Wocu (ингл. The World Currency Unit), йәки Вокю́ (ЭКЮ-ға оҡшашлыҡ нигеҙендә), иҫәпләшеү өсөн аҡса берәмеге, кәрзин валютаһы, Дәү егерме төркөмөнә ингән илдәр валюталары курсы буйынса көн дә иҫәпләнеп торола. Валюталарына ҡарата Вокю һанала торған илдәр иҫәбенә донъяның Эске тулайым продукт күрһәткесе буйынса иң эре илдәре инә.
Вокю кәрзиненә инеүсе валюталарҙың удель ауырлығы илдәрҙең донъя ЭТП-һындағы өлөшө нигеҙендә иҫәпләнә. Вокюҙы һанау методикаһы WDX institute коммерцияға ҡарамаған бойондороҡһоҙ ойошмаһы тарафынан эшләнә, был ойошма 2008 йылда донъя валюта системаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәреү маҡсатында төҙөлә. Кәрзиндәге валюталар ауырлығын йылына ике тапҡыр — 3 майҙа һәм 3 ноябрҙә — 16:00 UTC һанайҙар. Вокю Европа валюта берәмеге булған ЭКЮ-ға альтернатива итеп индерелә, ул халыҡ-ара иҫәп-хисаптарҙа валюта хәүефтәрен кәметеүгә хеҙмәт итә.
Долларҙы алмаштырырлыҡ донъя валютаһын булдырыу идеяһы күптән йәшәй. 1944 йылғы Бреттон-Вуд конференцияһында Джон Кейнс тарафынан глобаль валюта идеяһы әйтелә, ул тәҡдим ителгән валютаны банкор тип атай.
Артабан был идея донъяның ике полюслылығы шарттарында SDR халыҡ-ара иҫәпләшеү берәмегендә кәүҙәләнеш ала.
Донъяның алдынғы егерме иле валюталары нигеҙендә глобаль валютаны хисапҡа индереү идеяһы 1996 йылда тыуа һәм 2009 йылда ғәмәлләшә, WDX institute коммерцияға ҡарамаған бойондороҡһоҙ ойошмаһы даими уны иҫәпләп сығарып тора.
Ил/Төбәк, Валюта | 01/01/2000 | 01/01/2010 |
---|---|---|
Австралия, AUD | 2.3943 | 1.9164 |
Бразилия, BRL | 2.8380 | 2.9723 |
Канада, CAD | 2.2739 | 1.8073 |
Швейцария, CHF | 2.5013 | 1.7780 |
Ҡытай, CNY | 13.0222 | 11.7432 |
Европа союзы (Еврозона), EUR | 1.5606 | 1.1973 |
Бөйөк Британия, GBP | 0.9719 | 1.0666 |
Япония, JPY | 160.78 | 159.24 |
Рәсәй, RUB | 43.1928 | 51.7254 |
Америка Ҡушма Штаттары, USD | 1.5731 | 1.7204 |