24 август — григориан стиле буйынса йылдың 236-сы (кәбисә йылында 237-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 129 көн ҡала.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Халыҡ-ара
- Ер: Музыкаль мауығыу төрөнө, йәшәү һәм кейенеү рәүешенә ҡарата күрә алмаусанлыҡ, дискриминация һәм көс ҡулланыуға ҡаршылыҡ көнө.
- Ғәҙәти булмаған (ғәжәйеп) музыка көнө.
- Картуф чипсыһы көнө.
- Консерва бысағы көнө.
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Яндуганов Яков Яныбаевич (1940), ғалим-иҡтисадсы-географ. 1974 йылдан хәҙерге Екатеринбург ҡалаһындағы Урал дәүләт иҡтисад университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988—2010 йылдарҙа тәбиғәтте файҙаланыу иҡтисады кафедраһы мөдире. География фәндәре докторы (1986), профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994) һәм РСФСР-ҙың почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1990). В. Н. Татищев һәм Г. В. де Геннин исемендәге премиялар лауреаты (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Иҫке Турай ауылынан.
- Сиражев Валерий Ниғмәтйән улы (1945), хужалыҡ эшмәкәре, хеҙмәт ветераны. «ДюртюлиСтройсервис» фирмаһының элекке идарасыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
- Головченко Анатолий Константинович (1955—19.08.2009), Өфөлә йәшәп иткән рәссам. 1989 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Константин Головченконың улы. Халыҡ-ара бәләкәй форма графикаһы күргәҙмәһе лауреаты (Торонто ҡалаһы, Канада, 1988; Гран-при). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Мәсәғүтов Радик Миҙхәт улы (1965), ғалим-психиатр. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Насиров Әнүәр Хатип улы (1919—21.04.2008), педагог, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон командиры, дивизия ветерандар советының элекке рәйесе. Башҡорт АССР-ының IV саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған «Подвиг генерала» китабының (2006) авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Солтанай ауылынан.
- Йосопов Харис Монасип улы (1929—7.06.2009), спортсы-көрәшсе, тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1995). Дзюдо буйынса СССР-ҙың (1975) һәм РСФСР-ҙың (1969) атҡаҙанған тренеры, классик (1959) һәм ирекле (1960) көрәш, самбо (1967) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, дзюдо буйынса халыҡ‑ара (1975), самбо буйынса Бөтә Союз (1970) категориялы судья. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, СССР-ҙың физик культура отличнигы (1989). Почёт (2005) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры. Салауат районының почётлы гражданы.
Дөйөм исемлек
- 1420: Альбрехт фон Эйб, Германия гуманисы, рухани.
- 1815: Евгения Тур (төп исеме Елизавета Васильевна Салиас-Де-Турнемир), Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1845: Кенәз Лев Голицын, Рәсәй империяһында вино яһауға нигеҙ һалыусы, Массандра һәм Абрау-Дюрсо шарап етештереү үҙәктәрен асыусы.
- 1865: Фердинанд I, дәүләт эшмәкәре, 1914—1927 йылдарҙа Румыния короле.
- 1870: Владимир Пуришкевич, Рәсәй империяһы сәйәсмәне.
- 1875: Эдуар Ньюпор, Франция авиаконструкторы, лётчик.
- 1899: Хорхе Луис Борхес, Аргентина прозаигы, шағир һәм публицист.
- 1935: Юрий Клепиков, СССР һәм Рәсәй драматургы, сценарист һәм актёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- 1940: Вячеслав Костиков, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, дипломат, журналист һәм яҙыусы.
- 1945: Кен Хенсли, Англияның рок-музыканты, «Uriah Heep» төркөмө ағзаһы.
- 1960: Такаси Миикэ, Япония кинорежиссёры.