Ҡумран ҡулъяҙмалары, йәки Үле диңгеҙ төргәктәре — 1947 йылдан башлап Ҡумрандағы мәмерйәләрҙә, Вади Мурабба‘ат (Ҡумрандан көньяҡтараҡ) мәмерйәләрендә, Хирбет-Мирдала (Ҡумрандан көньяҡ-көнбайышта), шулай уҡ Йәһүдиә сүллегендәге һәм Масадалағы тағы бер нисә мәмерйәлә табылған манускрипттарҙың атамаһы. Ҡулъяҙмаларҙы тикшереүҙәр уларҙың һис юғында бер нисәһе нәҡ Ҡумран общинаһында яҙылғанлығын раҫлай. Йәрүсәлимдәге Китап Ҡорамында һаҡланалар.
Ҡумран төргәктәре башлыса боронғо йәһүд телендә, бер аҙы арам телендә яҙылған; Библия текстарының грексаға тәржемәһенең өлөштәре осрай. Библияға ҡарамаған текстарҙың ивриты Икенсе Ҡорам осоронда әҙәби тел булған; ҡайһы бер өлөштәр Библиянан һуңғы ивритта яҙылған. Нигеҙҙә квадрат йәһүд шрифты ҡулланылған; ул хәҙерге баҫма шрифттың элгәре булып тора. Төп яҙыу материалы — кәзә йә һарыҡ тиреһенән пергамент, һирәгерәк — папирус, ҡулъяҙмаларҙың бер өлөшө биттәргә баҡыр батырып яҙылған. Күмер ҡара менән яҙылғандар (Башланмыш китабының Апокрифынан башҡа). Палеографик мәғлүмәттәр, тышҡы күренештәре, радиоуглеродлы анализ был манускрипттарҙың күпселеге б. э. т. 250 йылдан б. э. 68 йылына (Икенсе Ҡорам осороноң ахыры) тиклем арауыҡта яҙылған тип иҫбатлау һәм уларҙы Ҡумран общинаһының китапханаһы ҡалдыҡтары тип ҡарау мөмкинлеген бирә.
Йөкмәткеһе буйынса ҡумран ҡулъяҙмаларын өс төркөмгә бүлеп була: Библия текстары (бөтә ҡулъяҙмаларҙың 29 проценты самаһы), апокрифтар һәм псевдоэпиграфтар, йәнә Ҡумран общинаһының әҙәбиәте.
Ҡумранда һәм башҡа өлкәләрҙә табылған документтар «Discoveries in the Judaean Desert» (DJD) серияһында нәшер ителә, әлеге көнгә 1955 йылдан бирле Oxford University Press нәшриәте тарафынан баҫып сығарылған 40 том бар. Беренсе 8 том — француз телендә, ҡалғандары инглиз телендә яҙылған. Баҫманың баш мөхәррирҙәре: Р. де Во (I—V томдар), П. Бенуа (VI—VII томдар), И. Штрунгель (VIII том) һәм Э. Тов (IX—XXXIX томдар).
Баҫылған документтар түбәндәге компоненттарҙан тора:
Серияның XXXIX томында элгәре баҫылған бөтә текстарҙың аннотациялы исемлеге бирелгән.
2011 йылдың сентябрендә Израиль Музейы Google компанияһы менән хеҙмәттәшлектә 5 төргәкте — Ҡорам төргәген, Йешағъяһ пәйғәмбәрҙең Ҙур төргәген, Һуғыш төргәген, Хавваҡуҡ пәйғәмбәр китабына комментарийҙы — цифрлаштыра һәм Интернетта ирекле ҡулланыуға сығара.
2012 йыл аҙағында шул уҡ Google һәм Израиль Музейы тарафынан юғары сифатлы итеп 5000 самаһы фото баҫтырыла. Әлеге көндә ҡульяҙманың 1200-ҙән ашыу фрагментының аннотацияланған был фотолары Үле диңгеҙ төргәктәренең электрон китапханаһы сайтында дөйөм ҡулланыуҙа тора (сайт рус, иврит, инглиз һәм башҡа телдәрҙә эшләй).
Түбәндә Үле диңгеҙ төргәктәре араһында Библия һәм Апокрифтарҙың табылдыҡ фрагменттары һаны буйынса айырыуса киң тәҡдим ителгән китаптар һанала:
Китап | Табылдыҡтар һаны |
---|---|
Зәбүр | 39 |
Ҡабатлап әйтелгән ҡанун китабы | 33 |
Ханок китабы | 25 |
Башланмыш китабы | 24 |
Йешағъяһ пәйғәмбәр китабы | 22 |
Юбилейҙар китабы | 21 |
Сығыу китабы | 18 |
Левиҙар китабы | 17 |
Һандар китабы | 11 |
Икеһе, Ханок китабы менән Юбилейҙар китабы, Апокриф китаптар булып тора.
1947—1956 йылдарҙа Ҡумрандың 11 мәмерйәһендә 190-дан ашыу Библия төргәге табыла. Текстуаль статус күҙлегенән, Ҡумранда табылған Библия текстары түбәндәге төрлө төркөмдәргә ҡарай.
Ҡумран табылдыҡтарына тиклем Библия тексын анализлау Урта быуаттар манускрипттары буйынса алып барыла ине. Ҡумран текстары Икенсе Ҡорам осороноң Иҫке Ғәһеде тураһындағы белемдәрҙе шаҡтай киңәйтте.