16 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 289-сы көнө (кәбисә йылында 290-сы). Йыл аҙағына тиклем 76 көн ҡала.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Халыҡ-ара
- Милли
- Һөнәри
- Ер: Босс (төрлө кимәл етәксе) көнө.
- БМО: Анестезиологтар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының тәүтикшереү хеҙмәте көнө.
- Әрмәнстан: Әрмән матбуғаты көнө.
тулы исемлек
- 1938: Өфө ҡалаһында хәҙерге И. П. Хатунцев исемендәге 8-се урта мәктәп асыла.
- 1964: Ҡытай беренсе йәҙрә ҡоралына һынау үткәрә.
- 1983: «Мумий Тролль» төркөмө ойошторола.
- 1988: Үҙәк телевидениела «Ҡол ҡыҙ Изаура» сериалы күрһәтелә башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Йәнекәев Вил Ғүмәр улы (1936), инженер-механик-ғалим. 1962—1964 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты, 1967 йылдан — хәҙерге Санкт-Петербург аграр университеты (Пушкин ҡалаһы) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—2003 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1985—2013 йылдарҙа хисаплау техникаһы һәм АСК-ны мәғлүмәт менән тәьмин итеү кафедраһы мөдире. Дуҫлыҡ (2001) һәм Почёт (2006) ордендары кавалеры. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Паращенко Владимир Михайлович (1936), инженер-ғалим. 1962 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1976 йылдан — генераль директор урынбаҫары, 1986 йылдан — генераль директор, 1998 йылдан — консультант, 2005 йылдан генераль директорҙың кәңәшсеһе, бер үк ваҡытта 1988–2001 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының машиналар һәм ҡойоу производствоһы технологиялары кафедраһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1994). СССР Министрҙар Советы премияһы (1991) һәм Н. Е. Жуковский исемендәге премия (1994) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1994), «Почёт Билдәһе» (1980) һәм Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Хәйретдинов Ринат Ингел улы (1971), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 2004—2009 йылдарҙа Күмертау ҡала хакимиәтенң физик культура буйынса комитет рәйесе, эштәр идарасыһы, 2010 йылдан Күмертау ҡалаһының «Вымпел» спорт үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002) һәм Иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре (2010).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Хажиев Рамис Хәбибйән улы (1952), нефтсе. Нефть продуктарын торбанан үткәреү буйынса Урал берекмәһенең элекке баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Абдуллин Марат Ибраһим улы (1948), химик-ғалим. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986—1989 йылдарҙа химия факультеты деканы, 1996 йылдан — техник химия кафедраһы мөдире, 2000—2011 йылдарҙа — химик технология факультеты деканы. Химия фәндәре докторы (1988), профессор (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001) һәм мәғариф отличнигы (2004), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1981). Яҙыусы һәм драматург Ибраһим Абдуллиндың улы.
- Зәйнетдинова Римма Әлтәф ҡыҙы (1948), табип. 1973 йылдан Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының акушер-гинекологы, бүлек мөдире, баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек