Инсульт | |
| |
МКБ-10 | |
---|---|
МКБ-9 |
434.91 |
OMIM |
601367 |
DiseasesDB |
2247 |
MedlinePlus |
000726 |
eMedicine | |
MeSH |
D020521 |
Инсульт Викимилектә | |
Инсу́льт — баш мейеһендә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы, ул кинәт кенә (бер нисә минут, сәғәт эсендә) барлыҡҡа килә, 24 сәғәт йә унан да оҙағыраҡ һаҡлана торған неврологик симптоматика менән билдәләнә һәм цереброваскуляр патология нәтижәһендә ауырыуҙы үлемгә килтерә.
Инсульттарға баш мейе инфаркты, башҡа ҡан һауыу һәм субарахноидаль ҡан һауыуы керә.
Неврологик дефицит регрессияһы ваҡытын иҫәпкә алып,үтә торған баш мейе ҡан әйләнеше боҙолоуы (ғәҙәти инсультан айырмалы булараҡ неврологик дефицит 24 сәғәт эсендә регрессиялана) һәм кесе инсультҡы (неврологик дефици башланғам 3 аҙна регрессия үтә) бүленә.
Ҡан әйләнеше структураһында үлем осрағы йөрәктең ишемия ауырыуынан һуң мейе ҡан тамырҙары ауырыуы икенсе урында килә.
Инсульт тураһында беренсе тапҡыр Б. Э. Т. 460 йылдарҙа Гиппократ телгә ала, ул баш мейе ауырыуы сәбәпле аңын юғалтҡан осраҡты яҙа.
Артабан Гален ҡапыл аңын юғалтыуҙың беренсе симптомдарын яҙа, һәм уны ἀποπληξία, «һуғыу» термины менән атай. Шул замандан бирле медицина практикаһында мейелә ҡан әйленеше боҙолоу термины булараҡ «апоплексия» термины инеп ҡала, шулай уҡ был термин башҡа органдарға ҡан һауыуҙы аңлата (түллек биҙе ярылыу, бөйөр өҫтө биҙҙәре апоклексияһы һ.б.).
1628 йылда Уильям Гарвей организмда ҡан әйленешен өйрәнә; йөрәк ҡан әйләнешен булдырыусы насос тип билдәләй. Был ғилемдәр инсульттың барлыҡҡа килеүе һәм был процесста ҡан тамырҙары ролен өйрәнеүҙең нигеҙе булып тора.
Рудольф Вирховтың инсульт патогенезын өйрәнеүҙә өлөшө ҙур. Ул «тромбоз» и «эмболия» терминдарын керетә. Был терминдар әлегә тиклем инсультты диагностикалау, дауалау һәм профилактикалауҙа төп терминдар булып торалар. Һуңыраҡ ул артериялар тромбозы шештән түгел, ә ҡан тамырҙары стеналарына май ултырыу менән аңлата һәм уны атеросклероз менән бәйләй.
Инсульттар араһында иң таралғаны — мейенең ишемик (ҡан әйләнеше етәрлек күләмдә булмау сәпәбле) зарарланыуы. Ишемик инсульт осрағы 70-50 % тәшкил итә, мейегә ҡан һауыу 20-25 %, травма менән бәйләнмәгән субарахноидаль (баш мейеһенең һәм йөлөндөң үрмәксе ауы һәм йомшаҡ ҡабығы араһындағы цереброспиналь шыйыҡса менән тулған арауығына) ҡан һауыу 5 %.
Инсульт, бөгөнгө көндә, неврологияның иң мөһим социаль-медицина мәсьәләһе булып тора.
Бөтә донъяла йыл һайын церебраль инсульт менән 6 миллион кеше ауырый, ә Рәсәйҙә 450 меңдән артыҡ кеше, йәғни һәр 1,5 минут һайын бер рәсәйле инсульт кисерә. Рәсәйҙең эре мегаполистарында тәүлегенә 100-ҙән 120-гә тиклем киҫкен инсульт осрағы теркәлә.
Бөгөнгө көндә инсульт халыҡтың төп инвалидлыҡ сәбәбе булып тора. Инсульт кисергәндәрҙең 70—80 % инвалид булып ҡала, шуларҙың 20—30 % даими тәрбиә талар итә.
Рәсәй Федерацияһында инсульт кисергәндәрҙең инвалид булып китеүенә ашығыс госпитализация булмауы (15—30%-тан артмай), неврология бүлектәрендә интерсив терапия булмауы сәбәпсе булып тора. Инсульт кисергәндәрҙе актив реабилитациялау зарур (реабилитация бүлегенә тик 15—20 % ауырыуҙар күсерелә).
Инсульт кисергәндәрҙең леталлеге (үлем осрағы) ауырыуҙың киҫкен ваҡытында дауалау шарттарына бәйле. 30 көн эсендә инсульт кисергәндәрҙең 35 % үлә. Стационарҙа дауаланғандарҙың 24 %, өйҙә дауаланғандарҙың — 43 % (Виленский Б. С., 1995). Бер йыл эсендә 50 % ауырыу үлә.
Дөйөм алғанда, киҫкен йөрәк ауырыүҙарынан һуң, инсульттан үлем осрағы икенсе урында тора, ирҙәрҙә инсульт осрағы ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда күберәк.
Инсульттың өс төрө бар: ишемик инсульт (етәрлек кимәлдә ҡан килмәүе), баш мейеһенә ҡан һауыуы һәм субарахноидаль (баш мейеһенең һәм йөлөндөң үрмәксе ауы һәм йомшаҡ ҡабығы араһындағы цереброспиналь шыйыҡса менән тулған арауығына) ҡан һауыуы. Травматик булмаған баш мейегә ҡан һауыу геморрагик инсульт тип атала. Халыҡ-ара тикшереүҙәр ишемик һәм геморрагик инсульт сағыштырмаһы 4:1—5:1 (80—85 % һәм 15—20 %) тип бирә.
Оҙаҡҡа һуҙмай урында инсультты билделәү өсөн өс төп алым бар, ул "УЗП " тип атала. Зарар күреүсе кешенән түбендәгеләрҙе һорағыҙ:
Өҫтәмә диагностика алымдары:
Зарар күреүсе берәй талапты эшләй алмаһа, ашығыс ярҙам саҡырырға кәрәк, килгән медиктарға симптомдарҙы һөйләп бириргә. Симптомдар юғалған булһа ла госпиталләштереү талап ителә.