28 март — григориан стиле буйынса йылдың 87-се (кәбисә йылында 88-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 278 көн ҡала.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Халыҡ-ара
- Ер: Кер йыуыу машинаһының тыуған көнө (1797).
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Розалиә Солтангәрәева (1955), ғалим-фольклорсы, сәсән. 1982 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1991 йылдан — өлкән, 2003 йылдан — төп, 2007 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре докторы (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Халыҡ ара аҡындар, йырсылар һәм дастансылар конкурсы (Алматы, 1996), Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсы (1984) һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия (1991) лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Арефьева Нина Алексеевна (1941), ғалим-оториноларинголог, йәмәғәтсе. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан оториноларингология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1991–2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш оториноларингологы. 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһы Оториноларингологтар ассоциацияһы, 1998—2003 йылдарҙа Рәсәй ринологтар йәмғиәте президенты. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1988).
- Сафин Шамил Мәхмүт улы (1956), ғалим-нейрохирург. 1980 йылдан Республика клиник дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 2001 йылдан бүлек мөдире; 2007 йылдан «Нейрохирургия» республика махсус йүнәлешле медицина ярҙамы үҙәге етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Куликов Владимир Иванович (1966—4.11.2021), инженер-механик, муниципаль хеҙмәткәр. 2016—9.10.2021 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы. Йәштәр сәйәсәте өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән шул уҡ ҡаланан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ғәбдулхаҡов Рафаил Ахвас улы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, балалар табибы. 1976 йылдан Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһының табип-педиатры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Штәнде ауылынан.
- Раил Кучуков (1952), опера йырсыһы. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры вокалсыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2000) артисы. Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1982) һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы (1978) лауреаты.
- Сәлихова Зайфа Мирғазиян ҡыҙы (1957), уҡытыусы, журналист, тәржемәсе һәм шағир. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006). Фәтих Кәрим һәм Динис Бүләков исемендәге әҙәби премиялар һәм «Ижад шишмәләре—1999» әҙәби фестивале лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылынан.
- Винклер Наталья Михайловна (1962), Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге етәксеһе, Башҡортостан Республикаһынаң атҡаҙанған архитекторы.
- Ғәйнанова Нурия Камалетдин ҡыҙы (1942), юғары мәктәп ветераны, ғалим-физиолог. Биология фәндәре докторы (1992), профессор (1995). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән Прокопьевск ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ҡайбышев Оскар Әкрәм улы (1939—2.06.2017), ғалим-металлофизик, юғары мәктәп уҡытыусһы, йәмәғәт эшмәкәре. 11-се саҡырылыш СССР Юғары Советы Милләттәр Советының Башҡорт АССР-ынан депутаты (1984—1989). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының ижтимағи академияһы ағзаһы. Техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). А. А. Бочвар исемендәге премия лауреаты (2002). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980) һәм 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1999) ордендары кавалеры.
- Юричка Юрий Иванович (1939), педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1980—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының кафедра мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1992), профессор (1994). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1999) һәм мәғариф отличнигы (1995). Сығышы менән Украинаның Люта ауылыынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1845: Павел Голубицкий, Рәсәй империяһының телефония өлкәһендә эшләгән уйлап табыусыһы.
- 1868: Максим Горький, Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы, прозаик, драматург.
- 1900: Пантелеймон Норцов, СССР йырсыһы, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1947).
- 1905: Илья Зильберштейн, сәнғәт һәм әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты.
- 1925: Дмитрий Гнатюк, йырсы, режиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1960), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985), Украина Геройы (2005).
- 1925: Смоктуновский Иннокентий Михайлович, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры.
- 1925: Игорь Бельский (1925), СССР-ҙың балет артисы, хореограф, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1966).
- 1986: Леди Гага, АҠШ йырсыһы, бейеүсе, ди-джей, композитор.
- 1990: Екатерина Боброва, Рәсәй фигурисы, 2014 йылғы олимпия чемпионы.