Сусҡа ите — сусҡа итенең кулинария һәм етештереү өлкәһендәге атамаһы. Донъяла иң күп ҡулланылған ит төрө.
Кешенең сусҡа итен б.э. тиклем бишенсе быуаттан алып ҡулланыуы билдәле. Сусҡа итен әле генә әҙерләнгән килеш тә, пресерва һәм консерват хәлендә лә киң ҡулланалар. Пресервация сусҡа итенең һаҡлау ваҡытын оҙайта. Мәҫәлән, ветчина, төрлө ыҫланған, тоҙланған ризыҡтар, киптерелгән сусҡа ите киҫәктәре, сусҡа колбасалары — барыһы ла сусҡа итенең киң таралған пресервалары. Ғәҙәти йорт кухняһынан тыш сусҡа ите бик күп ит деликатестары һәм ресторан ризыҡтары өсөн дә ҡулланыла.
Көнсығыш илдәре кеүек үк сусҡа ите Алыҫ Көнсығышта ла, Көньяк-Көнсығыш Азияла ла киң таралған. Азия кухняһында ул майлы һәм эшкәртеү өсөн ҡулай булғаны өсөн ҡәҙерле һанала. Ислам һәм иудей диндәрендә, ҡайһы бер христиан конфессияларында сусҡа итен ашау тыйыла. Бигерәк тә шәриғәт ҡанундары менән йәшәгән мосолман илдәрендә сусҡа итен һатыу ҡануниәткә ҡаршы килә. Израилдә лә сусҡа итен һатыу сикләнгән.
Сусҡа итен, түшкәнең ауырлығына, тире аҫты майының ҡалынлығына һәм енси йәһәттән үҫешеү билдәләренә ҡарап алты төркөмгә бүләләр; йәки тән туҡымаһы сығышына һәм енси йәшенә ҡарап класстарға айыралар :
Сусҡа итен ҡурырға, бешерергә һәм быҡтырырға мөмкин. Сусҡа итенән борщ, рассольник, кәтлиттәр, рагу, дерелдек, шешлек, шницель, эскалоптар һәм башҡа ризыҡтар әҙерләйҙәр. Билмәнгә эслек әҙерләгәндә ярты өлөш һыйыр ите ҡушалар.
Сусҡа итенең күпселек өлөшө ыҫланған ризыҡтар: окорок, лопатка (кулинария), грудинка, бекон һ.б. Тағы ла был ит төрлө колбасалар әҙерләүгә китә. Өй шарттарында сусҡа итенән буженина әҙерләргә мөмкин.
Өҫтәлгә тоташ бер сусҡа балаһының итен томалап бешереп тә ҡуялар. Өҫтәлде, бигерәк тә Пасха мәлендә, бешерелгән сусҡа йәки ҡыр сусҡаһы башы ла биҙәп торасаҡ.
2012 йылда донъя экспорты 7 млн тоннаға яҡын булған. Донъя кимәлендәге етештереү 107 млн тонна тәшкил иткән.
2012 йылда сусҡа итен иң күп ҡулланыусылар (АҠШ Ауыл хужалығы министерствоһы күрһәтеүенсә):
№ | Ил | Ҡулланыу күләме, мең. тонна |
---|---|---|
1 | Ҡытай | 53 802 |
2 | Евросоюз | 20 382 |
3 | АҠШ | 8441 |
4 | Рәсәй | 3208 |
5 | Бразилия | 2670 |
Шул уҡ сығанаҡтан 2012 йылда сусҡа итен иң күп күләмдә экспортлаусылар:
№ | Ил-экспортёр | Экспорт күләме, мең. тонна |
---|---|---|
1 | АҠШ | 2441 |
2 | Евросоюз | 2165 |
3 | Канада | 1243 |
4 | Бразилия | 661 |
5 | Ҡытай | 235 |
Шул уҡ сығанаҡтан 2012 йылда сусҡа итен иң күп күләмдә импортлаусылар:
№ | Ил-импортёр | Импорт күләме, мең. тонна |
---|---|---|
1 | Япония | 1259 |
2 | Рәсәй | 1045 |
3 | Ҡытай | 730 |
4 | Мексика | 706 |
5 | Корея | 502 |
Сусҡа итен импортлау 2012 йылда Рәсәйҙә ҡулланыу күләменең 30 % тәшкил иткән (2,6 млн тоннаның 1.1 млн тоннаһы).
Сусҡа ите Викимилектә | |
Сусҡа ите Викияңылыҡтарҙа |