23 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 174-се (кәбисә йылында 175-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 191 көн ҡала.
Рәсми булмаған
- Яҙыу машинкаһы тыуған көн.
- Үпкә-рәнйеүҙәрһеҙ көн.
Һөнәри байрамдар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Шәрифйәнов Измаил Ибраһим улы (1940), ғалим-тарихсы. 1987 йылдан Ҡазан дәүләт университеты һәм Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—2010 йылдарҙа яңы һәм өр-яңы тарих кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Татарстан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ҡазан университетының атҡаҙанған профессоры (2010). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Абдуллин Миңлеғәле Мөхәмәтғәле улы (1955), спортсы. Саңғы ярышы буйынса 1980—1988 йылдарҙа СССР-ҙың, 1993—2000 йылдарҙа Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Һаңғырауҙар араһында Бөтә донъя ҡышҡы уйындарының (1983) ике тапҡыр чемпионы, эстафетала Европа (2000) чемпионы, 10, 15 һәм 30 километрға ярыштарҙа СССР (1980—1985) һәм РСФСР (1980—1985, 1988) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Урал ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Йәрмөхәмәтова Мәфрүзә Заһир ҡыҙы (1951), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-педиатр. 1976 йылдан Күгәрсен районы Йомағужа ауылы участка дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Воротникова Людмила Петровна (1956), театр актёры, режиссёр. 1982 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1996 йылдан Стәрлетамаҡ рус драма театры актёры, 1999 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әйҙәүсе актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһе Панин районы Ҡыҙыл Лиман ауылынан.
- Ғәлиев Фәрит Хәтип улы (1956), ғалим-хоҡуҡ белгесе. 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Нуғай ауылынан.
- Петровская (Лесунова) Людмила Витальевна (1971), журналист. 1995 йылдан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәре: етәксе, 2002 йылдан иҡтисад бүлеге мөдире — етәксе урынбаҫары, 2003 йылдан — «БашвестЪ» интернет гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, 2005 йылдан — генераль директорҙың махсус вәкиле, 2006 йылдан — «Башинформвидео» хеҙмәте генераль директорының махсус вәкиле — етәксеһе; 2008 йылдан — «Ардо» (Өфө) ижади берекмәһе директоры. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Чабанова Елена Ивановна (1908—28.05.1987), малсы. 1931—1957 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозының быҙау ҡараусыһы. Ленин ордены кавалеры (1957). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Кваркен районы Ново-Курский ауылынан.
- Лунёв Павел Петрович (1913—20.09.1968), зоотехник. 1955 йылдан Хәйбулла районы «Красный доброволец» колхозы рәйесе, 1962 йылдан — район ветеринария аптекаһы мөдире, 1965—1968 йылдарҙа Степной совхозы зоотехнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1957). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһе Үрге Урал районы Ҡарағай ауылынан.
- Черкасов Владимир Иванович (1918—22.10.1943), 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһындағы алыштарҙа ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, пулемёт расчёты командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Иванова Валентина Васильевна (1943), Бәләбәй районы үҙәк мәҙәниәт һарайының «Русские звоны» халыҡ хоры етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Иванов Пётр Фёдорович (1943), инженер-химик-технолог, йәмәғәтсе. 1971 йылдан Туймазы химик машиналар эшләү заводының баш инженер урынбаҫары, баш инженеры, 1976 йылдан — директоры; 1994 йылдан Туймазы ҡала хакимиәте башлығы; Башҡортостан Юғары Советының халыҡ депутаты (1990—1995), беренсе саҡрылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Рәсәйҙең һөнәри-техник белем биреү отличнигы. Сығышы менән Украинаның Ворошиловград өлкәһенән.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1889: Анна Ахматова, Рәсәй империяһы, Совет Рәсәйе һәм СССР шағиры, тәржемәсе һәм әҙәбиәт белгесе.
- 1910: Жан Ануй, Франция драматургы.
- 1925: Усман Әхмәтйәнов, СССР режиссёры, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1976).
- 1930: Донн Фултон Айзели, АҠШ-тың хәрби осоусыһы, НАСА астронавы.
- 1935: Әнәс Хәсәнов, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- 1940: Стюарт Сатклифф, Британия рәссамы, музыкант, «The Beatles» төркөмөнең беренсе бас-гитарасыһы.
- 1945: Джон Гаранг, Судандың Азатлыҡ Халыҡ Армияһы етәксеһе, илдең вице-президенты.
- 1965: Валерий Меладзе, йырсы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006).
- 1995: Данна Паола, Мексика йырсыһы, актриса.