WOWCube | |
Масса | 325 грамм |
---|---|
Нәшер ителеү ваҡыты | 2021 |
Етештереүсе | CubiOS Inc. |
Центральный процессор | STM32 |
Операцион система | CubiOS |
Дата окончания поддержки | билдәһеҙ |
Киңлек | 70 миллиметр |
Бейеклеге/буйы | 70 миллиметр |
Ҡалынлыҡ | 70 миллиметр |
Рәсми сайт | wowcube.com |
Энергия сығанағы | литий-ионный аккумулятор |
WOWCube Викимилектә |
WOWCube йәки WowCube — 2x2x2 Рубик шаҡмағыформаһындағы идара ителеүсе портатив уйын, шулай уҡ электрон башватҡыс булараҡ та классификациялана; ҡулланыусының мотлаҡ интерфейсы өлгөһө. Бер төрлө һәм бер бөтөндө тәшкил иткән һигеҙ элементтан тора, һәм Pawn телендә яҙылған махсус әҙерләнгән уйындарҙы башларға ярҙам итә. Лицензияһы — асыҡ аппарат тәьминәте (Open Source). Эшләүселәр — Савва һәм Илья Осиповтар.
Ҡоролма концепцияһын 2016 йылда сығышы менән Түбәнге Новгородтан булған Савва Осипов тәҡдим итә. Уға 8 йәш булғанда, ғаилә Американың Сан-Франциско ҡалаһына күсенә (хәҙер Сан-Францисконан алыҫ булмаған Новато тигән урында йәшәйҙәр). Савва 10 йәшенән электроника һәм программалау менән мауыға, уның бер нисә проекты Hackster эшләнмәләр йәмғиәтендә баҫылып сыға. Әлеге ваҡытта Савва YouTube-ла үҙең каналында алып бара һәм хакатондарҙа даими ҡатнаша.
Савваның атаһы — IT-эшҡыуар Илья Осипов, Түбәнге Новгородтың Лобачевский исемендәге дәүләт университетын тамамлаған, күп төрлө стартаптарҙа ҡатнаша (шул иҫәптән, Түбәнге Новгородтың nn.ru мәғлүмәт сайтына нигеҙ һала), бер нисә патент эйәһе һәм Elsevier нәшриәтенең Computers in Human Behavior (инг.)баш. фәнни журналы рецензенты. Илья программалау менән студент йылдарынан шөғөлләнә һәм 1996 йылда программалау буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүсе була. 2012 йылда ул үҙ бизнесын Hearst Shkulev Media компанияһына һатып, ғаиләһе менән Калифорнияға күсенә. Унда Raspberry Рі һәм Arduino кеүек ябай компьютерҙар нигеҙендә ҡатмарлы булмаған ҡоролмалар — мини-компьютерҙар, электрон фоторамкалар һәм уйын ҡушымталары (приставкалар) йыя башлай. Савва атаһы менән Сан-Франциско һәм Кремний Үҙәнендә үткәрелгән хакатондар серияһында ҡатнаша, унда үҙенең проекттары араһында Раштыуа яҡтырҡысын, Angry Birds-консолен, «аҡыллы» фоторамды һәм 3D-принтерында баҫылған күп төрлө башҡа әйберҙәрен тәҡдим итә.
Тиҙҙән Илья Осипов үҙ-ара бәйләнешле процессорлы арзан кубиктар эшләргә ҡарар итә. Башта ул Kickstarter өсөн бер-береһе менән бәйләнешле бик күп стандартлаштырылған элементтарҙан торған (һәр ҡайһыһы үҙенең экраны менән) өҫтәл уйындары проектын башлап ебәрергә теләй. Бер нисә эшләнмә әҙерләй, ләкин тиҙҙән быға оҡшаш уйындың кем тарафынандыр патентланыуын асыҡлай, ә авторҙары 20 миллион доллар күләмендә инвестициялар йәлеп итә. 2016 йылда 13 йәшлек Савва атаһына икенсе формалағы идеяны камиллаштырып — Рубиктың патентланған кубигын тышҡы барлыҡ ҡырҙарының экран булып, ҡоролманың тотош экранды хасил итеүен эшләргә тәҡдим итә. Ҡырҙарҙы бороп, яланы һәм уйын элементтарын үҙгәртергә мөмкин. Савваның идеяһы WOWCube проектының башы була. Киңлектә кубиктарҙы алмаштырып ҡуйыу бәләкәй балалар уйынының аналогы булһа ла, экран-ҡырҙарҙы бороп объекттарҙы бер яҡтан икенсеһенә күсереү барлыҡ аудиторияны йәлеп итеү мөмкинлегенә эйә була.
2017 йылдың йәйендә WOWCube прототиптарының өс вариантын эшләүгә 500 мең самаһы АҠШ доллары самаһы аҡса бүлеп, проектты Мәскәү технология институтының ректоры Григорий Бубнов, Moscow Business School президенты һәм amoCRM компанияның милектәше Денис Митрофанов һәм Fermosa шәхси фонды финанслай. Алдынғы инвестор булып BitFury-ҙың идарасы партнеры Марат Кичиков тора. Ул дөйөм сумманы 1,4 млн АҠШ долларына тиклем еткерә. Проекттарҙы эшләүгә ярты йыл китә: Илья тема буйынса публикациялар һәм патенттарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә, шулай уҡ уйындарға сценарийҙар төҙөй; Савва идеяларҙы бергә туплай һәм уйынсыҡтың тышҡы йөҙө һәм уның мөмкинлектәре буйынса фекер алышыуҙарҙа ҡатнаша. 2017 йылда Савва менән Илья Arduino конструкторы һәм IIIP Monoprice өй 3D-принтеры ярҙамында (быға тиклем САвва унда уйынсыҡтар баҫтырып, һуңынан уларҙы осһоҙ хаҡҡа һатҡан була) беренсе прототипты эшләй. Прототип дәүмәле башта 3-кә 3 итеп ҡаралһа, һуңынан итеп 2-гә 2 һайлана (Ларри Николстың 1970 йылда төҙөгән магнит башватҡысындағы кеүек); проектты моделләштереү SketchUp программаһы ярҙамында башҡарыла. Прототипты йыйыу барышында Савва менән Илья компоненттар араһында бәйләнеш булдырыу радиоканалы идеяһынан, шулай уҡ ҡоролма геометрияһының ғәҙәти булмауына бәйле төп бәйләнеш сифатында Android йәки Linux ҡулланыу идеяһынан баш тарта.
2017 йылдың 8 июнендә прототип Беркли ҡалаһындағы Калифорния университетында үткән CALL фәнни-ғәмәли конференцияһына күрһәтелә. Ноябрҙә Осиповтар Рәсәй патенты ала, шулай уҡ АҠШ-та һәм Ҡытайҙа патентҡа заявкаларҙы уңышлы тапшыра, иҡтисады үҫешкән алдынғы һигеҙ илгә лә заявка ебәрә. 2018 йылдың ғинуарында ҡоролма Лас-Вегаста — CES-та, ә майҙа Санта-Клара ҡалаһында (Калифорния) күргәҙмәһендә киң күләм тамашасыға сығарыла. 2019 йылдың 16-17 октябрендә Аризонала үткән ARIZONA’S SIGNATURE TECH EVENTА форумында WOWCube эшләнмәһе менән Apple компанияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Стив Возняк таныша һәм бер дана уйынсыҡҡа ҡултамғаһын ҡуйып, бығаса бындай уйынсыҡты күргәне булмауын белдерә. Авторҙарға WOZUEducation менән мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек тәҡдим ителә.
Cubios Inc башҡарма директоры Макс Филин белдереүенсә, компанияның 200 дана WOWCube сығарырға һәм таратырға, шулай уҡ ул зарядкала торғанда экранда ғәмәлдәге датаны һәм ваҡытты, һауа торошон һәм һуңғы яңылыҡтарҙы күрһәткән ҡушымтаэшләргә ниәтләй. Әҙер уйынсыҡ хаҡы 249—149 АҠШ доллары торасаҡ тип күҙаллана. 2020 йылдың ғинуарында CES һәм яҙғыһын Toyfair күргәҙмәләре планлаштырыла. 2021 йылда Лас-Вегаста CES күргәҙмәһендә көмөш миҙалға лайыҡ була, эшләүселәр әйтеүенсә, был уйынсыҡҡа һорау артыуына этәргес була, ә 2022 йылдың 7 ғинуарында WOWCube тағы ла CES-та күрһәтелә.
2021 йылдың авгусына WOWCube менән 18 илдең дистрибюторҙары ҡыҙыҡһына, иң күп һорау Японияла була. Компания алдан яҡынса 39 миллион АҠШ доллары күләмендә (бер дана 250 доллар иҫәбенән) 155 мең ҡорамалға заказ бирә. 30 августа Cubios компанияһының А раунында тағы ла 4,5 миллион доллар алыуы мәғлүм була, шул иҫәптән 1,5 миллион доллар башында Александр Агапитов торған Hand of Midas компанияһынан күсә, тағы ла 3 миллион доллар башҡа предприятие һәм бизнес-ойошмаларынан килә. Сентябрҙә заказдар процедураһы башланыуы тураһында иғталн ителә. Дөйөм алғанда стартап 25 миллион долларға баһалана. 2021 йыл һуңында Ҡиммәтле ҡағыҙҙар һәм биржалар буйынса комиссияның эшләүселәргә инвестиция краудфаундингы сиктәрендә йылына 5 миллион доллар йәлеп итергә рөхсәт биреүе мәғлүм була: инвесторҙарға Cubios акцияларының 10 проценты тәҡдим ителә, ә ҡағыҙҙарҙы StartEngine майҙансығында алырға мөмкин була.
Уйынсыҡты эшләүселәр әйтеүенсә, баҙарға сығыу 2022 йылдың беренсе яртыһына планлаштырыла. Бер дананың хаҡы (250 доллар) Илья Еремеев фекеренсә, Nintendo Switch консоле хаҡына йәки «уртаса хаҡлы смартфон» хаҡына тиң була, әммә платформаның спецификаһына бәйле, уйынсыҡтың сығымдарҙы ҡапламау ихтималлығына шик бар.
