Эспоо | |
фин. Espoo швед. Esbo | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1458 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Espoon kaupunki һәм Esbo stad |
Рәсми тел | Фин теле һәм швед теле |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Финляндия |
Административ-территориаль берәмек | Уусимаа |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00 һәм UTC+3:00 |
Статистическая область | Хельсинки һәм Helsinki capital region |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Uusimaa |
Иң юғары нөктә | Мустакорвенкаллио |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Мэр |
Хөкүмәт башлығы | Юкка Мякеля |
Закондар сығарыу органы | Espoo City Council |
Халыҡ һаны | 314 821 кеше (29 февраль 2024) |
Административ рәүештә бүленә | Pohjois-Espoo, Vanha-Espoo, Suur-Tapiola, Suur-Matinkylä, Suur-Leppävaara, Suur-Kauklahti һәм Suur-Espoonlahti |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 27 метр |
Туғандаш ҡала | Шанхай, Эстергом, Ирвинг, Кёге, Скагафьордюр, Конгсберг, Кристианстад, Нымме һәм Мумбай |
Милке | Tapiola Sports Park |
Сиктәш | Киркконумми, Вихти, Нурмиярви, Вантаа, Хельсинки һәм Кауниайнен |
Майҙан |
330,25 км² (1 ғинуар 2023), 312,35 км² (1 ғинуар 2023) |
Почта индексы | 02100–02980 |
Рәсми сайт | espoo.fi |
Классификация климата Кёппена | влажный континентальный климат с тёплым летом (Dfb) |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1431 |
Эспоо Викимилектә |
Эспоо, йәки Эспо (фин. Espoo , швед. Esbo Эсбю) —Финляндиялағы ҡала һәм муниципалитет, ҙурлығы буйынса илдең икенсе ҡалаһы (2017 йылдың 31 майына ҡарата 276 087 кеше. Эспоо майҙаны 528,03 км² тәшкил итә, шуларҙың 312,29 км² — ҡоро ерҙәр, 17,94 км² эсәр һыуға тура килә, ә ҡалған 197,80 км²— диңгеҙ. Ҡала илдең көньяғында, Балтик диңгеҙенең Фин ҡултығы ярҙарында, Хельсинкинан көнбайыштараҡ, Уусимаа районында урынлашҡан. Үҙ эсенә Хельсинки, Ванта һәм Кауниайненды алған баш ҡала төбәгенә инә.
Эспоо рәсми рәүештә ике телле ҡала тип һанала. Күпселек 83,6 % халҡы туған теле кеүек фин телендә һөйләшә, шул уҡ ваҡытта аҙсылыҡ 8,3 %, швед телендә һөйләшә. Эспооның 8 % халҡы өсөн фин һәм швед телдәре туған тел түгел.
2012 йылға ҡарата Эспоо Финляндияның дотациялы муниципалитеты була, эшмәкәрлеген үҙ-үҙен финанслау иҫәбенә тормошҡа ашыра. 2012 йылда муниципаль һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса Эспоо ҡала советына ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлөшө ҙур була (53 %). 2013—2015 йылдарҙа ҡала советы рәйесе булып Ысын финдар партияһы лидеры Сойни Тимор тора.
|
|
2017 йылдың 18 ноябрендә ҡалаға Хельсинки метрополитенының көнбайыш линияһы килә.
Ҡалала Хонк футбол клубы бар, ул футбол буйынса Финляндия чемпионатының юғары лигаһында — Вейккауслига сығыш яһай, шулай уҡ фин СМ-Лигаһында сығыш яһаусы Эспо-Блюз хоккей клубы бар.
1999 йылдың 8 мартынан алып 14 мартына тиклем Арена Барон боҙонда ҡатын-ҡыҙҙар араһында шайба менән хоккей буйынса донъяның 5-се чемпионатының матчтары, шулай уҡ 3-сө урын өсөн матч үтә, унда хужалар командаһы Швецияның йыйылма командаһын 8:2 иҫәбе менән еңә һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионтаттарының биш тапҡыр бронза призеры була.
Эспоола 1985 йылдан «Йәштәр театры» (швед. Unga Teatern) — Финляндияла балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң боронғо театр урынлашҡан.
Эспоо — билдәле Bodom of Children мелодик дэт-метал төркөмөнөң һәм уның ҡатнашыусыларының тыуған иле. Эспоола Бодом күле ята, уның ярҙарындағы фәжиғәле ваҡиға төркөмгә исем биргән. Эспо шулай уҡ RTPN электр-индастриалы коллективының тыуған иле.