Муниципий | |||||
Кишинёв Chișinău | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Примар | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1436 | ||||
Муниципий с | |||||
Майҙаны |
123 км² | ||||
Халҡы |
814147 кеше (2016) | ||||
Тығыҙлығы |
5514 кеше/км² | ||||
Агломерация |
1 164 700 кеше | ||||
Телефон коды | |||||
Почта индексы |
MD-20xx | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
C -- --- | ||||
Рәсми сайт | |||||
Награды | |||||
Кишинев (молд. ChișinăuChișinău, А (рум.)(рум.): ) — Молдавияның иң эре ҡалаһы һәм баш ҡалаһы. Илдең үҙәгендә Бык йылғаһы буйында урынлашҡан иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Кишинев Молдавияның административ берәмәгендә айырым статусҡа эйә — ул муниципалитет булып тора. Кишинев ҡалаһынан башҡа, исемдәш муниципалитет составына алты тирә-яҡтағы ҡалалар (Сынжера, Дурлешты, Ватра, Кодру, Вадул-луй-Водэ, Криково) һәм ун өс коммунаға (ауылдарға) берләштерелгән егерме биш торлаҡ пункттары инә.
Кишинев беренсе тапҡыр 1436 йылдағы грамотала телгә алына. Ҡала статусын 1818 йылда Рәсәй империяһына ингәндән һуң ала, муниципалитет статусын — 1995 йылда.
Яңы Рәсәй календарында 125 йыл элек билдәләнгән һәм иң киң таралған версия ҡаланың атамаһын иҫке румын исеме Chişla nouă — яңы хутор һүҙенә ҡайтара. «Сhişla» һүҙе төрөк теленән алынған — kışla һүҙе, «ҡышлаҡ» («барак») — өй, йорт мәғәнәһендә. Бессарабияла был һүҙ әле лә «ҙур булмаған ҡасаба, хутор» мәғәнәһендә ҡуллана. Атаманың яһалыу характеры арҡаһында (бер өлөшө төрки, икенсеһе — молдаван) хәҙерге тикшеренеүселәр был версияның ғәҙеллегендә икеләнәләр. Кишенёв һүҙенә оҡшаш элементлы топонимдар XV быуатта төрөктәр баҫып алған территорияларҙа табып алынған документтарҙа осрай. Был территориялар бер нисә быуат дауамында күсмә халыҡтарҙың күпләп йәшәгән урыны була, шуның өсөн дә ҡайһы бер тикшеренеүселәр Кишинев ҡалаһының атамаһы төрки сығышлы, ҡыпсаҡ теленән «kesene» ("ерләү урыны, мавзолей "мәғәнәһендә) һүҙенән алынған тип һанай. Күп кенә ерҙәрҙә (мәҫәлән,Украиналағы Полтава өлкәһенең Оржица районы Кишеньки ауылы) боронғо ҡәберлектәрҙән ҡалған тышҡы билдәләре — мавзолейҙар, һәйкәлдәр һәм ҡәберташтар бар. Бындай ҡәберлектәр яңы эраның II мең йыллығы башында Ҡара диңгеҙ янында (Причерноморьела) көн иткән бәшнәктәр һәм ҡыпсаҡтар йәки XIII быуатта был крайҙы баҫып алған татар-монголдарҙан ҡалған булғандыр. Хәҙерге Кишинев тирәһендә бәшнәктәрҙең ҡәберлектәре барлығын археологик ҡаҙыныуҙар иҫбатланы.
Башҡа версиялар венгр атамаһы Kisjenő — «кесе Йено» (башҡортса Йәнәй, кесе йәнәй) Йено (йәнәй) — 896 йылда Европаға килгән венгр ҡәбиләләренең береһе менән бәйләйҙәр. Көнбайыш Румыния менән Венгрия сигендә Кишинев-Криш (Kisjenő йәки Chişineu-Criş) ҡалаһы бар, әммә был ике ҡаланы атамаларындағы уртаҡлыҡты раҫлаған дәлилдәр табылмаған.
Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Молдавияла торлаҡ пунктарының исемдәрен үҙгәртеү тенденцияһы, атап әйткәндә, урыҫ теленә «Кишинэу» һүҙен әүҙем индереү башланды. Хәҙерге Молдавияла был атама урыҫ телендә йыш ҡына рәсми һәм булмағандарында ла ҡуллана. Рәсәйҙә Кишинёв яҙылышы ҡанунға ингән .
1826 йылдың 2 апрелендә Кишиневтың гербы сифатында Бессарабия өлкәһе гербы ҡабул ителә, сөнки Кишинев өлкә үҙәге булып китә. Герб ике өлөшкә бүленгән ҡалҡан формаһында була. Өҫкө өлөшөндә ҡыҙыл ерлектә алтын таж кейҙерелгән ике башлы бөркөт һүрәтләнгән—Бессарабияның Рәсәй империяһына ҡушылыу символы. Бөркөттөң күкрәгендә ҡыҙыл ҡалҡанда аҡ атҡа атланған, һөңгө менән йыланды сәнскән Георгий Победоносец урынлаштырылған. Бөркөттөң уң тәпәйендә факел һәм йәшен ҡуйылған, ә һулаҡайында — лавр веногы. Гербтың аҫҡы өлөшөндә алтын ерлектә элекке Молдавия кенәзлеге гербынан һыу һыйыры (буйвол) башы урынлаштырылған.
Бессарабия губернаһы булдырылғандан һуң 1878 йылда Кишиневтың яңы гербы раҫлана. Зәңгәрһыу төҫтәге ҡалҡанда күҙе, теле һәм мөгөҙө ҡыҙарған буйволдың башы урынлаштырылған, мөгөҙ араларында биш мөйөшлө алтын йондоҙ «балҡый». Баштан уң яҡҡа көмөш биш тажлы роза сәскәһе, ә һул яҡта — мөгөҙҙәре менән ҡалҡандың ситенә ҡаратылған көмөш ай урағы.
Бессарабия Румынияға ҡушылғандан һуң Кишиневтың гербы тағы ла үҙгәртеүҙәргә дусар була. Ҡалҡанда зәңгәрһыу фонда ҡыҙыл төҫтәге бәләкәй ҡалҡан күкрәгенә ҡуйылған алтын бөркөт һүрәтләнгән, бәләкәй ҡалҡанда Молдавия кенәзлеге гербы — үгеҙ башы, йондоҙ, роза сәскәһе һәм ай урағы. Был герб СССР тарҡатылғандан һуңғы Кишиневтың гербы булып ҡалды.
Кишиневтың хәҙерге флагы аҡ төҫтә, аҡ туҡымаға стилизацияланған һары-көрән сәскәләр үреме өҫтөнә ҡаланың гербы һалынған.
