БМО-ның Генераль секретары | |
ингл. United Nations Secretary-General | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 26 июнь 1945 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | UNSG |
Рәсми резиденция | БМО-ның штаб-фатиры |
Эш хаҡы | 227 253 $ |
Кем тарафынан тәғәйенләнгән | БМО-ның Генераль Ассамблеяһы |
Вазифа биләй | Антониу Гутерреш |
Кем вазифаға тәҡдим иткән | БMO-ның Именлек Советы |
Идара ителеүсе ойошма | БДО һәм БМО Секретариаты |
Урынбаҫар | БМО-ның Генераль секретары урынбаҫары |
Рәсми сайт | un.org/sg |
Вәкәләтлек мөҙҙәте | 5 йыл |
БМО-ның Генераль секретары Викимилектә |
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль секретары, ҡыҫҡаса БМО-ның Генераль секретары (БМО-ның рәсми телдәрендә: ингл. Secretary-General of the United Nations, франц. Secrétaire général des Nations unies, исп. Secretaría General de Naciones Unidas, рус. Генеральный секретарь ООН, ғәр. مين عام الأمم المتحدة, ҡыт. 联合国秘书长) — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының төп идара органдарының береһе булған Секретариаттың баш вазифа башҡарыусы.
БМО-ның Генераль секретарын БMO-ның Именлек Советы тәҡдиме буйынса БМО-ның Генераль Ассамблеяһы билдәләп ҡуя. Ҡағиҙә буларак, БMO-ның Именлек Советы даими ағзаһы булған илдәрҙең вәкиле БМО-ның Генераль секретары итеп һайлана алмай.
БМО-ның Генераль секретары, ғәҙәттә, 5 йыл мөҙҙәткә һайлана, шулай уҡ яңы 5 йыллыҡ мөҙҙәткә һайланыу хоҡуғына эйә. Мөҙҙәттәр һаны сикләнмәгән.
БМО-ның Генераль секретары БMO-ның Именлек Советына донъяла тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлектең торошона, үҙе уйлағанса, ҡурҡыныс янай торған мәсьәләләр буйынса мәғлүмат бирә. Уға бер хөкүмәт йәки хакимиәт тә күрһәтмә бирергә хаҡлы түгел. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы алдында ғына яуап тота.
БМО-ның Генераль секретары, БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡабул иткән ҡағиҙәләр буйынса, БМО Секретариаты персоналын билдәләй.
БМО-ның Генераль секретары 5 йыл мөҙҙәткә һайлана. БMO-ның Именлек Советы даими ағзаһы булған илдәр вәкилдәре кандидатураға вето һала ала. БМО-ның Генераль секретарын һайлағанда, ғәҙәттә, Регион принцибы иҫәпкә алына. Һайлау ябай аккламация юлы менән башҡарыла.
БМО-ның Генераль Ассамблеяһының 1997 йылғы резолюцияһы регион принцибын (ҡитғалар буйынса ротация принцибы) ҡулланыуҙы күҙҙә тота.
Әлеге резолюция буйынса, БМО-ның Генераль секретары планетаның төрлө региондары вәкилдәренән һайланырға тейеш
БМО регион төркөмө | Генераль секретарҙар | Вәкәләттәр мөҙҙәте |
---|---|---|
Көнбайыш Европа һ.б. илдәр | 4 | 5 |
Көнсығыш Европа төркөмө | 0 | 0 |
Латин Америкаһы һәм Кариб утрауҙары төркөмө | 1 | 2 |
Азия төркөмө | 2 | 3 |
Африка төркөмө | 2 | 3 |