Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы (ОECD) | |
ОECD торған дәүләттәр ОECD инерғә теләге булған дәүләттәр ОECD менән бәйләнеш тотҡан ойошмалар | |
Ағза |
35 |
---|---|
Штаб-квартира | |
Рәсми телдәре | |
Етәкселәре | |
генраль секретарь |
Гурриа, Хосе Анхель |
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләнгән ваҡыты | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт |
www.oecd.org |
Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы Викимилектә | |
Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы — (ингл.OECD (Organisation for Economic Co-operation and Development) урыҫ. ОЭСР (Организация экономического сотрудничества и развития)) — демократия һәм ирекле баҙар иҡтисадын таныған дәүләттәрҙе берләштергән халыҡ-ара иҡтисади ойошма.
1948 йылда Европа иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһы исеме аҫтында Маршалл планы сиктәрендә Европаны иҡтисади реконструкциялау проекттарын координациялау маҡсатында ойошторола.
Штаб-фатиры Парижда. Генераль секретарь (2021 йылдың 1 июненән) — Матиас Корманн (Австралия).
Ойошма ағзалары булған илдәр вәкилдәре советы етәкселек итеүсе орган булып тора. Унда бөтә ҡарарҙар консенсус нигеҙендә ҡабул ителә.
2011 йылдағы мәғлүмәттәргә ярашлы, халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы илдәрендә донъяның 18 % халҡы йәшәй.
1960 йылдарҙа ойошманың составы һәм географик сиктәре киңәйә, 2021 йылдың майына уның составына 38 дәүләт, шул иҫәптән Европа берләшмәһенә ингән дәүләттәрҙең күпселеге инә. Европа комиссияһы (Евросоюз органы) ойошма эшендә айырым ағза булараҡ та ҡатнаша. Донъя эске тулайым продуктының 60 процент самаһы ағза-дәүләттәр өлөшөнә тура килә. Ойошмаға инеү датаһы күрһәтелмәгән дәүләттәр 1961 йылда уның ағзаһы була.
Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы киң аналитик эш алып бара, ағза илдәр өсөн тәҡдимдәр индерә һәм иҡтисади проблемалар буйынса күп яҡлы һөйләшеүҙәр ойоштороу майҙансығы булып хеҙмәт итә. Ойошма эшмәкәрлегенең байтаҡ өлөшө аҡсаны йыуыуға, һалым түләүҙән ҡасыу, коррупция һәм ришүәтселек ҡаршы көрәш менән бәйле.
1996 йылда Советтар Союзынан һуңғы Рәсәй, Эстония, Латвия һәм Литва илдәре Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһына инеү тураһында ғариза бирә. Ғаризалары кире ҡағыла.
2007 йылдың майында ойошма етәкселеге Рәсәйҙе ағзалыҡҡа алыу тураһында һөйләшеүҙәр башларға ҡарар итә.
Рәсәй етәкселеге бер нисә тапҡыр, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү буйынса һөйләшеүҙәр тамамланғас, ойошмаға ҡушылыу процесы әүҙемләштереләсәк, тип күп тапҡыр билдәләй. 2012 йылдың авгусынан Рәсәй рәсми рәүештә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инә һәм ағзалыҡ тураһында һөйләшеүҙәр башлай. 2013 йылдың февралендә сит ил эштәре министрының беренсе урынбаҫары Андрей Денисов, Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһына инеү буйынса һөйләшеүҙәрҙе 2013—2014 йылдарҙа тамамлау планлаштырыла, тип белдерә. Ул шулай уҡ берәүҙең дә был һөйләшеүҙәрҙе тиҙләтергә йыйынмауын билдәләй.
2014 йылдың ғинуарында генераль секретарь Хосе Анхель Гурриа белдереүенсә, бөтә кәрәкле шарттар үтәлһә, Рәсәй ойошмаға 2015 йылда уҡ ҡушыла ала. Әммә 2014 йылдың 13 мартында Ҡырымдың ҡушылыуы һәм Украинаның көнсығышындағы һуғыш арҡаһында Рәсәйҙе ағзалыҡҡа ҡабул итеү билдәһеҙ ваҡытҡа туҡтатыла.