Аҡсарлаҡ (рус. Серебристая чайка, лат. Larus argentatus) — сарлаҡтар ғаиләһенә ҡараған эре ҡош. Азияла, Европала һәм Төньяҡ Америкала бигерәк тә күп осрай.
Ҡылыҡһырлама
Ҡарғанан байтаҡ ҙур. Дөйөм төҫө аҡ, һорғолт ҡанаттарының осо ҡара, суҡышы һары, аяҡтары ҡыҙғылт һары. Күк сарлаҡтан ҙурлығы һәм төҫө менән айырыла.
Тауышы
Осҡанда шарҡылдап көлгәнгә оҡшаған тауыш сығара: «ха-ға-һа» йәки киҫкен «ҡъяҙу», ерҙә яңғырауыҡлы: «бах-бах-бах». Ерҙә ҡысҡырғанда, башын артҡа ташлап, суҡышын киң итеп аса.
Йәшәү рәүеше
Һыу буйында йәшәй. Бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөүсе ҡош. Һирәк осрай. Ояһын аулаҡ яр буйҙарында үлән һәм ҡауырһындарынан эшләй. Унда ҡара таплы 2-3 бөртөк йәшкелт һоро йәки һарғылт һоро йомортҡа һала.
Туҡланыуы
Төрлө аҙыҡ менән туҡлана: балыҡ, һыу бөжәктәре, сысҡан, йомран аулай, башҡа ҡоштарҙың ояларын туҙҙыра, емеш-еләк тә ашай.
Таралышы
Иҫкәрмәләр
Галерея
Һылтанмалар
{{|fr}}