Кишинев Көнсығыш — Европа тигеҙлегендә диңгеҙ өҫтөнән 85 м бейеклектә 46°0′ с. ш. һәм 28°75′ в. д. Молдавияның үҙәк районында урынлашҡан. Ҡала ете ҡалҡыулыҡта тора һәм Днестрҙың уң өҫтәлмәһе — Бык йылғаһы буйына һуҙылған. Кишиневтың бер өлөшө Бык йылғаһының уң ярынан һыу баҫа торған майҙандарҙы (террасалар) биләй. Майҙандар Дурлешты гөрләүеге һәм нисә балкалар (Кесе Әберсә, Оло Әберсә һәм тармаҡланған Мунчешты балкаһы) менән бүлгеләнгәндәр. Бык үҙәненең һул яр бите ике террасанан тора, беренсеһе һөҙәк кенә итеп йылғаға төшә, ә икенсеһе 60 — 90 метр бейеклектә урынлашҡан.
Ҡала майҙаны — яҡынса 120 км², ә муниципиялар бөтәһе бергә — 571,64 км².
Ҡала кодрыларҙың ҡалҡыу урманлы урындарында урынлашҡан. Тупрағы башлыса ҡара тупраҡ, ауыл хужалығы үҫеше өсөн иң яраҡлыһы. Файҙалы ҡаҙылмаларҙан эзбизташ таралған. Тағы ла тәрәнерәк аҡбур ҡомо һәм мергель ята.
Кишинев сиктәрендә Гидигич һыуһаҡлағысы һәм 23 күл бар:
Кишинев уртаса — континенталь климатлы йомшаҡ зонала урынлашҡан, шуның өсөн бында уртаса эҫе йәйҙәр һәм уртаса йылы, әммә елле, ҡыштар күҙәтелә.
Ҡалала үткәрелгән беренсе метеорологик күҙәтеүҙәр 1884 йылға ҡарай. Нигеҙендә мғлүмәттәре башлап XX быуат башы мәғлүмәттәренә ярашлы уртаса йыллыҡ һауа температураһы самаһы менән +10,2 °C, ә уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме— 468 мм тәшкил иткән. 1970 -сы йылдар мәғлүмәттәре буйынса ғинуар айының уртаса температураһы −3,5 °С, июлдә +21,5 °C тәшкил иткән.
Йыл дауамында яҡынса 2215 ҡояшлы сәғәт, шул иҫәптән июль айында 329 сәғәт һәм 54 сәғәт кенә декабрь айында. Уртаса йыл температураһы +9,6 °C, ә яуым-төшөм күләме — 547 мм/м² тәшкил итә. Йәй май башында башлана. Уртаса температура +20…+25 °C, ә ҡаланың үҙәгендә ҡайһы +35…+40 °C була. Ямғырҙар һирәк, әммә бик мул. Ғинуарҙың уртаса температураһы яҡынса −3,2 °C, термометр бағанаһы −10 ос °C һирәк төшә. Яҙ һәм көҙ көндәрендә температура +18…+22 °C араһында бәүелә, яуым-төшөм йәй менән сағыштырып ҡарағанда ғәҙәттә мулыраҡ.
Ҡалала иң һалҡын температура 1954 йылдың 20 февралендә күҙәтелде — 28,9 °C — норманан 20 градусҡа түбәнерәк. Иң юғары температура 2007 йылдың 19 июлендә теркәлде — +39,4 °C.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 15,5 | 20,7 | 25,7 | 31,6 | 35,9 | 37,5 | 39,4 | 39,2 | 37,3 | 32,6 | 23,6 | 18,3 | 39,4 |
Уртаса максимум, °C | 0,9 | 2,6 | 8,1 | 15,4 | 22,0 | 25,2 | 27,5 | 27,2 | 21,5 | 15,1 | 7,5 | 2,3 | 14,6 |
Уртаса температура, °C | −1,9 | −0,8 | 3,7 | 10,4 | 16,5 | 19,9 | 22,1 | 21,7 | 16,3 | 10,5 | 4,1 | −0,6 | 10,2 |
Уртаса минимум, °C | −4,3 | −3,6 | 0,2 | 5,9 | 11,6 | 15,2 | 17,3 | 16,9 | 12,0 | 6,8 | 1,6 | −2,8 | 6,4 |
Абсолют минимум, °C | −28,4 | −28,9 | −21,1 | −6,6 | −1,1 | 3,6 | 7,8 | 5,5 | −2,4 | −10,8 | −21,6 | −22,4 | −28,9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 36 | 31 | 34 | 39 | 46 | 65 | 62 | 56 | 62 | 36 | 37 | 39 | 543 |
Сығанаҡ: Погода и климат |
Кишинёв Европаның иң йәшел ҡалаларының береһе тип һанала. Ҡаланың бөтә урамдарында тиерлек ағастар үҫә, йәйгеһен ҡала йәшеллеккә күмелә. Кишиневта бик күп парктар һәм скверҙар, бында 50 артыҡ ағас төрҙәре, ҡыуаҡлыҡтар, лианалар үҫтерелә. Молдавия өсөн тәбиғи булғандарынан тирәк, каштан, акация, саған, тал, йүкә, миләш, ҡайын, шыршы һ.б., шулай уҡ һирәк осрай торғандарҙан — кедр ағасы, канада бундугы, глициния, артышты билдәләп китеп була. Тәбиғи үҫемлектәр яйлап яңы ултыртылғандар менән алмашына бара, улар араһында йышыраҡ каштан, платан, софора, саған, һары сейәнең декоратив формалары (черешня) осрай. Күлдәрҙе тирәләтеп һәм урамдар буйлап төрлө тирәктәр ултыртыла (пирамидаль, канада, гибрид).
Ҡала парктарында ҡоштарҙың 14 төр тирәһе һәм һыу хайуандарының 14 төрө бар. Ҡалала һуҡыр сысҡан, терпе, көҙән, һыуһар, һәм ярғанат осрай. Бынан тыш тейен һәм ялан сысҡандары бар. Ҡалаға төлкөләр һәм ҡуяндар ингән саҡтары билдәле. Ҡоштарҙың араһында күгәрсендәрҙең бер нисә төрө, һайыҫҡан, ҡарға, бараба, ҡара ҡарлуғас, ҡарабаш турғай, сыйырсыҡ, ҡарлуғас, тумыртҡа һәм турғай таралған. Һөйрәлеүселәр төрҙәре бик бай түгел. Ҡәҙимге туҙбаш, кеҫәртке, йәшел әрмәнде, күл баҡааһы, ҡәҙимге тритон һ.б. тап була. Ағастарға һәм ҡыуаҡлығтарға зыян килтереүсе ҡоротҡостар осрай: үлән бете, ҡалҡансыҡ, үрмәксе талпаны, ебәк күбәләге. Ҡайһы берҙә бик күпләп американ аҡ күбәләге һәм божья коровка килеп сыға.
Тарихи документтарҙа Кишинев тәүге тапҡыр 1436 йылдың 17 июлендә Молдавия воеводалары Илья һәм Стефан господар канцелярия башлығына яҙған грамоталарында иҫкә алына. Грамотала Реут йылғаһы эргәһендәге уларға тоғро хеҙмәттәре өсөн бүләк ителгән ерҙәрҙең сиктәре аныҡлана. Совет историографияһына ярашлы хәҙергә Кишинев урынында торлаҡ 1466 йылда молдаван господары Стефан Бөйөктөң үҙенең олатаһы бояр Влайкулға яҙҙан грамотаһында иҫкә алына. Һүҙ Албишоар ҡоҙоғо янындағы Кишинев торлағына хужалыҡ хоҡуғы тураһында бара.
