| |||||
Девиз: «груз. ძალა ერთობაშია» «Берҙәмлектә көс» | |||||
Гимн: «Бойондороҡһоҙлоҡ» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 26 май 1918 йыл (ЗДФР-ҙан) 9 апрель 1991 йыл ( СССР[* 1]) | ||||
Рәсми телдәр | грузин теле[* 2] | ||||
Баш ҡала | Тбилиси | ||||
Эре ҡалалар | Тбилиси, Кутаиси, Батуми, Рустави, Зугдиди, Гори, Поти, Сухуми[* 3], Цхинвали[* 4], | ||||
Идара итеү төрө | Парламент-президент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр Парламент Спикере |
Саломе́ Зурабишви́ли Георгий Гахария Арчил Талаквадзе | ||||
Территория • Бөтәһе |
118 69 700 км² [* 5] / без Южной Осетии и Абхазии — 57200 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2016) • Перепись (2014) • Халыҡ тығыҙлығы |
▲3 720 400 чел. (130) 3 713 804 чел. 65 чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
37,209 млрд. долл. 9,1722 долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
16,535 млрд. долл. 4,286 долл. | ||||
ИЧР (2013) | ▲0,745 (высокий) (72 урын) | ||||
Валюта | грузинский лари | ||||
Интернет-домен | .ge | ||||
Код ISO | GE | ||||
МОК коды | GEO | ||||
Телефон коды | +995 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00 һәм Грузинское время |
Гру́зия, Гөржөстан (груз. საქართველო , Сакартве́ло) — Кавказ аръяғының көнбайыш өлөшөндә һәм Ҡара диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарында урынлашҡан дәүләт, Алғы Азияға һәм Яҡын Көнсығышҡа ҡарай[* 6][* 7]; йыш ҡына хәҙерге Европаның бер өлөшө булып та ҡарала.
Грузия көнбайышта Ҡара диңгеҙ һыуҙары менән йыуылһа, көнсығышта һәм төньяҡта Рәсәй, көньяҡта — Әрмәнстан һәм Төркиә, көньяҡ-көнсығышта — Әзербайжан менән сиктәш. Өлөшләтә танылған Абхазия һәм Көньяҡ Осетия биләмәләренә грузин хөкүмәте ғәмәлдә (де-факто) контроллек итмәй. Грузия, ОБСЕның Парламент Ассамблеяһы, Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа комиссияһы тарафынан улар Грузияның Рәсәй баҫып алған ерҙәре тип иҫәпләнә[* 8].
Грузияның хәҙерге флагы 2004 йылда махсус «Флаг тураһында Закон» менән раҫланған. Унда флагтың нисбәтен күрһәткән схема бирелгән: оҙонлоғоның киңлеге нисбәте — 3:2. Тәренең киңлеге дөйөм флаг киңлегенең 1/5 өлөшөн тәшкил итә.
Грузия гербы — уның дәүләт символы. Хәҙерге герб 2004 йылдың 1 октябрендә ҡабул ителгән. Ул ҡыҙыл ҡалҡанға эшләнгән Грузияның ҡурсалаусыһы, дейеүҙе һөңгө менән сәнсеп үлтереүсе Изге Георгийҙың көмөш фигураһынан ғибәрәт. Ҡалҡан грузин монархтары ырыуы Багратиониҙарҙың алтын батша коронаһы менән уратылған, уны ике алтын арыҫлан тотоп тора. Ҡалҡан аҫтына «Берҙәмлектә — көс» тигән девиз яҙылған таҫма бар. Герб өлөшләтә Багратиониҙарҙың урта быуаттағы гербына нигеҙләнгән.
1918—1921 йылдарҙа бойондороҡһоҙ Грузия республикаһының үҙ символикаһы була. Ул ваҡыттағы дәүләт гербы алтын орнамент менән ҡаймаланған ете сатлы йондоҙҙан ғибәрәт. Уның үҙәгендә алтын тояҡлы аҡ атҡа атланған Изге Георгий һүрәтләнгән ҡалҡан урынлашҡан. Уның уң ҡулында көрәшкә әҙер торған көмөш башлы алтын — һөңгө, ә һулында — ҡалҡан (терһәгендә, атының һул ҡабырғаһында). Изге Георгийҙың баш осонда һигеҙ сатлы йондоҙ балҡый; йондоҙҙоң һул яғында — ай, уң яғында — ҡояш; һул йондоҙ — ай, ә уң яҡтан — ҡояш. Ай һәм ҡояштан аҫтараҡ, тағы ике һигеҙ сатлы йондоҙ урынлашҡан. Ат аҫтында тау һүрәтләнгән. Гербтың авторы — академик Евгений Лансере.
1991 йылда, бойондороҡһоҙлоҡ тергеҙелгәндән һуң, 1918 йылдағы герб ҡабаттан ҡабул ителә. 2004 йылда хәҙерге гербҡа алмаштырыла.
1921 йылда Грузияла совет власы урынлаштырыла һәм 25 февралдә Грузия ССР-ы ойошторола. 1922 йылдың 12 мартынан ул ЗСФСР составына инә. Грузияның элекке гербы ғәмәлдән сығарыла. Артабан ЗСФСР (1936) һәм Грузия ССР-ы гербы ҡулланыла. Гербтың авторҙары — академиктар Евгений Лансере менән Иосиф Шарлеман. Грузия ССР-ы өлөшләтә элекке герб мотивтарын ала (атап әйткәндә, орнаментта ете сатлы йондоҙ бар).
Грузия Республикаһының Дәүләт гимны — флаг һәм герб менән бер рәттән Грузияның төп дәүләт символы. Гимн көйө Захарий Палиашвилиның (1871—1933) «Даиси» («Сумерки») һәм «Абессалом менән Этери» операларынан алынған. Гимн тексының авторы — билдәле грузин шағиры Давид Маградзе. Ул шулай уҡ классик грузин шағирҙары Акакий Церетели, Важа Пшавела, Григола Орбелиани һәм Галактион Табидзе әҫәрҙәренән цитаталар ҡулланған.
Администрация Обамы по-прежнему имеет серьёзные разногласия с российским правительством по поводу Грузии. Мы продолжаем призывать Россию прекратить её оккупацию грузинских территорий Абхазии и Южной Осетии, и параллельно работаем с российским правительством, чтобы предотвратить дальнейшие военные эскалации в регионе. Мы стали свидетелями некоторых увеличивающихся мер по укреплению доверия, таких как открытие границы в Верхнем Ларсе и разрешение прямых чартерных рейсов между двумя странами, и продолжаем настаивать на укреплению Механизмов предотвращения и реагирования инцидентов и возвращении международных наблюдателей в два оккупированных региона Грузии.Оригинал текст (инг.)The Obama Administration continues to have serious disagreements with the Russian government over Georgia. We continue to call for Russia to end its occupation of the Georgian territories of Abkhazia and South Ossetia, and in parallel have worked with the Russian government to prevent further military escalations in the region. We have witnessed some incremental confidence building measures, such as opening the border at Verkhniy Lars and allowing direct charter flights between the two countries, and continue to press for the strengthening of the Incident Prevention and Response Mechanisms and a return of international observers to the two occupied regions of Georgia.
…в соответствии со статьёй 49 Договора о Европейском Союзе Грузия, Молдавия и Украина — как и любые другие европейские государства — имеют европейскую перспективу и могут стать членами Союза при соблюдении принципов демократии…Оригинал текст (инг.)…pursuant to Article 49 of the Treaty on European Union, Georgia, Moldova and Ukraine — like any other European state — have a European perspective and may apply to become members of the Union provided that they adhere to the principles of democracy…
Портал «Грузия» | |
Грузия Викиһүҙлектә | |
Грузия Викикитапханала | |
Грузия Викимилектә | |
Грузия Викияңылыҡтарҙа | |
Грузия Викигид |