Төп йылға | |
Баш йылға, төп йылға - (рус. основная река, главная река) — ҡабул итеүсе һыу бассейнына ҡоя торған йылға системаһының , сүлдәрҙә һәм һаҙлыҡтарҙа ағымды юғалта торған төп һыу ятҡылығын аңлата торған гидрологик термин.. Йылға бассейнында төп йылғаны билдәләү йылғаларҙың иң ҙурын (оҙонон) һәм иң юғары тәртипкә эйә булғанын табыу юлы менән эшләнә. . Ҡағиҙә булараҡ, төп йылға - ҙурлығы яғынан да, һыу күләме яғынан да иң ҙур йылға.
Башҡортостандағы иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы Ағиҙел йылғаһы - ((тыңлау) ; шулай уҡ Иҙел; рус. Белая; удм. Тӧдьы Кам; ялан мари Ош Виче; татар. Агыйдел).
Башҡортостан йылғалары башлыса Кама һәм Яйыҡ һыу бассейны округтарына ҡарай. Нөгөш, һаҡмар, Әй йылғаларының үҙ бассейндары, уларға ағып төшә торған төп йылғалар бар.
«В башкирском фольклоре и в разговорной речи Иҙел»— Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. — 256 с. — С. 23.