Молдавияла XVI быуаттың уртаһында урынлаштырылған ғосман иҙеүе, төрөктәрҙең һәм ҡырым татарҙарының даими баҫып инеүе, һалымдарҙың үҫеү шарттарында, ҡаланың иҡтисади үҫеше бик яй темптар менән бара, ә ил XVII — XVIII быуат башында бөлгөнлөккә төшә.Башта бояр аҫабалыҡ ере , ә һуңынан 1641 йылдан — Яссы ҡалаһы монастырҙәре аҫабаһы. Кишинёв күп тапҡыр емерелгән. Татарҙарҙың Кишиневҡа иң һуңғы һөжүме 1781 йылда була, Кишиневтың үҙәгендә ошо һөжүмдең ҡорбандарына һәйкәл ҡуйылған.
Урыҫ — төрөк һуғыштарының һөҙөмтәһендә Днестр, Прут һәм Дунай йылғалары араһындағы территория 1812 йылда Рәсәйгә күсә һәм Бессарабия тип йөрөтөлә башлай. Кишинёв ул ваҡытта Изге Гроб монастыры хужалығында була, рәсми рәүештә ҡала статусын 1818 йылда ала (беренсе примар — ҡала башлығы — Ангел Ноур) һә Бессарабия өлкәһенең үҙәгенә әйләнә, ә инде 1873 йылдан — Бессарабия губернаһы үҙәге. Рәсәйгә ҡушылыу халыҡтың ишәйеүенә, сауҙаның, шөғөлдәрҙең, мәҙәниәттең үҫешенә булышлыҡ итте.
1820 йылдың сентябренән 1823 йылдың июленә тиклем Кишиневта Петербургтан һөрөлгән А. С. Пушкин йәшәй. Бында ул урындағы "Именлек Союзы"на ингән молдаван яҙыусылары К. Стамати һәм К. Негруцци һәм декабристар (М. Ф. Орлов, В. Ф. Раевский, К. А. Охотников, П. С. Пущин һ .б..) менән яҡынлашып китә.
1821 йылда туҡымалар етештереү буйынса беренсе мануфактура ойошторола, 1831 йылда спирт-араҡы заводы төҙөлә. 1861 йылға ҡалала 100 ашыу ҙур булмаған предприятиелар иҫәптә була (емеш-йөҙөм-араҡы-күн-һабын бешереү-кирбес- черепица заводтары, тәмәке фабрикаһы һ. б.). 1871 йылда ҡалала Кишинев коммерциялы банкы асыла.
1903 йылдың 6—7 апрелендә ҡалала Рәсәй империяһы сиктәрендә иң эре йәһүд погромдарының береһе була.
1910 году Кишинёвта 10 мең тирәһе йорт (шул иҫәптән — барыһы 4 өс этажлы йорт), 142 урамдар һәм тыҡрыҡ, 12майҙан, 5 баҡса һәм скверҙар. В начале XX быуат башында бер нисә металл эшкәртеү предприятиелары (Сербов, Ланге һәм Мокану һ.б.) төҙөлә. Сәнәғәттең үҫешенә ҡаланы Дунайү Ҡара диңгеҙ порттары, Көнбайыш Европаһы һәм Рәсәйҙең үҙәк өлкәләре менән бәйләгәнтимер юлдарҙың үткәрелеүе булышлыҡ итте.
Рәсәйҙәге 1905—1907 йылдарҙағы Революция ваҡытында Кишинёвта демонстрациялар һәм сәйәси стачкалар үтә (1905 йылдың 21-22 авгусы, 17 октябре һ. б..). Совет власы Кишинёвта 1918 йылдың 1 (14) ғинуарында урынлаштырыла.
1917-се йылдағы Октябрь революцияһынан һуң, 21 ноябрҙә күп һанлы халыҡ йыйылыштар барышында, шул иҫәптән Кишиневта ла, Сфатул Церий (Бессарабиялағы дәүләт власы органы) үҙенең эшмәкәрлеген башлай. Край Советы 1917 йылдың 2 декабрендә Молдавия Демократик Республикаһының иғлан итте. Шулай итеп, Кишинев МДР-ҙың баш ҡалаһы булып китә. Кишиневта яңы республиканың бөтә власть органдары төпләнә. 1918 йылдың 11 ғинуарында Ҡыҙыл армия частары бик яҡын Кишиневҡа килеп терәләләр һәм ҡаланы үҙ контроле аҫтына алырға йыйыналар, һәм Сфатул Церий ҡалаға румын хәрби частарын индерергә ҡарар итә. 1918 йылдың 27 мартында Сфатул Цэрий Бессарабияның Румынияға ҡушылыуы өсөн тауыш бирә һәм Кишинев уның составына инә. Ҡушылғандан һуң Сфатул Цэрий үҙенең эшмәкәрлеген 1918 йылдың ноябренә тиклем дауам итә.
1919 йылдың 1 ғинуарында Кишиневта Муниципаль Консерватория асылды. 1927 йылда Теологик факультеты асылды. 1928 йылда Рәсәй императоры Александр II (скульптор А. М. Пламадялэ проекты буйынса) 1918 йылда емерелгән һәйкәле урынына ҡала паркына ингән ерҙә Стефан Бөйөккә һәйкәл урынлаштырыла. 1934 йылда Социаль фәндәре Румыния Институтының филиалы, ә 1939 йылда — муниципаль картиналар галереяһы асыла.
Был йылдарҙа ҡала халҡының һаны артмай, һәм 1940 йылдың июнендә Кишиневта барлығы 110 мең кеше йәшәй. Ҡалала йәшерен коммунистик әйәшмаһы эш итә, уны П. Д. Ткаченко, К. Сырбу, И. Фортунэ һ.б. етәкләй. Бөтә румын осороноң дауамында ойошма СССР менән ҡабаттан ҡушылыу маҡсатында хөкүмәткә ҡаршы эшмәкәрлек алып бара. Кишиневта забастовкалар, демонстрациялар, сәйәси манифестациялар үткәрелә. Был саралар бер үк ваҡытта Бессарабияның башҡа ҡалаларында ла уҙғарыла.
1940 йылдың 28 июнендә Бессарабия СССР-ға ҡушылдырыла; 1940 йылдың 2 авгусында Молдавия ССР-ы булдырыла; уның баш ҡалаһы итеп Кишинев һайлана. Ҡала 1940 йылдағы ер тетрәүҙән бик ҙур зыян күрә. Республика баш ҡалаһының нәҡ үҙәгендә урынлашҡан Серафим йорто (епархия йорто) тап тулыһынса емерелде.
