Ҡаҙаҡ (ҡала)

Ҡаҙаҡ
әзерб. Qazax
Нигеҙләү датаһы 1909
Рәсем
Рәсми атамаһы Казах, Новая Акстафа һәм Казах
Дәүләт  Әзербайжан
Административ үҙәге Ҡаҙаҡ өйәҙе һәм Газахский район
Административ-территориаль берәмек Газахский район, Ҡаҙаҡ өйәҙе һәм Ганджинский округ
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00
Халыҡ һаны 28 000 кеше (2019)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 381 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Тракай
Майҙан 10 км²
Почта индексы AZ 3500
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q32929405?
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Q19404373?
Карта
 Ҡаҙаҡ Викимилектә

Ҡаҙаҡ (рус. Газах, әзерб. Qazax) — Әзербайжандың көнбайышындағы ҡала, Ҡаҙаҡ районының административ үҙәге. Акстафа йылғаһы буйында, диңгеҙ кимәленән 323 м бейеклектә, Агстафа ҡалаһы тимер юл станцияһынан 9 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Ҡала майҙаны — 699 км2. Бында 82500-ҙән ашыу кеше йәшәй.

Тарихы

XVIII быуатта Ҡаҙаҡ Ҡаҙаҡ солтанатының баш ҡалаһы булған. Рәсәй империяһында ҡала Елизаветполь губернаһы Ҡаҙаҡ өйәҙенең административ үҙәге, Елизаветполь губерна ҡалаһынан 104 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

1909 йылда Ҡаҙаҡ ҡала статусы ала. 1918 йылда Гори ҡалаһында Ҡаҙаҡ уҡытыусылар семинарияһы асылған, уның беренсе директоры Фиридун-бек Кочарлинский булған. 1930 йылдан — Әзербайжандың Ҡаҙаҡ районының административ үҙәге

Мәҙәниәте

Ҡаҙаҡ районында донъя, милли һәм урындағы әһәмиәткә эйә 112 тарихи ҡомартҡы бар. Уларҙың 54-е — археология, 46-һы — архитектура , 7 монументаль-тарихи һәйкәл, 5 биҙәү-ҡулланма сәнғәте ҡомартҡыһы.

Ҡаҙаҡтың үҙендә 112 ҡомартҡы һаҡлана: улар араһында Дамджили мәмерйә торанҡаһы, 6-сы быуат албан ҡорамы, Ҡыҙыл күпер (12 быуат) һәм башҡалар.

Иҡтисады

Ҡалала келәм етештереү, мамыҡ иләү фабрикаһы, шулай уҡ аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары, ауыл хужалығы техникумы, медицина училищеһын, халыҡ театры урынлашҡан. Совет йылдарында уҡ Ҡаҙаҡ ҡалаһы әзербайжан оҙон өбөрҫөлө келәм етештереү үҙәге һаналған

Галерея

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. http://www.trakai.lt/index.php?813797980
  2. https://www.trakai.lt/gyventojams/tarptautinis-bendradarbiavimas/miestai-partneriai/631
  3. Газах (әзерб.). azerbaijans.com. Дата обращения: 30 сентябрь 2018.
  4. Казах — статья из Большой советской энциклопедии
  5. Город Газах (Азербайджан). geogoroda.ru (12 июнь 2016). Дата обращения: 30 сентябрь 2018.
  6. Виды азербайджанских ковров: от простого к сложному

Һылтанмалар