — Нобусукэ Киси 1957—1960 йылдарҙа Япония премьер-министры булған. Атаһы — Синтаро Абэ 1982—1986 йылдарҙа Япония тышҡы эштәр министры вазифаһын башҡарған.

1977 йылда Сэйкэй университетын тамамлай, бында ул юридик факультетта политологияны өйрәнә. Һуңынан АҠШҡа күсә, 1978 йылдан алып 1979 йылға тиклем Көньяҡ Калифорния университетында уҡый. 1979 йылда Японияға ҡайта, «Кобэ Стил» ҡорос иретеү компанияһында өс йыл дауамында эшләй.

Сәйәси карьера

1982 йылда атаһы, тышҡы эштәр министры Синтаро Абэның сәркәтибе вазифаһын башҡарып сәйәси карьераһын башлай. Япония либераль-демократик партияһы ағзаһы. 1993 йылда Япония парламентының Вәкилдәр палатаһына Ямагути префектураһынан һайлана. 2000 йылдан алып Ёсиро Мори һәм Дзюнъитиро Коидзуми хөкүмәттәрендә эшләй. 2003—2004 йылдарҙа Япония либераль-демократик партияһының генераль секретары була. 2005 йылдың октябрендә Министрҙар кабинетының генераль секретарь вазифаһын биләй. Күҙәтеүселәр быны премьер-министр Дзюнитиро Коидзуми Абэны үҙенең алмашҡа килеүсеһе итеп күрә тип күҙалайҙар.

Тәүге хөкүмәте

2006 йылдың 20 сентябрендә Синдзо Абэ партия рәйесе вазифаһын башҡара башлай, ә 26 сентябрендә парламент менән премьер-министр вазифаһында раҫлана. Бер аҙ ваҡыт ил Конституцияһын үҙгәртеп ҡороу ниәттәре, һәм тағы ла милләтселек белдереүҙәре Япония һәм сит ил йәмәғәтен һәм матбуғатының иғтибарын үҙенә йәлеп итә.

Бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Tvegård A. Japans tidligere statsminister Shinzo Abe skutt og drept (билдәһеҙ) — 2022.
  2. Reuters: Japans tidligere statsminister Shinzo Abe er død (билдәһеҙ) // AftenpostenSchibsted Norge, 1860. — ISSN 0804-3116; 0807-2027
  3. Former PM Abe Shinzo dies after being shot (ингл.) — 2022.
  4. 【速報】安倍元首相が死亡 搬送先の病院で確認 奈良市内で演説中に銃で撃たれて (яп.)カンテレ, 2022.
  5. 安倍晋三元首相死亡 奈良県で演説中に銃で撃たれる (яп.)NHK, 2022.
  6. 安倍晋三元首相が死去 67歳 奈良で遊説中、銃撃受け (яп.)毎日新聞社, 2022.
  7. https://edition.cnn.com/asia/live-news/shinzo-abe-funeral-japan-07-12-22-intl-hnk/index.html — 2022.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Потомственный политик Синдзо Абэ. Биографическая справка. — РИА Новости, 26.09.2006
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Profile: Shinzo Abe. — BBC News, 26.09.2006
  10. Артур Блинов. Синдзо Абэ стал премьером Японии. — Независимая газета, 27.09.2006
  11. 11,0 11,1 11,2 Profile of Prime Minister Abe. — Prime Minister of Japan and His Cabinet
  12. Потомственный политик Синдзо Абэ. Биографическая справка. РИА Новости (26 сентябрь 2006). Дата обращения: 10 июнь 2015.
  13. Profile of Prime Minister
  14. АБЭНОМИКА: Новое учение об оздоровлении — ПРОФИЛЬ | PROFILE.RU(недоступная ссылка)
  15. Bild-Bericht — Besuch bei der japanischen ÖASG-Delegation in Tokio und Yokohama vom 13. bis 17. November 2010 2014 йыл 12 октябрь архивланған.

Һылтанмалар