Экватор (лат. тигеҙләүсе — Ер шарының уртаһында уны көньяҡ һәм төньяҡ ярымшарға бүлә торған һәм уның күсәренә арҡыры ятҡан һыҙыҡ.
Экватор — градус селтәрҙәре араһында иң ҙур параллель. Экваторҙың барлыҡ нөктәләре лә Төньяҡ һәм Көньяҡ ҡотоптан бер үк алыҫлыҡта ята. Оҙонлоғо 40 075 696 метрға тиң. Экватор буйлар Ер өҫтө Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙарға бүленә.
Экваторҙан башҡа, глобуста тропиктар һәм поляр түңәрәктәр билдәләнә. Уларҙы пунктир һыҙыҡтар менән күрһәтәләр.
Гринвич меридианынан көнсығышҡа хәрәкәт иткәндә, экватор киҫеп үтә:
Илдәр, территриялар һәм диңгеҙҙәр | Иҫкәрмәләр |
---|---|
Атлантик океан | Гвинея ҡултығы |
Сан-Томе һәм Принсипи | |
Габон | |
Конго Республикаһы | |
Конго ДР | |
Уганда | |
Кения | |
Сомали | |
Һинд океаны | |
тик диңгеҙ зонаһы | |
Һинд океаны | |
Индонезия | |
Тымыҡ океан | |
Кирибати | тик иҡтисади зона |
АҠШ | Бейкер утрауҙарында тик иҡтисади зона (АҠШ-тың тышҡы бәләкәй утрауҙары) |
Тымыҡ океан | |
Эквадор | |
Колумбия | |
Бразилия | |
Атлантик океан |
Экватор киңлегендә урынлашҡан ҡалалар — Кенияла Мбандака (ДРК), Мбарара (Уганда), Кисуму һәм Накуру, шулай уҡ Индонезияла Понтианак һәм Бразилияла Макапа.
Бынан тыш экватор 33 утрауҙы киҫеп үтә. Шуларҙың 17-һе Индонезия утрауҙары, 9-ҙа Көньяҡ Американың Амазонка тамағында урынлашҡан, 5-һе Африкала Виктория күлендә.