Ҡаланың артабанғы үҫеше СССР-ға нацистик Германияның һөжүме арҡаһында туҡталып ҡала. 1941 йылдың 16 июлендә немец — румын ғәскәрҙәре Кишиневты баҫып алалар һәм ҡабаттан Румыния составына инә. 1944 йылдың 24 авгусында Ҡыҙыл Армия Кишиневты Яссы-Кишинев операцияһы барышында кире яулап ала. Хәрби ғәмәлдәр, бомбардировкалар һәм ер тетрәү ҡалаға бик ҙур зыян алып килделәр: 174 предприятие емерелгән, 70 % һуғыш алдындағы торлаҡ фонды һ.б. юҡҡа сығарылған була.
Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң ҡала ҡабаттан тергеҙелә һәм үҫә башлай. 1944 йылда барыһы 25 мең кеше иҫәпләнһә, 1950 йылда инде ҡалала 134 мең кеше йәшәй. 1945—1947 йылдарҙа Кишиневты реконструкциялау буйынса генераль схема раҫлана, схеманы эшләүҙә архитектор А. В. Шусев ҡатнаша. Ҡала республиканың эре сәйәси, административ, фәнни һәм мәҙәни үҙәгенә әйләнә һәм үҙенең заманса йөҙөн ала.
СССР Юғары Советы Президиумы 1966 йылдың 7 октябрҙәге Указына ярашлы Кишинев ҡалаһы Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн, коммунизм төҙөүҙә уңыштары, сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҫеше өсөн Ленин ордены менән наградланды.
1990 йылдың 5 июнендә МССР-ҙың Юғары Советы Молдавия ССР исемен Молдова Совет Социалистик Республикаһына исеменә алмаштырҙы.
1991 йылдың 23 майында Парламент Молдова Совет Социалистик Республикаһы исемен Республика Молдова тип үҙгәртте. 1991 йылдың 27 авгусында Молдованың бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул ителде. Молдавия суверенлы дәүләт тип иғлан ителде. Кишинев баш ҡала булып ҡалды. Ҡалала өс автовокзал (Төньяҡ, Көньяҡ һәм Үҙәк), тимер юлы вокзалы, аэропорт бар. Ҡалала 25 университет һәм Молдавияның фәндәр Академияһы.
1990 йылда Молдавияла примар институты тергеҙелә. Кишиневтың Беренсе примары Николай Костин булды. Унан һуң — Серафим Урекян.
2005 йылда примарға һайлауҙар үткәреү буйынса 4 ынтылыш булды, әммә улар кеше килмәгәнгә күрә бойомға ашырылманы. 2005 йылдан 2007йылға тиклеммэрҙың ваҡытлыса вазифа бурыстарын башҡарыусы Василе Урсу булды ғинуар, 2007 йылдың 25 ғинуарында Василе Урсу транспорт министры итеп тәғәйенләнә, ә мэрҙың бурастарын башҡарыусыһы Вячеслав Иордан була. 2007 йылдың июнендәге һайлауҙарҙан һуң Дорин Киртоакэ мэр булып һайлана һәм уны 2011 йылдағы һайлауҙарҙа ла ошо урынында ҡалдыралар.
Кишинёв примарының 4 урынбаҫары (вице-примарҙар) бар. Хәҙерге көндә вице — примар вазифаларын Нистор Грозаву, Михай Фуртунэ, Влад Котец һәм Игорь Лупулчук биләйҙәр.
Кишинев муниципаль Советы (МСК) 51 кәңәшсенән тора, улар пропорциональ системаһы буйынса һайланып алынғандар. Һуңғы һайлауҙар 2015 йылдың 14 июнендә үткәрелделә һәм уларҙың һөҙөмтәһендә ошондай составтағы МСК формалаша:
Партия | Советниктар һаны | Советниктарҙың дөйөм һанынан % |
---|---|---|
Молдова Республикаһы социалистар партияһы | 19 | 37,26 % |
Файл:Sigla PL.jpg Либераль партия | 17 | 33,34 % |
Европа Молдова Халыҡ партияһы | 6 | 11,76 % |
Молдова Республикаһы коммунистар партияһы | 3 | 5,88 % |
Беҙҙең партия | 3 | 5,88 % |
Файл:Pldm-logo.jpg Молдова Либераль-демократик партияһы | 2 | 3,92 % |
Файл:Pdm logo.gif Молдова Демократик партия | 1 | 1,96 % |
2006 йылдың ғинуар — сентябрь айҙарында Кишинёв муниципияһына 4,3 млрд лей берләштерелгән бюджет инде, был 2005 йылдың ошондай уҡ преиоды менән сағыштырмаса 33,9 % күберәк. Шул иҫәптән урындағы бюджетҡа 892 млн лей, госбюджетҡа — 1,8 млрд лей, соцфондҡа — 1,4 млрд лей, мәжбүри медицина страховкаһы Фондына — 217,6 млн лей күсерелгән.
2007 йылға Кишиневтың бюджеты 1 млрд 311 млн лей тәшкил итте, шул иҫәптән 1 млрд 266 млн лей — ҡаланың бюджеты, ә 45 млн лей — муниципияларға ингән ҡалған торлаҡ пункттарының бюджеты. 2007 йылдағы сығымдар килемде 19 млн лейға арттырҙылар һәм 1 млрд 330 млн тәшкил итә. Мәр вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Василий Урсу ер биләмәләренең һәм Кишинев муниципаль советы контроль пакеты булған предприятиелар акцияларын һатыу буйынса аукциондар үткәреүҙе күҙ уңында тотоуы тураһында белдерҙе. Шулай уҡ ҡалала рекламаға хаҡтарҙың үҫеү ихтималлығы ла бар. Мәғариф өлкәһендә 2006 йыл менән сағыштырғанда сығымдар 40 % ҙурайҙы һәм 568 млн лей тәшкил итте, йәмәғәтселек хәүефһеҙлегенең тотороҡлоғона сығымдар 70,5 млн (+58 %), мәҙәниәткә — 43 млн (+27 %), коммуналь һәм торлаҡ хужалығы — 291 млн (+7,4 %), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе — 27 млн (+80 %), транспорт һәм юл хужалығы — 20 млн лей (+11 %)тәшкил итте.
Кишинёв Молдавияның административ бүленешендә айырым статусҡа эйә — ул бер үк ваҡытта муниципия булып тора. Кишинёв муниципияһы составына Кишинёв ҡалаһы үҙе, 6 эргә-тирәләге ҡала (Сынжера, Дурлешты, Ватра, Кодру, Вадул-луй-Водэ, Криково) һәм 13 коммуннаға (ауыл) берләштерелгән 25 торлаҡ пункттары инә. Кишинёв 5 секторға (районға) бүленгән:
Секторҙар претурҙар менән идара ителәләр (рум. preturapretura), уларҙың башында преторҙар тора (рум. pretorpretor).
1774 йылдың халыҡтың иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса Кишинёвта 600 ғаилә йәшәгән. Шул иҫәптән: 162 налог түләүсе; 110 ғаилә — урыҫтар, молдавандар һәм украиндар (һәр береҙе өстән бер өлөш); 52 ғаилә — әрмәндәр, йәһүдтәр, сиғандар, гректар, сербтар. 1812—1818 йылдарҙа Кишинёвтың халҡы 7 (600 ғаилә) 18 мең кешегә артһа, быуат аҙағына 110 мең кешегә тиклем артҡан. Ҡала халҡы электән күп милләтле булған, халыҡ һаны башлыса миграция процестары иҫәбенә үҫкән.
Брокгауз һәм Ефрондың Энциклопедик һүҙлегендә Кишиневтың халҡы эргә тирәләре менән 1894 йылда 128 218 кеше булыуы тураһында мәғлүмәт биргән, уларҙың 20 % тирәһе ҡаланан ситтә йәшәй. Халыҡтың яртыһын тиерлек молдавандар тәшкил иткән — 54 890; шунан һан буйынса: йәһүдтәр — 26 120, урыҫтар, гректар, болгарҙар, румындар, әрмәндәр, поляктар һ.б. милләттәрҙең вәкилдәре. Кишинёвта йорттарҙың һаны 1788 йылда 300 тирәһе, XIX быуат аҙағында 10 мең тиерлек.
Рәсәй империяһындағы беренсе халыҡ иҫәбе буйынса 1897 йылда ҡала халҡының һаны (эргә-тирәһеҙ) 108 483 кеше, шул иҫәптән йәһүдтәр — 49 829 кеше (45,9 %), урыҫтар (великорустар)— 29 299 кеше, молдавандар — 19 081 кеше, украиндар (малорустар) — 3393 кеше һ.б..
1910 йылда Кишинёвта 127 мең кеше йәшәй, 10 мең тирәһе йорт (барыһы 4 өс этажлы йорт), 142 урам һәм тыҡрыҡ, 12 майҙан, 5 баҡса һәм сквер булған. 1897 һәм 1912 йылдарҙа халыҡ һаны 1894 йыл менән сағыштырғанда кәмерәк, сөнки урыҫ хакимдары был йылдарҙа Кишинёвтың ҡасабаларын иҫәпкә алмағандар.
1918 йылда Бессарабияны Румынияға ҡушылдырғандан һуң ҡала халҡының һаны үҫмәй, 1940 йылдың июнендә Кишиневта 110 мең кеше йәшәй.
1944 йылда румын-герман төркөмө оккупацияһынан һуң ҡалала барыһы 25 мең кеше тәшкил итә, 1950 йылға унда 134 мең кеше йәшәй. 1959 йылда Кишинёвта йәшәгән йәһүд халҡының һаны 42 900 кеше, 1970 — 49 900, 1979 — 42 400. 1960 йылда — Кишинёвта 215 мең кеше йәшәй. Ҡаланың интенсив иҡтисади һәм социаль үҫеше халыҡтың миграцион хәрәкәтсәнлегенә булышлыҡ итә. Ҡала халҡының һаны бигерәк тә республиканың ауыл халҡы иҫәбенә (60 %), шулай уҡ СССР-ҙың башҡа төбәктәренән килгән специалистар иҫәбенә лә үҫә. Мигранттар ағымы 1980 йылда 1950 йыл менән сағыштырмаса ике тапҡырға күбәйгән. Кишиневта тыуған 500-меңенсе сабыйҙы ҡала 1978 йылдың 28 майында билдәләне.
СССР тарҡалғандан һуң Кишиневта халыҡ һаны кәмей башланы. 1991 йылда ҡалала 676 700 кеше йәшәһә, 2005 йылдың башында халыҡ һаны 589 445 кеше тәшкил итте.
2015 йыл башына Кишинев ҡала сиктәрендә 678,2 кеше , ә муниципияла — 809,6 мең кеше (шул иҫәптән ҡала халҡы — 736,1 мең), 2016 йыл башына даими халыҡ һаны муниципияла — 814 147 кеше, шул иҫәптән ҡалала — 739 903 кеше тәшкил итте.
2014 йылдағы Молдова халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Кишиневта йәшәгән халыҡ 492 894 кеше тәшкил итә.
Кишинёвта ҡала эсендә пассажирҙарҙы ташыу автобустар, троллейбустар, маршрут таксилары менән бойомға ашырыла. Ҡала менән башҡа торлаҡ пункттары автобус, тимер юл һәм һауа бәйләнеше аша атҡарыла.
XIX быуаттың аҙағынан Кишиневта трамвай йәрәй башлай. 1913 йылда ул электр тягаһына күсерелә. 1950-се йылдар аҙағына трамвай линиялары селтәре 17 км арттырып ебәрә, ә йыл әйләнеһенә ташылған пассажирҙарҙың һаны 9 млн кешенән артып китте. 1960 -сы йылдар башында троллейбус тулыһынса трамвайҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы.
Беренсе троллейбус 1949 йылда Ленин проспекты (хәҙер Штефана чел Маре бульвары) буйлап тимер юлы вокзалынан медицина институтына тиклем ебәрелә. Хәҙер ҡалала 3 троллейбус паркы. Дөйөм машиналар һаны — 318 тирәһе.
Автобус бәйләнеше Кишиневта 1946 йылдың март айында индерелә. Башта ҡала буйлап ЗИС-154 маркалы автобустар йәрәй. Кишинёв автобус маршруттары менән илдең бөтә ҡалалары һәм күп кенә ауылдары, шулай уҡ Украина, Румыния, Рәсәй, Белоруссия һәм күп кенә Европа илдәре менән бәйләнгән.
Беренсе өала эсендәге маршрут таксилары линияһы 1968 йылда индерелә. Хәҙерге ваҡытта Кишиневта маршрут таксиһы иң уңайлы транспорт төрө булып тора, сөнки бөтә ҡаланы солғап алған һәм автобус — троллейбустарға ҡарағанда йышыраҡ йөрөй.
Беренсе еңел таксилар Кишиневта 1949 йылда барлыҡҡа килделәр. хәҙерге ваҡытта ҡалала 33 шәхси частных таксомотор компаниялары һәм 2 VIP-такси службалары. 2012 йылдың 1 февраленән такси саҡыртыу телефон номерҙары биш знаклы һәм 14 һаны менә башланалар). Алдағы перспективала урамдан тыш тиҙ йөрөтеүсе транспорт — тиҙ йөрөүсе трамвай йәки «еңел метро» булдырыу күҙ уңында тотола.
Кишинёвтың иң боронғо биналары: Мазаракий сиркәүе (1752), Константин һәм Елена сиркәүе (1777), Әрмән сиркәүе (1803), Благовещен сиркәүе (1807—1810), Харламбий сиркәүе (1812).
Бессарабияның 1812 йылда Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң 1817 йылда ҡаланың үҙәге билдәләнә, беренсе тура һәм киң урамдар барлыҡҡа килде. 1834 йылда Кишиневтың генераль планы раҫланды. Киң урамдарҙың дүрт мөйөшлө селтәре Рәсәй империяһының көньяҡ ҡалаларының төҙөү принциптарына тура килә ине. 1831—1836 йылдарҙа бында Кафедра соборы һәм сиркәү манараһы күтәрелә. Һуңынан собор янында Триумф аркаһы төҙөлә.
