Ислам · Илаһи китаптар |
Тәфсир һәм тәржемә
|
Экземплярҙар
|
Тәьүил (ғәр. تأويل сығанаҡҡа, башланғысҡа ҡайтыу) — Ҡөрьәндең йәки сөннәттең һүҙмә-һүҙ мәғәнәһен ниндәй ҙә булһа нигеҙле сәбәп буйынса метафорик мәғәнәгә эйә итеү ысулы.
Тәьүил термины Ҡөрьәндән алынған. Һигеҙ осраҡта ул, комментаторҙар фекеренсә, «төш юрау» тигәнде аңлата (тәғбир әр-руғйә, 12-се сүрә), ә ҡалған туғыҙ осраҡта — «сығанаҡ», «эҙемтә» (ғәҡибә) тигән мәғәнә һалынған. Тәьүилгә тәфсир төшөнсәһе ҡаршы ҡуйыла. Тәүҙә тәьүил һәм тәфсир төшөнсәләре бер мәғәнәгә эйә булғандыр, әммә ваҡыт үтеү менән был ике төшөнсә ҡапма-ҡаршы ҡуйыла башлаған. Һәр хәлдә, был термин әл-Бәйдәүи (ваф. 1286 йылда) һәм Ҡөрьәнде шәрехләгән башҡа мөфәссирҙәрҙә осрай.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |