Иерони́м Босх | |
нидерл. Jheronimus Bosch | |
Босх портреты. Ҡәләм, сангина 41×28 см. Муниципаль китапхана. Аррас. | |
Исеме: |
Йәрун Антонисон ван Акән |
---|---|
Тыуған: |
яҡынса 1450 йыл |
Тыуған урыны: |
Һертогенбос, Бургунд Нидерланды |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: |
Һертогенбос, Габсбург Нидерланды |
Подданныйлығы: |
Бургунд Нидерланды һәм Габсбург Нидерланды |
Стиль: |
Төньяҡ Яңырыу |
Имза: | |
Викимилектә эштәре |
Йәру́н Анто́нисон ван А́кән (нидерл. Jeroen Anthoniszoon van Aken ), Иерони́м Босх (нидерл. Jheronimus Bosch , лат. Hieronymus Bosch; яҡынса 1450—1516) булараҡ билдәле — нидерланд рәссамдары ырыуынан, Төньяҡ Яңырыуы осороноң мәшһүр оҫталарының береһе.
Йәрун ван Акән Һертогенбоста (Брабант) яҡынса 1450 йылда тыуған. Ахен тигән немец ҡалаһынан сыҡҡан ван Акәндәр ғаиләһе борон замандарҙан уҡ һынлы сәнғәт һөнәре менән шөғөлләнә — Ян ван Акән (Босхтың олатаһы, 1454 йылда вафат була) һәм уның биш улының дүртеһе, шул иҫәптән Иеронимдың атаһы Антоний ҙа рәссам була.
Босх башлыса тыуған Һертогенбосында йәшәй һәм ижад итә. Был ҡала ул заманда Бургунд герцоглығына инә, ә хәҙер — Нидерландта Төньяҡ Брабант провинцияһының административ үҙәге. Архив документтарында Босхтың исеме тәүге тапҡыр 1474 йылда «Jheronimus» тип телгә алына.
Ҡала архивындағы мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, 1478 йылда атаһы үлә, Босх уның оҫтаханаһын мираҫ итеп ала. Ван Акәндәрҙең художество оҫтаханаһы төрлө заказдар башҡара — стеналарға биҙәү һүрәттәре төшөрә, ағас скульптураларға алтын ялата, сиркәү кәрәк-ярағы яһай. «Һиеронимус-живописсы» (1480 йыл документы буйынса) тыуған ҡалаһының ҡыҫҡартылған атамаһын псевдоним итеп ала: Den Bosch.
1480 йыл тирәһендә рәссам Алейт Гойартс ван дер Меервенеға өйләнә, ул уны бала саҡтан белгән булғандыр. Ҡыҙ Һертогенбостағы бай сауҙагәр ғиаләһенән сыҡҡан була. Был никах арҡаһында Босх тыуған ҡалаһының билдәле бюргеры булып китә. Балалары булмай.
1486 йылда Алла Әсәһе туғанлығына («Zoete Lieve Vrouw») — Һертогенбоста 1318 йылда барлыҡҡа килгән дини йәмғиәткә — ағза булып инә. Был туғанлыҡ хәйриәлек менән шөғөлләнә.
1497 йылда Босхтың өлкән ағаһы Госсен ван Акен вафат була. 1504 йылда Босх Нидерланд наместнигы Һылыу Филипптан «Ҡиәмәт көнө» триптихын төшөрөүгә заказ ала.
Рәссам 1516 йылдың 9 авгусында мәрхүм була. Уның менән хушлашыу Изге Иоанн соборында үтә.
Босхтың вафатынан һуң ярты йылдан ҡатыны рәссамдан ҡалған ваҡ-төйәкте вариҫтарға таратып бирә. Иероним Босхдың бер ниндәй күсемһеҙ милке булмағандыр тип фараз ҡылырға нигеҙ бар. Босхтың ҡатыны иренән һуң өс йылдан мәрхүм була.
Босхтың сәнғәте һәр ваҡыт иҫ киткес ҙур тартыу көсөнә эйә була. Элек, Босх картиналарындағы «ен-шайтандар» тамашасыны әүрәткес, нервыларында уйнағыс рәүешендә генә ҡабул ителә, тигән ҡараш йәшәй.
Хәҙерге ғалимдар Босх ижадына күпкә тәрәнерәк мәғәнә һалыныуы хаҡындағы һығымтаға килә һәм ул мәғәнәләрҙе асырға, тамырҙарын, сығанаҡтарын табырға, аңлатма бирергә тырыша. Берәүҙәр Босхты төпкө аңдан бығаса күрелмәгән образдарҙы һөйрәп сығарған XV быуат сюрреалисы тип атай, уның менән бергә мотлаҡ Сальвадор Далиҙы иҫкә төшөрә. Икенселәр фекеренсә, Босхтың сәнғәтендә урта быуаттарҙағы «эзотерик дисциплиналар» — алхимия, астрология, ҡара сихыр сағыла. Өсөнсөләр рәссамды ул заманда йыш осраған дини мөртәтлек менән бәйләй. Френгер фекеренсә, Босх Изге Рух Туғанлығының ағзаһы булған, улар шулай уҡ әҙәмселәр тип тә аталған; был мөртәтсел мәҙһәп XIII быуатта барлыҡҡа килһә лә, Европала бер нисә быуаттан һуң ғына ныҡлы таралып китә. Ләкин Босх осоронда Нидерландта бындай мәҙһәптең булыуы тураһында бер ниндәй мәғлүмәт табылмағанлыҡтан, был фараз ғалимдарҙың күбеһе тарафынан кире ҡағыла.
Босхтың техникаһы алла прима тип атала. Һынлы сәнғәттең май менән төшөрөлә торған был ысулында бумаланың тәүге эҙҙәренән үк тотош фактура хасил була. Босх ижады буйынса хәҙерге заман тикшеренеүҙәренә нигеҙләнеп, сәнғәт белгестәре Иероним Босхтың һаҡланып ҡалған мираҫына 25 картина һәм һигеҙ рәсемде индерә. Уның эштәре — триптихтар, триптихтарҙың фрагменттары һәм үҙ аллы айырым картиналар. Босх әҫәрҙәренең етеһендә генә уның имзаһы бар. Тарих картиналарҙың Босх ҡушҡан атамаларын һаҡламаған. Беҙгә билдәле атамалар тик каталогтар буйынса нығынып ҡалған.
Тикшеренеүселәр Босхтың ижади үҫеше һәм әҫәрҙәренең яҙылыу датаһының тәртибе тураһында ла бер ни әйтә алмай, сөнки бер әҫәргә лә бер ниндәй дата ҡуйылмаған.
Алла Әсәһе Туғанлығы капеллаһы өсөн яҙылған картиналарҙан тыш Босх башҡа заказдар ҙа үтәгән. Уға картиналар яҙыуға заказ биреүселәр араһында Хосс һәм Берг кеүек Һертогенбостағы бик билдәле ғаиләләрҙең фамилиялары ла осрай. Ләкин тиҙҙән Босхтың даны ҡаланан ситтә лә тарала.
Босхтың картиналары уның замандаштары өсөн хәҙерге тамашасыға ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ мәғәнәгә эйә булған. Сюжеттарға аңлатманы урта быуаттар кешеһе Босх картиналарын тултырған һәр төрлө символдар аша алған. Ул символдарҙың күбеһенең ни аңлатҡаны хәҙер билдәле түгел, ҡайһы берҙәре мәғәнәһен үҙгәрткән. Картиналары күп мәғәнәле билдәләр менән тулғанлығы арҡаһында уны төрлө дини һәм философик йүнәлештәргә индерәләр.
Босх символдарының байтаҡ өлөшө алхимик мәғәнәгә эйә. Урта быуаттар ахырына алхимия мәҙәниәттең мөртәтлеккә яҡын бер күренеше, химияның фантастик варианты булып тора. Уның эйәрсендәре затһыҙ металдарҙы «философия ташы» тигән фарази матдә ярҙамында алтынға һәм көмөшкә әйләндерергә тырыша. Босх алхимияға иблистеке кеүек кире һыҙаттар бирә. Әүерелештең алхимик стадиялары төҫ күсештәренә һалынған; тешле башнялар, ҡыу ағастар, янғындар, Йәһәннәм билдәләре булып, алхимиктар тәжрибәләрендәге ялҡынды сағылдыра; герметик һауыт йә металл иретеү мейесе ҡара сихыр һәм иблис эмблемалары ла булып тора.
Босх Урта быуаттарҙа киң таралған бестиарий символикаһын — харам хайуандарҙы ла ҡуллана: уның картиналарында дөйә, ҡуян, сусҡа, ҡауҙы һәм башҡалар осрай. Алхимияла әрмәнде көкөрттө аңлатҡан, ул, ҡороған ағас, хайуан йә ҡош-ҡорт һөлдәһе ише бөтә кипкән нәмәләр һымаҡ уҡ, иблис һәм әжәл билдәһе тип һаналған.
Йыш осраусан башҡа символдар:
Босх — Нидерланд һынлы сәнғәте панорамаһы өсөн типик булмаған һәм XV быуат Европа һынлы сәнғәтендә берҙән-бер шундай рәссам. Норманан тайпылтып һәм башҡа ла килмәҫтәй ҡиәфәттәргә индереп төшөрөлгән парадоксаль һындар Босх дәүерендәге Төньяҡ Европа халыҡтарының хикәйәттәрендәге фантазияны сағылдырған иҫ киткес бай, ирекле ижади хыял тарафынан тыуҙырылған.
Босх һынлы сәнғәттә һис кем оҡшатып килештерә алмаҫтай оҫта булып тойолһа ла, картиналарҙың бик һәйбәт һатылыуы асыҡланғас та, уның манераһы күп күсермәселәр тарафынан үҙләштерелә. Босх ҡайһы бер эштәренең нисек күсереп төшөлөүен үҙе күҙәтә, атап әйткәндә, «Бер йөк бесән» триптихын үҙе ҡарап күсертә, был картинаның ике версияһы бар (Прадо һәм Эскориал йыйынтыҡтарында). Ян Мандейн, Ян Велленс де Кок ише күсереп эшләү һөнәрселәренән тыш, Босх картиналары йоғонтоһо аҫтында үҙҙәренең ҡыҙыҡлы композицияларын эшләгән оҫталар ҙа була, мәҫәлән, Квентин Массейс һәм Иоахим Патинира. Массейс Босх триптихтарының жанр һыҙаттарын һәм моралистик йүнәлешен үҙләштерә, һәм был күренеш голланд һынлы сәнғәт мәктәбенең үҙенсәлекле ҡаҙанышына әйләнә. Патинираны, киреһенсә, һүрәтләнгәндәрҙең ғаләмдәрҙе солғар күләме ылыҡтыра — үҙенең панорамалы картиналарында, Босхҡа эйәреп, ул фантастик һәм мәшһүр пейзаждар төшөрә. Питер Өлкән Брейгелдең күп планлы ижадында ике тенденция йәнәш үҫеп, яңы философик дөйөмләштереү синтезын хасил итә.
Сюрреализм сәнғәткә төпкө аңдың хужа булыуы тураһында белдергәс, Босхтың фантазияларына ҡабаттан баһа биреү үткәрелә. Шул фантазияларҙы донъяға килтергән гот дәүеренең ахыры контексынан айырып алғас, уның имәнес һындары яңы тормош ала. Макс Эрнст һәм Сальвадор Дали́ үҙҙәрен уның вариҫы тип иғлан итә. Дали́ картиналары метаморфоза законы тарафынан донъя яралғандағы хаосҡа барып тоташа, шунлыҡтан уларҙа абсурд һәм серлелек хакимлыҡ итә. Босх ижадын Фрейдтың психоанализ теорияһына бәйләргә тырышалар: аңғарыуһыҙлыҡтың ғәҙәттән тыш көстәрен иреккә сығарыу ғына Нидерланд оҫтаһының йәһәннәмдәгеләй күренмештәрен тыуҙыра алғандыр. Босхтың фантасмагорик донъяһы сюрреалистарҙың беренсе манифесында (1924) Андре Бретон тарафынан тасуирланған автоматизм теорияһына тулыһынса яуап бирә: рәссам үҙенең аңында хасил булған һәр образды төшөрөп бара. Бретон үҙе Босхты сюрреализм хәбәрсеһе тип атай.
Фрейд психоанализына нигеҙләнгән сюрреализм теориялары Нидерланд оҫтаһы картиналарының ширфҙарын тулыһынса аса алмай. Хәҙерге заман психологияһы Босх картиналарының ни өсөн шул тиклем ылыҡтырғыс булыуын аңлата ала, ләкин рәссам һәм уның замандаштары өсөн ниндәй мәғәнәгә эйә булғанлығын билдәләй алмай.
Босх эштәре түбәндәге музейҙарҙа бар:
Босхтың төп шедеврҙары — ҙур миһрап триптихтары. Бөгөнгә тиклем һаҡланғандары:
Туғыҙ рәсемдең авторы Иероним Босх икәнлеге ҙур теүәллек менән билдәләнгән.
XVI быуат уртаһында, Босхтың вафатынан һуң бер нисә тиҫтә йылдан, голланд оҫтаһы фантазияһы донъяға килтергән хикмәтле эштәрҙе тергеҙеү хәрәкәте киң ҡолас ала. Босх мотивтарына ҙур ҡыҙыҡһыныу Питер Өлкән Брейгель әҫәрҙәренең популярлығын да, гравюра менән мауығыуҙы ла аңлата. Босхтың «ен-шайтандары» мотивтары буйынса төшөрөлгән гравюралар уңыш ҡаҙана. Айырыуса мәҡәлдәрҙе һәм халыҡ тормошо күренештәрен һүрәтләгән гравюралар таралыу таба.
Түбәндәге картиналарҙың Иероним Босхтыҡы икәнлеге тулыһынса иҫбатланмаған.
Иероним Босхтың иң билдәле триптихының ҡапҡастары Библиялағы «Донъя яралыу» сюжетын тасуирлай. Триптих үҙ атамаһын урта өлөштәге һүрәттән алған, сәнғәт белгестәре фекеренсә, унда «Ер ләззәттәре баҡсаһы» төшөрөлгән (1500—1510). Асыҡ һул ҡапҡаста Алланың Әҙәм менән Һауаны бар итеүе һүрәтләнә. Асыҡ һул ҡапҡас, музыка ҡоралдарының бик күп булыуы арҡаһында, «Музыкаль тамуҡ» тип аталған
«Ҡиәмәт көнө» триптихы (1504) Венала Һынлы сәнғәт академияһына ҡуйылған, уның һул ҡапҡасының өҫкө өлөшөндә Алланың күктә аҡ һәм ҡара фәрештәләрҙең аяуһыҙ алышын күҙәтеүе һүрәтләнә. Ә аҫта, ерҙә, Йәннәт баҡсаһында Әҙәм менән Һауа гонаһҡа бата.
«Ете үлемесле гонаһ» картинаһының ҙур әйләнәһе — әйтерһең дә, Аллаһы Тәғәләнең бөтәһен дә күреп-күҙәтеп торған күҙе. Күҙҙең ҡараһы — Ғайса Мәсих. Уның аҫтында латинса «Cave, cave, Deus videt», йәғни «Ҡурҡ, ҡурҡ, Раббы күрә» тип яҙылған. Киләһе әйләнә — ҡояш нурҙарынан ореол, ә уны тирәләп ете үлемесле гонаһ күренештәре төшөрөлгән: 1/ лат. ira — асыу; 2/ superbia — тәкәбберлек; 3/ luxuria — нәфсе; 4/ accidia — ялҡаулыҡ; 5/ gula — бирәнлек; 6/ avaricia — ҡомһоҙлоҡ; 7/ invidia — көнсөллөк.
Монах кейемендәге дәрүиш Антонийҙы (тыуған йылы — яҡынса 251, вафаты — 356) ҡайҙалыр юғарыға ен-шайтандар алып менеп бара (лат. bestia «хайуан, йәнлек», тәү һинд-европаса dhwes — «өрөү, һулыш алыу; рух»). Изгегә әйләнәсәк Антоний дәрүиштәрсә йәшәү рәүешен һайлаған беренсе христиан була: 35 йыл мәмерйәлә, 20 йыл тауҙа йәшәй, шунан Мысырҙағы сүллеккә китә һәм бик ныҡ ҡартайғансы шунда көн итә. Триптихтың урталағы панноһында сысҡанға атланған һәм ҙур һаҡлыҡ менән биләүҙәге сабыйҙы күтәргән хәстәрлекле ағас төшөрөлгән — сәнғәт белгестәре ағасты «ялған Мәрйәм» тип атай. Уң яҡтағы ҡапҡаста алһыу күлдәкле, аҡ япмалы бер ҡатынды балыҡҡа атланған шайтан алып китеп бара.
Босхтың һаҡланған иң ҙур әҫәре — «Ҡиәмәт көнө» (1,64 × 2,47 м) тигән триптих, унда күк көмбәҙендә дүрт фәрештә торбаға өрә. Улар араһында Юғарғы хөкөмдар ултыра, уны ун ике илсе уратҡан. Иң уртала хәтерҙе юйыу йылғаһы өҫтөндә һөйәк төҫөндәге күпер күтәрелгән. Күпер өҫтөндәге ҡара сфера ҡара упҡын шикелле һурып алыу һәләтенә эйә.