XIX быуаттың икенсе яртыһында уҡыу һәм административ биналар төҙөлә, применялись элементы византия, роман һәм готик архитектура, шулай уҡ молдаван төҙөү сәнғәте элементтары ҡулланыла Йорттарҙың күп өлөшө элеккесә бер этажлы булып ҡала. 1862 йылда урамдарға суйырташ түшәҙе башлайҙар. Кишинёвты төҙөкләндереүгә А. О. Бернардацци булышлыҡ итә. XIX быуат аҙағында Кишинёв 5½ саҡрым оҙонлоҡтағы һәм 4 саҡрым киңлектәге дөрөҫ булмаған фигуралы 660 дисәтинә ер биләй. XIX быуат башында ҡала думаһы (хәҙер Примэрия), округ суды (тимер юл идаралығы), ҡала банкы (орган залы), крайҙы өйрәнеү музейы биналары.
1919—40 йылдарҙа Кишинёвта ҙур булмаған кирбестән һәм эзбисташтан өйҙәр төҙөлгән. Бөйөк ватан һуғышы йылдарында 70 % ашыу ҡала торлаҡ фондын юғалта.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа А. В. Щусев етәкселегендәге генераль план (1947) буйынсаЛенин проспекты, реконструкциялана, Йәштәр проспекты һәм Негруцци бульвары һалыналар, административ биналар, шул иҫәптән МССР-ҙың хөкүмәт Йорто, төҙөлә, Вокзал майҙаны төҙөлөп бөтә. Кишиневта яңы сәнәғәт райондары барлыҡҡа килә: Яңы Чеканы, Скулянка һ.б. 1955-70 йылдарҙа яңы торлаҡ райондары үҫеп сыҡты: Рышкановка, Ботаника, Боюканы һ. б. Күп кенә һәйкәлдәр ҡуйыла. Ҡала үҫешендә хәл иткес этәргес көс булып 1971 йылдың СССР Совминдың «Кишинев ҡалаһының артабанғы үҫеше буйынса саралар тураһында» ҡарары тора. Ҡалаға ул ваҡытта союз фондтарынан миллиардҡа яҡын аҡса бүленә. 1980 йылдар уртаһында ҡала үҙәген планлаштырыу проектына конкурс иғлан ителә. Совет Союзының тарҡалыуы масштаблы төҙөлөштәрҙе тормошҡа ашырыуға ҡамасаулай.
Молдавия үҙаллыҡ яулағандан һуң Кишиневта төҙөлөш туҡталып ҡалды. Әммә ваҡыт үтеү менән сиркәүҙәр тергеҙелә, ҡиммәтле квартиралы элиталы йорттар һәм зиннәтле особняктар төҙөлә башланы. Измаил урамы киңәйтелә, «Төньяҡ» вокзалы төҙөлә, тимер юлы вокзалы реставрациялана, күп төрлө магазиндар һәм офис биналары төҙөлә. 2006 йылдың октябрендә Кишиневтың майҙанын киңәйтеү һәм заманса инфраструктура, бизнес-үҙәктәр һәм күп һанлы юл сиселештәре булған яңы секторҙар (Будешты-2 һәм Яңы Ставчены) төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Шулай уҡ ете йыл эсендә Кантемир проспектын яңыртыу планлаштырылған. Кишинев шулай уҡ Европала иң оҙон урам эйәһе — Мунчешт шоссеһы (молд. Șoseaua Muncești).
2005 йылдың аҙағына Кишинев муниципияһында Кишинев 25 меңдән артыҡ баланы тәьмин итерлек 146 балалар баҡсаһы эшләй. 158 университетҡа тиклемге учреждениеларҙа 96 меңдән ашыу бала уҡый. Ҡалала 60 лицей, 40 урта мәктәп, 19 гимназия, 15 мәктәп-балалар баҡсаһы, 14 башланғыс белем биргән мәктәп, 7 махсуслаштырылған һәм 3 киске мәктәп, шулай уҡ 27 мәктәптән тыш учреждениелары (спорт мәктәптәре, балалар ижад үҙәктәре) бар. 2005 йылда һәр уҡыусыға йыл сығымы 1256 лей тәшкил итте (2006 йылда был һан 300 лейға артырға тейеш).
1958 йылдың30 апрелендә молдаван радиоһы эфирға сыға (хәҙерге «TVM»). 1988 йылдың март айында эксплуатацияға Страшен РТПҮ индерелә, ошо үҙәктән әлеге көнгә тиклем Кишинев һәм уңын тирә-яҡтарына каналдарҙың радиотапшырыуҙары алып барыла. Хәҙерге ваҡытта телепрограммалар Страшендарҙан 100—120 км ашыу радиуста ҡабул ителә.
1990 йылдың октябренән Кишиневта телевидение «TVR-1» румын телевидениеһының беренсе программаһы ретрансляцияһы башланды. 1992 йылдың 1 ғинуарында Рәсәй телевидениеһының ретрансляцияһы (элекке СССР ТВ-ның бөтә союз икенсе программаһы) туҡтатылды. 1992 йылдың 1 февралендә «TVR-1» румын каналы «Останкино-1» каналына, ә «Останкино-1» каналы элекке икенсе программа урынына күсерелә. 1993 йылдың март айында Кишиневта «TV5-Europe» француз телеканалы ретрансляциялана башлай.
1994 йылда Кишиневта"Еврокабель" кабель селтәре эшен башлай, уның хужаһы — молдаван — румын берлектәге предприятиеһы. Башта 8 телеканал булдырылды, һуңынан уларҙың һаны 20-нән ашып китте. 2000 йылға кабель селтәре ҡала территорияһын тулыһынса ҡапланы.
1995 йылда MMDS системаһы буйынса эфир тапшырыуҙарын алып барған «SunTV» молдаван-американ компанияһы булдырыла. 1996 йылдың декабрендә «SunTV» үҙенең төп конкурентын («Еврокабель») йота. Хәҙерге ваҡытта . Хәҙерге ваҡытта «Sun TV» 21, 24, 42, 63 һәм 68 телеканалдарынан кабель һәм эфир пакеттарын тәҡдим итә.
1995 йылдың май айында Кишиневта «ВТВ» каналының техник тапшырыуҙары башланды, ә сентябрҙә «ВДВ» «ТВ6- Мәскәү» программаһын күрһәтә башлай. 14 октябрь, 1997 йылдың 14 октябрендә «NIT» телекомпанияһы «ТВ6- Мәскәү» программаһын һәм үҙенең программаларын күрһәтә башлай.
1995 йылдың авгусында «Каталан ТВ» телекомпанияһы эшен башлай.
1999 йылдың июлендә Кишиневта «PRO TV» румын телеканалы тапшырыуҙарын башлай. Студияның антеннаһы Кишинев телеүҙәгенең манараһында (башня) урынлаштырыла. Студияның хужаһы — «MEDIAPRO» молдаван-румын берлектәге предприятиеһы.
