21 август — григориан стиле буйынса йылдың 233-сө (кәбисә йылында 234-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 132 көн ҡала.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Халыҡ-ара
- Терроризм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Ер: Макияшһыҙ һәм косметикаһыҙ көн.
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Вяткин Михаил Порфирьевич (1895—7.12.1967), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1934 йылдан СССР Фәндәр академияһы Тарих институты Ленинград бүлексәһенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1957—1967 йылдарҙа директоры; 1945—1957 йылдарҙа Ленинград педагогия институтының СССР тарихы кафедраһы мөдире. Ҡырғыҙ ССР-ы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1954), тарих фәндәре докторы (1944), профессор (1945). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1965). Фәнни хеҙмәттәре күсмә халыҡтар тарихына һәм Рәсәй империяһының социаль-иҡтисади тарихына, шул иҫәптән 20-се быуат башында Уралдағы тау сәнәғәте үҫешенә арналған. Сталин премияһы лауреаты (1948). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (1841—28.06.1907), башҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист.
- Ғатауллин Шакирйән Нурый улы (1936—16.12.2002), уҡытыусы, еңел атлетика һәм саңғы спорты буйынса тренер. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.
- Козлов Анатолий Александрович (1946—3.11.2004), журналист. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1967—2004 йылдарҙа «Советская Башкирия» һәм «Республика Башкортостан» гәзиттәре хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1982 йылдан — бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостан Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Васильевка ауылынан.
- Сәлихов Әмир Әғләм улы (1961), хеҙмәт алдынғыһы. 2002—2017 йылдарҙа Күмертауҙағы «Акрополь» йәмғиәте эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2011). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе Экибастуз ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Лоҡманов Рәсих Сәләх улы (1942—2.11.2019), педагог, комсомол, мәғариф һәм партия органдары, матбуғат хеҙмәткәре. 1965 йылдан ВЛКСМ-дың Белорет район комитеты секретары; 1969 йылдан Белорет район мәғариф бүлеге мөдире; 1978 йылдан КПСС-тың Ҡыйғы район комитеты секретары; 1980 йылдан КПСС-тың Учалы ҡала комитеты инструкторы; 1991—1999 йылдарҙа Учалы районының «Яйыҡ» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982).
- Клюев Александр Владимирович (1952), ғалим-юрист, комсомол һәм дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1978 йылдан Башҡортостан студент төҙөлөш отряды комиссары; 1981—2000 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитеты һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре. 2001—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2004). Полковник (2005).
- Хөснийәров Ирек Вәғиз улы (1972), спортсы, тренер. Олимпия резервының Октябрьский ҡалаһындағы 3-сө спорт мәктәбенең спорт ориентирләшеүе буйынса тренеры. Рәсәйҙең спорт мастеры.
- Мәғсүмов Илшат Илдар улы (1987), хужалыҡ хеҙмәткәре. 2011 йылдан Дүртөйлө ҡалаһындағы тротуар плиткаһы эшләүсе «Мир камня» предприятиеһы директоры. Йәштәрҙең бизнес-проекты республика конкурсы Грантын яулаусы (2011). Сығышы менән ошо ҡаланан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1660: Анри Готье, Франция ғалимы, геолог, күперҙәр һәм юлдар проектлаусы.
- 1735: Тобиас Фюрно, Англияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе, офицер.
- 1805: Август Бурнонвиль, Дания балетмейстеры, хореограф һәм педагог.
- 1935: Анатолий Гладилин, СССР яҙыусыһы, диссидент.
- 1935: Владимир Туриянский, СССР шағиры, композитор, бард.
- 1955: Сергей Сельянов, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
- 1975: Алисия Уитт, АҠШ актрисаһы, йырсы.
- 1986: Усэйн Болт, Ямайка еңел атлеты. Һигеҙ тапҡыр олимпия, 11 тапҡыр донъя чемпионы.