Хәрби техника — ҡораллы көстәрҙә булған һәм уларҙың хәрби хәрәкәттәрен һәм көндәлек эшен тәьмин иткән техник саралар. Уларға түбәндәгеләр инә:
Ниндәй ҡораллы көстәргә йә ғәскәрҙәр төрөнә ҡарауына бәйле хәрби ҡоро ер, хәрби диңгеҙ, хәрби һауа техникаһын, инженер ғәскәрҙәренең, диңгеҙ пехотаһының техникаһын һ.б. айыралар. Хәрби техниканы функциональ тәғәйенләнеше буйынса ла айыралар, мәҫәлән, ракета, артиллерия, бронялы танк, авиация, карап техникаһы, элемтә техникаһы, атыу ҡоралы.