| |||||
Девиз: «Mir wëlle bleiwe wat mir sinn» «Беҙ нисек барбыҙ, шулай ҡалырға теләйбеҙ» | |||||
Гимн: «Ons Hémécht (Беҙҙең Ватан)» | |||||
Люксембургтың урынлашыуы (йәп-йәшел):
— Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡара-көлһыу) — Европа Берләшмәһендә (асыҡ-йәшел) | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 9 июнь 1815 ( Франция) | ||||
Рәсми тел | люксембург, француз, немец | ||||
Баш ҡала | Люксембург ҡалаһы | ||||
Эре ҡала | Люксембург ҡалаһы | ||||
Идара итеү төрө | конституциялы монархия | ||||
Бөйөк Герцог Премьер-министр |
Анри (Генрих) Жан-Клод Юнкер | ||||
Территория • Бөтәһе |
167 2 586,4 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы |
502 207 чел. (168) 171 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2010) • Бер кешегә |
64,306 млрд. долл. (98) 128 806 долл. | ||||
ИЧР (2011) | Ҡалып:Артыу 0,867 (Бик юғары) (25 урын) | ||||
Валюта | Евро (EUR, код 978) | ||||
Интернет-домены | .lu, .eu | ||||
Код ISO | LU | ||||
МОК коды | LUX | ||||
Телефон коды | +352 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +1 |
Люксембу́рг Бөйөк Герцоглығы (люксем.Groussherzogtum Lëtzebuerg, франц. Grand-Duché de Luxembourg, нем. Großherzogtum Luxemburg) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт бөйөк герцоглыҡ. 1957 йылдан алып Европа Берләшмәһенең ағзаһы. Герцоглыҡ Бельгия, Германия и Франция дәүләттәре менән сикләнә. Илдең атамаһы үргенемец теленән «lucilinburch» — «бәләкәй ҡала» барлыҡҡа килә.
Люксембург — конституциялы монархия. Дәүләт башлығы — Бөйөк герцог. Ил менән дәүләт-министр башлығындағы хөкүмәт идара итә. Дәүләт-министрҙы (хөкүмәт рәйесен) Бөйөк герцог билдәләй. Ҡануниәт хакимиәтенең юғары органы — биш йылға һайланған бер палаталы парламент.
Люксембург округтарҙан тора, ә округтар кантондарға һәм коммунналарға бүленә.
3 округ:
12 кантон:
Кантондар 118 ҡала һәм ауыл коммунналарынан тора.
Люксембургтың барлыҡ халҡы 502 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Илдең төп халҡы — люксембурглылар, лётцебургер (үҙатама). Улар һинд-европа телдәр ғаиләһенең герман группаһының люксембург телендә аралашалар. Тағы ла немец һәм француз телдәре киң таралған.