Экология | |
Өйрәнеү объекты | ecological concept һәм экосистема |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | climate change ecology |
Экология Викимилектә |
Экология (боронғо грек телендә «οἶκος» — йорт, өй Һәм λόγος — белеү, төшөнсә) — барлыҡ тере организмдар һәм уларҙың берләшмәләренең үҙ-ара һәм тирә-яҡ мөхит менән бәйләнештәрен өйрәнеүсе фән, биологияның бер бүлеге. «Экология» атамаһын иң беренсе немец |биология|биологы Эрнст Геккель 1866 йылда үҙенең «Организмдарҙың дөйөм морфологияһы» («Generelle Morphologie der Organismen») китабында тәҡдим итә.
Экология төшөнсәһен «тирә-яҡ мөхитте һаҡлау» менән бутайҙар. Был кеше эшмәкәрлегенең (антропоген фактор)) мөхиткә яһаған тәьҫире глобаль ҡолас алыуы арҡаһында килеп сыға.
Был ике төшөнсәне («Экологияға ҡараған») һәм («тирә-яҡ мөхитте һаҡлау») өлкәләренә айырырға кәрәк. Экология төшөнсәһен тәҡдим итеүсе, уның төп асылын тасуирләүсе — Эрнст Геккель.
Экологияның төп эстәлеге: йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең үҙ-ара мөнәсәбәтен, бәйләнештәрен өйрәнеүсе фән.
Экология — тереклектең организмдан юғарыраҡ төҙөлөш кимәлдәрен( популяциялар, бергәлектәр, экосистемалар) өйрәнә. Төҙөлөшен, урын һәм ваҡыт арауығында, тәбиғи һәм кеше тарафынан үҙгәртелгәншарттарҙа тереклек итеү ҡанундарын өйрәнә (5-се Халыҡ—ара экологик конгреста 1990 йылда ҡабул ителгән). Тик был билдәләмә фән хәл итә торған мәсьәләләр дәирәһенән аутэкологияны алып ташлай (аҫтараҡ ҡарағыҙ). Ә был бөтөнләй ғәҙел түгел.
Бына ҡайһы бер «экология» фәненең аңлатмалары:
Экология — йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт компоненттарының үҙ-ара бөтә бәйләнештәрен өйрәнеүсе фән. Ул бәйләнештәр Дарвин тарафынан Дарвин тәғлимәтендә йәшәү өсөн көрәш исеме алған. .
( Экология — биологическая наука, которая исследует структуру и функционирование систем надорганизменного уровня (популяции, сообщества, экосистемы) в пространстве и времени, в естественных и изменённых человеком условиях.
Элек электән кешеләр хайуандар һәм мөхит араһындағы бәйләнештәрҙе белгәндәр. Бындай һорауҙар менән философия фәне шөғәлләнгән. «Экология» термины (нем. Ökologie) 1866 йылда немец биологы Э. Г. Хеккель тарафынан индерелә. «Организмдарҙың дөйөм морфологияһы» тигән китабында экология тураһында анимация һәм йәнһеҙ тәбиғәттең үҙ-ара бәйләнешен өйрәнеүсе фән булараҡ яҙа. Америка зоологы С. А. Форбс 1895 йылда экологияны хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең башҡа тере йән эйәләре һәм тирә-йүндәге бөтә нәмә менән бәйләнеше тураһындағы фән тип билдәләй.
Рәсәйҙә тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләренә тәүгеләрҙән булып Карл Рулье һәм уның уҡыусыһы Николай Северцов мөрәжәғәт итә. Экология башында шулай уҡ рус географы Петр Кропоткин сығышы менән боҙлоҡтарҙың Сәнәғәт революцияһы башынан нисек сигенеүенә иғтибар итә. Ҡырағай хайуандарҙы атып үлтереүҙе сикләргә һәм урман ҡырҡыуҙы туҡтатырға саҡырҙы.
Рәсәй ғалимдары элек-электән «экология» терминынан ҡасҡан. Шулай итеп, К. А. Тимирязев уны хупламай, ул экология урынына биология, йәки биономия тураһында һөйләүҙе өҫтөн күрә. М. Н. Богданов «Волга буйы ҡара ер һыҙаты ҡоштары һәм хайуандары, Урта һәм Түбәнге Волга үҙәндәре» әҫәрендә «экология» төшөнсәһе урынына К. А. Мёбиус индергән «биоценоз» терминын ҡуллана.
Ике томлыҡ «Рәсәй ҡоштары» әҫәрендә (1893—95) М. А. Мензбир беренселәрҙән булып системалы зоологик отчеттар төҙөүгә экологик ҡарашты күҙ алдына килтерә. 1920-се йылдарҙа Владимир Вернадский биосфера концепцияһын бөтә экосистемалар йыйылмаһы итеп индерә.
Чарльз Элтон үҙенең «Хайуандар экологияһы» фундаменталь хеҙмәтендә (1927) беренсе тапҡыр аҙыҡ сылбыры, һан пирамидаһы, муллыҡ динамикаһы төшөнсәләрен ҡуллана.
Хайуандар тураһындағы тәүге һүрәтләүҙәр һинд и боронғо грек трактаттарында осрай:
Боронғо гректарҙың дөйөм алғанда тормошто күҙаллауы хәҙерге экологик ҡараштарға бик яҡын. .
Экологияның теоретик нигеҙҙәренә Барри Коммонер ҙур өлөш индерә, ул экологияның төп 4 законын төҙөй:
Икенсе һәм дүртенсе закондар асылда физиканың төп законының — материя һәм энергияның һаҡланыу законы булып тора. Беренсе һәм өсөнсө закондар ысынлап та экологияның фундаменталь закондары булып тора. Экологияның беренсе законын экологик фәлсәфә нигеҙе тип һанарға мөмкин. Атап әйткәндә, был фәлсәфә Фридтжоф Капраның «Тормош селтәре» китабында «тәрән экология» төшөнсәһенең нигеҙе булып тора.
Экология, комплекс (йыйын) фән булараҡ, биология, химия, математика, география, физика, эпидемиология, биогеохимия, социология фәндәре менән тығыҙ бәйләнештә.
1910 йылда Брюсселдә Өсөнсө Халыҡ-ара ботаника конгресында экологияны өс бүлеккә бүлергә ҡарар итәләр:
Шулай уҡ геоэкология, биоэкология, гидроэкология, ландшафт экологияһы, этноэкология, социаль экология, химик экология, радиоэкология, кеше экологияһы, антэкология, экологик мәғлүмәт һәм башҡа бүлектәре бар.
Предметтың һәм тикшереү ысулдарының күп яҡлы булыуы сәбәпле хәҙерге экологияны организмдар араһындағы функциональ бәйләнештәрҙе өйрәнеүсе фәндәр комплексы итеп ҡарала (шул иҫәптән дөйөм алғанда, кешелек йәмғиәте һәм кеше) һәм уларҙың уратып алған мөхиттең, тормошто мөмкин иткән матдәләр һәм энергия әйләнешен дә иҫәпкә алып.