26 июль — григориан стиле буйынса йылдың 207-се (кәбисә йылында 208-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 158 көн ҡала.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Халыҡ-ара
- Ер: Эсперанто көнө.
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ниғмәтуллин Ғәлимйән Әмирйән улы (ижади псевдонимы Ғәлимйән Ниғмәти; 1897—4.11.1941), журналист, әҙәбиәт белгесе. 1926 йылдан «Кызыл Татарстан» гәзитенең, 1928 йылдан — Татиздаттың баш мөхәррире; 1931—1932 йылдарҙа «Яналиф» журналының яуаплы мөхөрире, бер үк ваҡытта 1929 йылдан Татар педагогия институты уҡытыусыһы, 1934—1937 йылдарҙа татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусыларҙың бөтә Союз съезы делегаты (1934). Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылынан.
- Калегин Анатолий Александрович (1952), инженер-энергетик. 1974 йылдан хәҙерге Дүртөйлө электр һәм йылылыҡ селтәрҙәренең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1994—2012 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2002). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Калегин Юрий Александрович (1957), хәрби хеҙмәткәр, инженер-подполковник. 1974—2002 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәре хеҙмәткәре. Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Әбүбәкерова Суфия Фиҙаил ҡыҙы (1957), табип һәм йәмәғәтсе. 1999-2016 йылдарҙа Архангел район үҙәк дауаханаһының баш табибы, 2012 йылдан район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Абдуллин Айҙар Риват улы (1962), инженер, философ-ғалим. 1984 йылдан Өфө аэропорты инженеры, 1986 йылдан ВЛКСМ дың Өфө район комитеты секретары, 1988 йылдан — Өфө авиация техникумының лаборатория мөдире, 1991—1992 йылдарҙа Өфө авиация институтының ғилми хеҙмәткәре; 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы социалогик фәндәр бүлегенең ғилми секретары, 2002 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты, 2003 йылдан — Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2002), профессор (2009).
- Ғүмәрова Зарина Азат ҡыҙы (1992), спортсы. Карате (2010) һәм кикбоксинг (2014) буйынса спорт мастерлығына кандидат. Кикбоксинг буйынса Рәсәй (2007) һәм Башҡортостан (2009) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Булат ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ғәфүров Олег Гәрәй улы (1938), инженер-ғалим, нефтсе. 1962 йылдан «Башзападнефтеразведка» тресының быраулаусы ярҙамсыһы, мастеры, «Арланнефть» нефть промыслалары идаралығы инженеры; 1963 йылдан «Аксаковнефть» нефть промыслалары идаралығы инженеры, өлкән инженеры, төркөм етәксеһе; 1965 йылдан «Башнипинефть» институтының өлкән инженеры, өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире. Техник фәндәр кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Аксёнов ауылынан.
- Исламова София Ғиззәт ҡыҙы (1948), зоотехник-ғалим. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2004), биология фәндәре кандидаты (1993), профессор. Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәре (2011), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005).
- Вәлиева Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы (1953), табип. 1990—2020 йылдарҙа Күмертау ҡала дауаханаһы терапевы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Зиннуров Рафаил Нариман улы (1953), хоҡуҡ белгесе, дәүләт органдары хеҙмәткәре, яҙыусы, скульптор, йәмәғәтсе. 2013—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдарынан Рәсәй Федерация Советы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2003). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев (2013) ордендароы кавалеры, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1993).
- Асҡарова Баныу Рәхмир ҡыҙы (1963), педагог. 1985 йылдан (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы. 1986 йылдан ВЛКСМ район комитеты секретары — мәктәптәр бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2007). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Ҡолбирҙе ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1844: Илья Репин, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1856: Джордж Бернард Шоу, Бөйөк Британия яҙыусыһы, драматург, Нобель премияһы лауреаты.
- 1875: Антонио Мачадо-и-Руис, Испания шағиры.
- 1875: Карл Густав Юн, Швейцария психиатры, психолог һәм философ.
- 1885: Андре Моруа, Франция яҙыусыһы.
- 1890: Дэниел Дж. Каллаган, АҠШ-тың хәрби-диңгеҙ флоты эшмәкәре, контр-адмирал.
- 1900: Аделина Адалис, СССР шағиры, яҙыусы, тәржемәсе.
- 1900: Жак Феврие, Франция музыканты, пианист.
- 1920: Константин Рудницкий, СССР-ҙың театр тәнҡитсеһе һәм тарихсыһы.
- 1928: Стэнли Кубрик, АҠШ кинорежиссёры, продюсер.
- 1945: Хелен Миррен, Англия актрисаһы, «Оскар» премияһы эйәһе.
- 1955: Әсиф Әли Зардари, дәүләт эшмәкәре, 2008—2013 йылдарҙа Пакистан президенты.
- 1955: Александр Старков, СССР футболсыһы, Латвияның футбол тренеры.
- 1970: Андрей Григорьев-Апполонов, Рәсәй йырсыһы, «Иванушки International» төркөмө солисы.
- 1980: Дэйв Бэкш, Канада музыканты, «Sum 41» панк-рок төркөмө гитарисы.
- 1985: Гаэль Клиши, Франция футболсыһы, «Истанбул Башакшехир» клубы һәм ил йыйылма командаһы һаҡсыһы.