Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
| |
Тел | |
Дин |
православие (75 %) |
Раса тибы | |
Халыҡ | |
Туғандаш халыҡтар | |
Килеп сығышы |
Урыҫтар йәки рустар (үҙ атамаһы рус. русские) — Рәсәй Федерацияһында иң күп һанлы халыҡ, төп халҡы. Көнсығыш славян халыҡтары төркөмөнә керә. Урыҫ телендә һөйләшәләр. Диндарҙарҙың төп өлөшө православие динен тота.
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Ғаилә башлығы булып атай йәки иң өлкән ир бала (большак, старшой) торған. Ғаиләлә бала тыуыуы тантаналы билдәләнгән, Суҡындырыу байрамынан һуң, көҙөн йәки ҡышын, туй үткәрелгән.
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Михаил Ломоносов Рәсәй фәненә нигеҙ һалыусы. XIX быуатта рус фәне донъя кимәленә сыға. Математиктар М. В. Остроградский, Н. И. Лобачевский күп илдәрҙә танылыу таба.
Башҡортостан урыҫтары — Башҡортостанда йәшәгән урыҫ халҡы. 2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәп алыу буйынса республикала 1 миллион 432 мең 906 кеше йәшәй (республика халҡының 35,19 % өлөшө).
Төбәккә урыҫтарҙың күпләп күсеп ултырыуы Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башланған. Иң беренсе урыҫтар Өфө тирәһендәге ерҙәрҙе биләп, Башҡортостандың үҙәк төбәктәрендә, һуңыраҡ — төньяҡ-көнбайышында, Кама аръяғы сик һыҙығы буйлап таралып ултырған.
Уралдағы беренсе урыҫ тораҡ пункттары (торамалары):
Төрлө сығанаҡтар буйынса урыҫтарҙың республикаға күсеү процессы колониализм тип иҫәпләнә.
Республикала урыҫтарҙы берләштерғән күп ойошмалар эшләй. Иң эреһе — Собор русских Башкортостана.
Был донъя халыҡтары тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |