Экзистенциали́зм (франц. existentialisme — лат. existentia йәшәү тигәндән), шулай уҡ йәшәү философияһы — XX быуат философияһында кеше йәшәйешенең уникаллегенә иғтибар тартҡан, уны аҡылға һыйышһыҙ тип иғлан иткән йүнәлеш. Экзистенциализм уға яҡын персонализм һәм философик антропология йүнәлештәре менән йәнәш үҫешә.
«Экзистенциаль философия» (нем. Existenzphilosophie) терминын 1931 йылда «Духовная ситуация времени» тигән хеҙмәтендә Карл Ясперс ҡуллана, ә 1938 йылда уны айырым хеҙмәтенең исеме итеп ала. Ясперс экзистенциаль философияға нигеҙ һалыусы тип Кьеркегорҙы атай. Экзистенциализм терминын Жан-Поль Сартр хеҙмәтенең атамаһында ҡуллана (франц. L'existentialisme est un humanisme, 1946), ул экзистенциализмды дини (Карл Ясперс, Габриэль Марсель) һәм атеистикҡа (Альбер Камю, Жан-Поль Сартр, Симона де Бовуар, Мартин Хайдеггер) бүлә.
Экзистенциализмдың (Ясперс буйынса) тамырҙары Кьеркегорға, Шеллингҡа һәм Ницшеға тоташа. Шулай уҡ Хайдеггер һәм Сартр аша Гуссерль феноменологияһына барып бәйләнә (Камю хатта Гуссерлде экзистенциалист тип иҫәпләй).
Экзистенциализм философияһының төп категорияһы — экзистенция.
Йәшәү философияһында техник прогресҡа таянған, ләкин кеше тормошоноң тотороҡһоҙлоғон, ҡулайһыҙлығын, кешегә хас ҡурҡыу, төшөнкөлөк, сараһыҙлыҡ хистәрен аңлата алмаған оптимистик либерализмдың кризисы сағылыш таба.
Экзистенциализм философияһы — Мәғрифәтселек дәүеренең һәм немец классик философияһының тик аҡылға таянғанлығына аҡылға таянмаған яуап. Экзистенциалист философтар раҫлауынса, аҡылға таянған фекер йөрөтөүҙең төп кәмселеге — уның субъект менән объект ҡапма-ҡаршылығы принцибына таяныуында, йәғни донъяны объектив һәм субъектив өлкәләргә бүлеүендә. Аҡылға таянған фекер йөрөтөү бөтә ысынбарлыҡты, шул иҫәптән кешене лә, предмет, «асыл» тип кенә ҡарай. Экзистенциализм ҡарашынан, ысын философия объект менән субъект берҙәмлегенән сығып эш итергә тейеш. Был берҙәмлек «экзистенцияла», йәғни ниндәйҙер бер аҡылға һыйышһыҙ ысынбарлыҡта кәүҙәләнә.
Экзистенциализм философияһына ярашлы, үҙенең «экзистенция» булыуын аңлар өсөн кеше «сиккә етеү хәлендә», мәҫәлән, үлем хәүефе алдында, ҡалырға тейеш. Һөҙөмтәлә, донъя кешегә «шәхсән яҡыная». «Экзистенция» донъяһына инеү ысулы тип һиҙем иғлан ителә.
Экзистенциализм философияһында азатлыҡ мәсьәләһенең ҡуйылышы һәм сиселеше айырым урын алып тора, азатлыҡ шәхестең иҫәпһеҙ-һанһыҙ мөмкинлектәр араһынан «һайлай алыуы» тип билдәләнә. Предметтар һәм хайуандар азатлыҡҡа эйә түгел, сөнки асыл, эссенция уларға баштан уҡ һалып ҡуйылған. Ә кеше ғүмере буйы үҙ асылын аңлау өҫтөндә, ул һәр эш-ғәмәле өсөн яуаплы, үҙенең хаталарын «шарттар» менән аңлата алмай. Шулай итеп, экзистенциалистар кешене үҙен-үҙе төҙөүсе «проект» тип күрә. Кешенең камил азатлығы — шәхестең йәмғиәттән азат булыуы.
Экзистенциализмда, Ролло Мэй буйынса, кеше һәр ваҡыт үҫеш, кризистар кисереү өҫтөндә тип ҡарала, кризис иһә Көнбайыш мәҙәниәтенә хас, кеше унда шомланыу, төшөнкөләнеү, үҙ-үҙенән ҡасыу һәм конфликттар кисерә.
Кеше фекер йөрөтөргә һәм йәшәйешен аңларға һәләтле, тимәк, экзистенциализмда ул йәшәүе өсөн яуаплы тип ҡарала. Кеше үҙен танып белергә һәм, үҙе булып ҡалғыһы килһә, үҙе өсөн яуаплы булырға тейеш.
Рәсәйҙә экзистенциализм Беренсе донъя һуғышы алдынан барлыҡҡа килә:
СССР-ҙа экзистенциаль фекерҙәрҙе «подполье философы» Яков Друскин үҫтерә
Германияла экзистенциализм Беренсе донъя һуғышынан һуң барлыҡҡа килә:
Икенсе донъя һуғышы осоронда Францияла эйәрсендәрен таба:
1940—1950-се йылдарҙа экзистенциализм Европаның башҡа илдәрендә лә тарала:
АҠШ-та экзистенциализм идеяларын тараталар:
Экзистенциализмға яҡын дини-философик йүнәлештәр:
Француз персонализмы:
Немец протестантизмында — диалектик теология:
Психологик яҡтан нигеҙләнгән дәһшәттәрҙе ижад иткән Лавкрафтты ла экзистенциалистар рәтенә индереп була.
Сёрен Кьеркегор менән Фридрих Ницше, «экзистенциализм» тигән терминды бер ҙә ҡулланмаһалар ҙа, экзистенциализмға нигеҙ һалыусылар тип иҫәпләнә. Объектив фәнни белемдәрҙе үтә ситләштерелгән тип иҫәпләп, улар иғтибарҙы кешенең субъектив кисерештәренә туплай.
Экзистенциализмға яҡын фекерҙәрҙе XVII быуатта уҡ ислам философы Мулла Садра әйтә.
Экзистенциалистар түбәндәгеләрҙе элгәрҙәре тип һанай: