Le Monde | |
Тип |
көндәлек гәзит |
---|---|
Тиражы |
364 240 дана (2014) |
Веб-сайты | |
Le Monde Викимилектә | |
Монд (франц. Le Monde, фр. теленән «донъя») — социаль-либераль ҡарашлы француз көндәлек киске гәзите.
1944 йылда Шарль де Голль ҡарарына ярашлы Юбер Бёв-Мери тарафынан Монд гәзитенә нигеҙ һалына. Гәзиттең тәүге һаны 1944 йылдың 19 декабрендә донъя күрә. 1995 йылдың 19 декабрендә гәзитте интернетта онлайн рәүештә уҡыу мөмкинлеге асыла.
2010 йылға тиклем баҫманың иң ҙур акционеры (акцияларҙың 53 %) гәзиттең журналистары штаты булған. Ҡалған акцияларҙы Danone һәм BNP Paribas компаниялары һәм француз магнат Франсуа Пино үҙ-ара бүлешкән. 2010 йыл аҙағында банкрот хәлендә ҡалған гәзит акцияларының 64 %-ын Ксавье Ньель, Матье Пига һәм Пьер Берже $150 млн хаҡҡа һатып алалар. Яңы хужалары компанияла реструктуризация башҡарып, аҙаҡҡы ун йыл эсендә Le Monde тәүге тапҡыр килемле эшләй башлауына ирешә.
Le Monde Викимилектә | |
Le Monde Викияңылыҡтарҙа |