WOWCube һигеҙ автономиялы модулдән торған, бергә 24 дисплейға эйә булған һәм Рубик шаҡмағы кеүек үк боролоға һәләтле кубтан ғибәрәт. Магнит автономиялы бүлемдәрҙе туҡтауһыҙ мәғлүмәт менән тәьмин итеп, өҙлөкһөҙ уйын процесын тәьмин итә. Кубты ҡулда өйөртөргә йәки һелкергә мөмкин. WOWCube өсөн башватҡыстар, логик уйындар, пазлдар, Скрэббл, аркада һәм лабиринттар кеүек бер нисә жанрҙа уйын эшләнгән. WOWCube ҡатнаш ысынбарлыҡ тәжрибәһен тәьмин итә, йәғни ул матди донъяла бороу һәм һелкеүҙе кубтың 24 шаҡмаҡлы суб-дисплейы аша күҙалланған цифрлы ғәмәлдәр менән ҡатнаштырып алып барыу мөмкинлеген бирә. WOWCube ҡулда әйләндерелгән (спиннер кеүек) хәрәкәтләнгән уйынсыҡтар кеүек физик гаджеттарҙың үҙенсәлектәрен дә берләштерә, шул уҡ ваҡытта бер ҡоролмаға цифрлы уйын консолдәре лә индерелгән.
Ҡоролмаһы бер төрлө, коммуникация функцияһын тыш, ҡоролманы тотороҡло конструкциялар менән тәьмин итә, эргәләге дүрт секция экраны аша дөйөм уйынды күҙәтеү мөмкинлеге биргән магнит бәйләнеше аша мәғлүмәт алышҡан һигеҙ секциянан тора. Магнит бәйләнеше, шаҡмаҡтар эсендәге бушлыҡҡа үҙ -ҙәге тирәһендә әйләнгән нығытылмаған неодим шарҙар ҡуйылыу һөҙөмтәһендә теләһә ниндәй конфигурацияла ла бер-береһенә тартыла. Был конструкция UniSex атамалы боролоусы магнит бәйләнеше булараҡ патентлана.
Һуңғы версияла ҡоролма дәүмәле 76х76х76 мм, ә ауырлығы — 400 грамм тәшкил итә. Корпусы ABS-пластиктан эшләнгән. Һигеҙ секцияның һәр береһендә:
WOWCube-ның һуңғы версияһы үҙ составына 8 микропроцессорҙы һәм 24 экранды ала (һәр ҡырҙа дүртәр экран), ә ҡоролманы зарядкалау USB-C аша база станцияһы ярҙамында башҡарыла. Ҡоролма зарядкаһы 3,5 сәғәткә етә.
WOWCube консоле операцион системалар сифатында FreeRTOS , шулай уҡ P-кодты интерпретациялау өсөн Pawn телендә абстракт машина ҡуллана. Был уға алдан тупланған уйын логикаһын консолдә лә, уның программа эмуляторында ла башҡарыум мөмкинлеге бирә. WOWCube SDK-һы программа эмуляторына һәм аныҡ консоль булмағанда эшләнгән уйындарҙы шәхси компьютерға ла ҡуйырға мөмкин. WOWCubeның программа тәьминәтенең барлыҡ компонеттары MIT, BSD һәм Apache License кеүек асыҡ лицензиялар буйынса бирелә.
SDK WOWCube составына аныҡ WOWCube консоле булмаған эшләүселәргә программа тәьминәте эшләү мөмикнлеге биргән программа эмуляторы инә. 2019 йылдан Windows һәм MacOS операция системалары ла тота. Эмулятор түбәндәге асыҡ сығыу кодлы бушлай программа тәьминәте базаһында төҙөлгән:
Тест режимында ике уйын бар: беренсеһендә күбәләктәрҙе йыйырға кәрәк (беренсе кимәлдә өс кенә күбәләк). Артабан уйын ҡатмарлаша бара. Икенсеһе — һыу ағыуын туҡтатыу өсөн төрлө элементтарҙан торба йыйыу бурысы ҡуйыла. Илья Осиповң һүҙҙәренсә, уйындар араһында «үлтереп» бөтөү өсөн тараҡандарҙы бер урынға йыйыу ҙа бар. Bandai Namco компанияһы ярҙамында Pac-Man уйынын эшләү ҡаралған. Һуңыраҡ WOWCube өсөн уйындарҙы Apple Storeла ла уйнау мөмкин була.
2021 йылдың август һуңында Bluetooth аша iOS һәм Android өсөн ҡушымталары ярҙамында ҡорамалға 24 уйынға тиклем яҙҙырырға мөмкин булыуы тураһында хәбәр ителә. Илья Еремеев фекеренсә, гипотетик күҙлектән ҡарағанда, ҡоролманы NFT-һаҡлағыс функцияһын башҡарған IOT-девайс сифатында йәки «һауа торошо, хаҡтар һәм музыкаль ҡушымталар өсөн интерфейс» булған док-станция итеп файҙаланырға мөмкин.