17 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 168-се (кәбисә йылында 169-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 197 көн ҡала.
- БМО: Ерҙе ярлыландырыу һәм ҡоролоҡ менән көрәш көнө.
Рәсми булмаған
Ер: Крокодилдар көнө.
- Һөнәри байрамдар
Рәсми булмаған
- Ер: Суп йыйыусы көнө.
- Әзербайжан: Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө.
тулы исемлек
- 1970: АҠШ ғалимы һәм уйлап сығарыусы Эдвин Лэнд «Polaroid» камераһына патент ала.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Севастьянова Нина Васильевна (1920—2010), педагог, 1939—1978 йылдарҙа Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы (1940), ғалим-инженер-механик, математик, фән һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1993—2006 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге президиумы рәйесе, 1995—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты. 2006 йылдан Мәскәүҙәге Рәсәй Фәндәр Академияһының Океанология институты директоры, бер үк ваҡытта 2010 йылдан Мәскәү дәүләт университетының газ һәм тулҡын динамикаһы кафедраһы мөдире. Рәсәй Фәндәр академияһы (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы (1997) академигы, физика-математика фәндәре докторы (1971), профессор (1974). Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1983), Ленин комсомолы премияһы (1973), Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2012) лауреаты. Почёт (2000) һәм 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2011) ордендары кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1920: Сэцуко Хара, Япония актрисаһы.
- 1925: Александр Шульгин, АҠШ-тың химик-фармакологы, психоактив матдәләрҙе эшләүсе.
- 1929: Тигран Петросян, СССР шахматсыһы, 9-сы донъя чемпионы.
- 1945: Эдди Меркс, Бельгия спортсыһы, велосипедта уҙышыусы, «Тур де Франс» һәм «Джиро д’Италия» турнирҙарының күп тапҡыр еңеүсеһе.
- 1945: Игорь Яковенко, Рәсәй культурологы, философ, хоҡуҡ яҡлаусы.
- 1970: Саша Сокол, Мексика йырсыһы, актриса һәм телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1980: Винус Уильямс, АҠШ тенниссыһы, халыҡ-ара турнирҙарҙың күп тапҡыр еңеүсеһе.