1999 йылдың авгусында Ботаника районындағы бик бейек бинанан «Телеканал 26» тапшырыуҙарын башлай. 2000 йылдың декабрендә Кишиневта һәм Молдавияның башҡа ҡалаларында «Муз-ТВ» Рәсәй музыкаль каналы күрһәтә башлай. 2001 йылдың 21 февралендә «Catalan TV» каналы үҙ эшен туҡтата.
Бөгөнгө көндә Кишиневта метрлы диапазонда «Moldova-1» (3 ТВ), «TV5-Europe» (8 К) һәм «2 Plus» (11 ТВ) каналдары эшләйҙәр. Дециметр диапазонында «Euro-TV Chisinau» (23 ТВ), «СТС-МЕГА» (26 ТВ), «Prime» (30 Т), «PRO TV Chisinau» (37 ТВ), «ТВ» (43 СӨ ТВ), «I. N. T. Тапшырыуҙары юҡ» (49 ТВ), «N4» (51 ТВК) һәм «Realitatea Tv» (53 ТВК) каналдары ташырыуҙар алып бара. 61 һәм 58 частоталы каналдарҙа DVB-T цифрлы пакетының һынау тапшырыуҙары бара. Пакет составына «Prime», «PRO TV Chisinau», «ТВ», «TVC-21», «Муз-ТВ» һ.б. төп баш ҡала эфир радио һәм телеканалдары инә.
Шулай уҡ ҡалала эшләй «Alfa TV», «Satelit ТВ», «Альтернатив ТВ» һәм «Sun TV» һ. б эфир-кабель селтәрҙәре эшләй.
2007 йылдың декабрь башында «Arax» телекоммуникацион операторы Кишиневта «ZEBRA» беренсе кабелле телевидениеһының цифрлы селтәрен эшләтеп ебәрҙе. Бер үк ваҡытта тиерлек «Arax» менән ҙур кабель операторы телевидениеһы «SUN TV» кабель телевидениеһының иң эре операторы шулай уҡ цифрлы тапшырыуҙарын башланы.
Кишинев ҡалаһында (2015 йылдың 4 февралендәге мәғлүмәттәргә ярашлы) FM (87.50 — 108.00 МГц 50 кГц йышлыҡ менән) һәм УКВ (65.81 — 74.00 МГц 30 кГц йышлыҡ менән) диапазонлы радиостанциялар исемлеге.
МГц йышлығы |
Радиостанция |
МГц йышлығы | Радиостанция |
---|---|---|---|
66.44 | *Биләнмәгән йышлыҡ | 96,7 | Радио Алла (Молдова) |
69.44 | Бәләкәй Самаритян | 97,2 | Radio Plai |
71.00 | *Биләнмәгән йышлыҡ | 97,7 | Маэстро FM |
71,57 | Vocea Basarabiei | 99.7 | Radio Noroc |
87.6 | Стилле Радио | 100,1 | Jurnal FM |
88.0 | Муз FM (Молдова) | 100,9 | Kiss FM (Молдова) |
88.6 | Megapolis FM (Молдова) | 101,3 | Радио Спорт (Молдова) |
89,1 | Ретро FM (Молдова) | 101,7 | Хит FM (Молдова) |
89,6 | Radio Chișinău | 102,7 | Radio 21 (Молдова) |
90,7 | Aquarelle FM | 103,2 | АвтоРадио (Молдова) |
91,1 | Super Radio | 103,7 | POLI DISC — Яңы радио |
91,6 | National FM (Moldova) | 104,2 | Бәләкәй Самаритян |
92,1 | Publika FM | 104,7 | Datina FM |
92,8 | Univers FM | 105,2 | Радио 7 |
93,3 | Radio ZUM | 105,9 | Fresh FM |
94,0 | Молдова радиоһы | 106,4 | Европа-плюс Молдова |
96,2 | Discovery FM | 106,9 | PRO FM |
Иҫкәрмә: Ҡайһы бер радиостанциялар үҙ эфир ваҡытында башҡа радиостанциялар тапшырыуҙарын күрһәтә ала.
Хәҙерге ваҡытта Кишиневта түбәндәге баҫмалар сыға: «Кишинев яңылыҡтар», «Кишинев күҙәтеүсеһе», «Коммерсант PLUS», "Комсомольская правда « Молдовала», «Труд 7 Молдовала», «Маклер», «Молдавия ведомостары», «Бойондороҡһоҙ Молдова», «Иҡтисади күҙәтеү», «Кишинев журналы», «Сэптэмына», «Тимпул», «Флукс» һәм башҡалар.
Журналистика бойондороҡһоҙ Үҙәге Молдавия матбуғатының интернет-вәкиллектәре исемлеген яҡлай.
Беренсе кинокүрһәтеүҙәр Кишиневта 1897 йылда Дворян клубында уҙған. Хәҙерге ваҡытта был урында "Патрия-Чентру"кинотеатры урынлашҡан. Бына нисек итеп үҙенең мемуарҙарында Люмьерҙар фирмаһы вәкиле Феликс Масгиш яҙып ҡалдырған:
В Кишинёве я снял однажды учения нескольких эскадронов, находящихся под командованием генерала французского происхождения — принца Луи Наполеона. Заключительная атака: всадники с пиками наперевес галопом проезжают мимо оператора. Через несколько шагов, по команде принца его высоко поднятой саблей, они резко останавливаются. В этот вечер в Дворянском клубе было гала-представление. Я демонстрирую эту впечатляющую сцену, принц Луи Наполеон поздравляет меня: «Воспроизведя наши утренние маневры в тот же день, — сказал он, — вы совершили чудо своим смешным ящиком».
1906 йылдың ноябренән Кишиневта даими рәүештә ҡәҙимге йорттарҙа кинокүрһәтеүҙәр үткәрелә башлай, ә 1912 йылда беренсе махсус йыһазландырылған «Орфеум» кинотеатры асылған. МССР булдырылғандан һуң кинотеатрҙар селтәре күпкә киңәйә. 1980 -се йылдарға ҡалала түбәндәге кинотеатрҙар эшләй:
Һуңғыһы 2002 йылда концерт-күңел асыу комплексы итеп реконструкцияланған.
Беренсе тапҡыр Кишинев тарихи документтарҙа Кишинев 1436 йылдың 17 июлендә Молдавия воеводалары Илья һәм Стефан грамотаһында телгә алына. Һуңыраҡ был ҡала тураһында мәғлүмәттәр Мирон Костинда, П. Алеппский һәм Марко Бандини (XVII быуат) юл яҙмаларында, Дмитрий Кантемирҙың "Молдавия тасуирламаһы"нда (XVIII быуат башы) осрайҙар. Кишинев XVIII быуаттағы урыҫ-төрөк һуғыштары ҡатнашыусылары хәтирәләрендә йыш иҫкә алына.
