| |||
Ил |
Германия | ||
---|---|---|---|
Премьер-министр |
Винфрид Кречманн Германияның йәшелдәр партияһы | ||
Халҡы |
10 486 660 | ||
Майҙаны |
35 751,48 км² | ||
www.baden-wuerttemberg.de Рәсми сайты | |||
Ба́ден-Вю́ртемберг (нем. Baden-Württemberg), (әйтелеш ) — Германияның федераль ере, административ берәмеге. Баш ҡалаһы — Штутгарт.
Ошо федераль ерҙен территорияһында бер нисә боронғо немец дәүләте булған: Швабия Баден, Гогенцоллерн, Вюртемберг. 1952 йылда Вюртемберг-Баден, Көньяк Баден һәм Вюртемберг-Гогенцоллерн еҙәре берләшеп нигеҙләнғән.
Баден-Вюртембергта «Даймлер», «Бош», «Порше», «Elba-Werk», «SAP», «IBM», «Voith», «Testo», «ZF Friedrichshafen AG» ойошмалар эшләй. Штутгартта «Мерседес-Бенц» штаб-фатиры урынлашҡан. Вальдорфта Европаның иң эре программалар етештереүсе компанияһы(SAP AG) урынлашҡан.
Баден-Вюртембергта Германия буйынса эшһеҙлек иң түбән.
Региондын Эске тулайым продуктының 4,2 % тикшеренеүҙәрғә бара, Европа берләшмәһе буйынса иң юғары күрғәткес.
Шварцвальда механика заводтары бар. Мәҫәлән сәғәт һәм электроника (Junghans, Kienzle, SABA, Dual). Шваб альбы (тау массивы) текстиль сәнәғәте үҙәге (Hugo Boss, Trigema, Steiff).
Баден-Вюртембергта 2 атом электростанци эшләй (АЭС Филипсбург, АЭС Некарвестхайм).
Парламент — Ландтаг (Landtag von Baden-Württemberg). Башҡарма орган — ер хөкүмәте (Landesregierung von Baden-Württemberg), Премьер-Министрҙан (Ministerpräsidenten des Landes Baden-Württemberg) һәм министрҙарҙан тора, конституционн надзор органы —Баден-Вюртемберг Еренең Ғәҙҙелек Суды (Staatsgerichtshof für das Land Baden-Württemberg), юғары суд инстанциялары —Карлсруэ Юғары Ер Суды (Oberlandesgericht Karlsruhe) һәм Штутгарт Юғары Ер Суды (Oberlandesgericht Stuttgart), Баден-Вюртемберг административ юстиция суды (Verwaltungsgerichtshof Baden-Württemberg).
9 университет, 39 юғары уҡыу йорт, 130 яҡын ғилми-тикшеренеү ойошмалар. Карлсруэ технология институты, Гейдельберг һәм Тюбинген университеттары -иң ололар.
Федераль ерендә Карлсруэ технология институты (нем. Karlsruher Institut für Technologie (KIT), лат. Fridericiana (Фридерициана)) —Германияныӊ иӊ боронғо юғары уҡыу йорто урынлашҡан. Шулай уҡ ул Европаныӊ дүртенсе техник университет (Прага, Париж, Вена техник университетарынан һуӊ). Күп ваҡыт эсендә университетта ҡабул итеү имтихандары булманы. Һайланыш уҡыу ваҡытта булды.
Ер райондарға (нем. Landkreis) һәм азат ҡалаларға (нем. Kreisfreie Stadt) бүленә. Райондар ҡалаларға (нем. Stadt) һәм общиналарға (нем. Gemeinde) бүленә. Ҡалалар община округттарға (нем. Gemeindebezirk), общиналар урындағы ерҙәрғә (нем. Ortschaft) бүленәләр.
50 мең кеше йәшәғән ҡалалар | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Район парламенттары — крейстагттар (kreistag), ландраттан (landrat) һәм крейсраттан (kreisrat) тора. Ҡала парламенты — гемайндерат (gemeinderat), обер-бургомистрҙан (oberbürgermeister), һәм штадтраттарҙан (stadtrat) тора.