Хира (мәмерйә)

Хира
Рәсем
Дәүләт  Сәғүд Ғәрәбстаны
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Джабаль аль-Нур
Карта
 Хира Викимилектә

Хира (араб. حراء — хира́) — Мәккәнән 3,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан ҙур булмаған (яҡынса 3,5 — 2 м) мәмерйә, ауыҙы Ҡәғбәгә табан йүнәлтелгән. Сәғүд Ғәрәбстаны территорияһындағы Жәбәл ән-Нур тауының төньяҡ-көнсығыш битләүендә урынлашҡан.

Тарихы

Риүәйәт буйынса, Мөхәммәт Пәйғәмбәр Хира мәмерйәһендә уйланыу өсөн яңғыҙ ҡалырға ярата. Пәйғәмбәр заманында уның янында, Ираҡ хажиҙары йөрөгән юлдың һул яғында әл-Әҡнәс ғаиләһе биҫтәһе (шиб) урынлашҡан булған. Исламға ярашлы, тап ошо мәмерйәлә Ябраил фәрештә (изге яҙмала — Гавриил), Мөхәммәт Пәйғәмбәргә беренсе үәхи — Әл-Ғәләҡ сүрәһенең тәүге 5 аятын тапшыра.

Әл-Ғәләҡ сүрәһенең тәүге 5 аяты

« Һине барлыҡҡа килтергән Раббыңдың исеменә уҡы.
Кешене Ул уҡмашҡан ҡандан яралтты,
уҡы, һинең Раббың иң йомарт,
Ул ҡәләм менән өйрәтте —
Ул кешегә белмәгән нәмәне өйрәтте.
»
Мәмерйә ауыҙы

Шулай уҡ, Пәйғәмбәр әт-Таифҡа сәфәрҙән ҡайтҡас, 620 йыл тирәһендә Хирала булған һәм, Мәккәнең хәүефһеҙлегенә инанғансы, шунда көткән, тип хәбәр ителә.

Хәҙерге заманда

Мәмерйә Мина үҙәне буйындағы юл янында урынлашҡан булһа ла, уға барыу бер нисек тә хаж йәки башҡа ғибәҙәт төрҙәре менән бәйле түгел.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Ḥirāʾ / Weir T. H., Watt W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле);
  • Wüstenfeld F. Chroniken der Stadt Mekka, I (426, 493), III (447), IV (332);
  • Ali Bey Travels, II, 65;
  • Burckhardt Travels in Arabia, I, 320 f.