1812 йылда Бессарабияның Рәсәйгә ҡушылғанынан һуң төбәктең тарихына һәм тормошона, айырып әйткәндә, баш ҡала булып киткән Кишиневҡа ҡарата йәмәғәтселетең ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер арта. Кишиневтың күп һанлы тасуирламалары барлыҡҡа килә, улар араһында М. Драган, П. Куницкий, А. Защук һәм П. Свиньян эштәрен билдәләп үтергә була. 1820 -сы йылдарҙ башындағы ҡала, уның халҡының көнкүреше һәм ғәҙәттәре тураһында ҡиммәтле тәьҫирҙәрен үҙенең «Бессарабия өлкәһенең хәҙерге торошо» һәм «Бессарабияның торошона ҡайһы бер иҙкәрмәләр» исемле хеҙмәттәрендә Бессарабия губернаторы Ф. Ф. Вигель ҡалдырған. 1820-се йылдарҙа Кишиневта декабристар Орлов, Раевский, Пущин һәм башҡалар йәшәгәндәр. Раевский ҡала тарихы менән бик ныҡ ҡыҙыҡһына, был уның эштәрендә лә сағылыш тапҡан («Кишиневтағы кис» мәҡәләһе һ.б.) . 1820—1823-се йылдарға бында Пушкин һөргөндә була. Үҙенең хаттарында һәм шиғырҙарында ул биҙәкле итеп юғары кишинев йәмғиәтенең ғәҙәттәре һәм көнкүреше тураһында тасуирлай («Мой друг, уже три дня…», «Раззевавшись от обедни…», «Генералу Пущину» һ.б.) Ҡаланан киткәндән һуң ул күп тапҡыр бик йылы итеп ҡала тураһында Жуковскийға, Вяземскийға һ.б. Кишиневта булған саҡта Пушкин йөҙгә яҡын шиғыр яҙған һәм «Евгений Онегин» романын башлаған.
Кишинев 1830-сы—50-се йылдарҙа Кишиневтың тасуирламаһын "1840 йылға Одесса альманахы"нда баҫылған Н. И. Надеждиндың «Бессарабия буйлап прогулкала йөрөү» әҫәрендә, А. Голумбиевскийҙың "1841 йылда Көньяҡ Рәсәй буйлап сәйәхәт итеүсенең көндәләге"ндә, 1848 һәм 1855-1856 йылдарҙа ҡалала булып киткән И. С. Аксаковтың хаттарында, шулай уҡ Л. Н. Толстойҙың хаттарында (Толстой Кишиневта Ҡырымға китешләй 1854 йылдың сентябрендә була һәм Ҡырым кампанияһынан һуң бында ике ай тиерлек йәшәй) табып була.
Кишиневҡа бағышланған иң боронғо музыкаль әҫәрҙәрҙең береһе — фортепьяно менән оркестр өсөн өсөн яҙылған XIX быуаттың уртаһында композитор А. Хлебовский ижад иткән «Кишинев карнавалы» концерты.
Кишинев тураһында иң билдәле йыр — «Днестр көйҙәре» фильмынан композитор Е. Д. Доганың Г. Водэ һүҙҙәренә яҙылған «Минең аҡ ҡалам» 2007 йыл 27 сентябрь архивланған. йыры (был йырҙың көйөн Примэрия бинаһындағы сәғәттең куранттары уйнай)). Бынан тыш Евгений Дога Кишинев тураһында «Ҡала йырлай» (1967) исемле йырҙар йыйынтығын төҙөй һәм Кишиневҡа «Ҡала ритмдары» оркестр өсөн музыкаль пьесаһын бағышлай (1970).
Легендар молдаван төркөмө «Cuibul» лидеры Игорь Дынга һәм хәҙерге ваҡыттағы "Здоб ши здуб"тың продюсеры «Помидор» (1998) альбомында Кишинёв ҡалаһына «Һаумы, минең ҡалам!» йырын бағышлай. 2015 йылдың июнендә ул яңы составта был йырын ҡабатланы.
Беренсе кинояҙыу Кишиневта 1897 йылда Люмьерҙар фирмаһы вәкиле Феликс Масгиш тарафынан эшләнгән. Был фильм һаҡланмаған. «Кишиневта Бессарабияның Рәсәйгә ҡушылыу айҡанлы тантаналар» кинохроника 1912- се йыл менән даталанған.
Совет осоронда Кишинев тураһында бик күп нәфис һәм документаль фильмдары төшөрөлдө.
Кишиневты күрһәткән нәфис фильмдар:
Кишинев түбәндәге халыҡ-ара программалары һәм берләшмәләре ағзаһы булып тора:
Кишиневта түбәнге халыҡ-ара ойошмаларҙың вәкиллектәре эшләй:
Ил | Илсе | Адресы | Телефоны | Сайты |
---|---|---|---|---|
Әзербайжан | Намиг Алиев | Mihail Kogălniceanu, 64 | 23-22-77 | 2009 йыл 22 сентябрь архивланған. |
Белоруссия | Вячеслав Осипенко | Mateevici, 83/1 | 60-29-70, 23-83-00 | 2016 йыл 6 март архивланған. |
Болгария | Николай Илиев | Bucureşti, 92 | 23-89-10 | |
Бөйөк Британия | Джон Байер (John Beyer) | N. Iorga, 18 | 22-59-02 | 2010 йыл 29 ноябрь архивланған. |
Венгрия | Дьёрдь Варга (György Varga) | Ştefan cel Mare, 131 | 22-34-04, 22-77-86 | |
Германия | Ulrike Knotz | str. A.Mateevici, 82 | 20-06-00, 20-06-01 | |
Израиль | Константин Березовский | Şciusev, 104 | 54-42-82 | |
Ҡытай | Jianwei Gong | Mitropolit Dosoftei, 124 | 29-59-60 | |
Польша | Артур Михальский (Artur Michalski) | Grenoble, 126A | 28-59-50 | 2010 йыл 26 июнь архивланған. |
Рәсәй Федерацияһы | Фарит Мубаракшевич Мухаметшин | Ştefan cel Mare, 153 | 23-49-41/45 | 2006 йыл 16 июнь архивланған. |
Румыния | Мариус Лазуркэ (Marius Lazurcă) | Bucureşti, 66/1 | 22-81-26 | |
АҠШ | Уильям Моузер (William H. Moser) | Alexei Mateevici, 103 | 40-83-00 | 2014 йыл 3 ғинуар архивланған. |
Швеция | Ханс Лундквист (Hans Lundquist) | Banulescu-Bodoni, 57/1 | 23-29-83 | |
Төркиә | Ahmet Ferit ÜLKER | V. Cupcea, 60 | 50-91-00 | |
Украина | Сергей Пирожков (Сергій Пирожков) | V. Lupu, 17 | 58-21-51 | |
Италия | Энрико Нунциата (Enrico Nunziata) | Vlaicu Pîrcalab, 63 | 26-67-20 | |
Франция | Edmond Pamboukjian | Vlaicu Pîrcalab, 6 | 20-04-00 | 2002 йыл 2 июнь архивланған. |
Литва | Mindaugas Kacerauskis | I. Vasilenco 24/1 | 22543194 | |
Чехия | Jaromír Kvapil | Moara Roşie, 23 | 20-99-42 |
2013 йыл торошона Кишиневтың 16 туғандаш ҡалалары бар: