28 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 271-се көнө (кәбисә йылында 272-се). Йыл аҙағынаса 94 көн ҡала.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Халыҡ-ара
БМО : Бөтә донъя диңгеҙ көнө (сентябрҙең дүртенсе кесаҙнаһы).
: Белеүгә хоҡуҡ көнө.
Аслыҡтан азат булыу көнө.
Ломбардтың тыуған көнө.
Милли
Төбәк байрамдары
Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
Франк Лев Александрович (1946), музыкант -пианист. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, пианистарҙың Италияла уҙған халыҡ-ара конкурсы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Һамар ҡалаһынан.
Әкбәров Рәфиз Әхмәтзыя улы (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим -агроном. 1978—2017 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылға тиклем — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1990—1995 йылдарҙа агрономия факультеты деканы урынбаҫары. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Ҡыйғаҙы ауылынан.
Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы (1951), ғалим-химик . 1975 йылдан Органик химия институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1995 йылдан — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2008 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). А. Н. Несмеянов исемендәге премия лауреаты (1999).
Андреев Игорь Владимирович (1956), спорт ветераны. «Динамо» ДСО-һының Башҡортостан өлкә советы тәрбиәләнеүсеһе. 1980—1984 йылдарҙа хәҙерге бишбәйге буйынса СССР һәм РСФСР-ҙың йыйылма командалары ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
Сапаров Ильяс Усман улы (1928—18.03.1991), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1946 йылдан Баймаҡ районы Фрунзе исемендәге колхоз тракторсыһы, 1958—1963 йылдарҙа механик, 1967 йылдан инженер-механик, 1970—1989 йылдарҙа бригадир ярҙамсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Ишмырҙа ауылынан.
Глижинский Николай Дмитриевич (1948), техник-монтажсы. 1970—2007 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Рәсәйҙең Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районының Мәҡсүт ауылынан.
Хәлисов Марат Хаммат улы (1948), ауыл хужалығы, партия һәм урман хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1971 йылдан Әбйәлил районы Киров исемендәге колхоздың ферма мөдире, зоотехнигы, партком секретары; 1980—1981 йылдарҙа КПСС -тың Йылайыр район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире; 1992 йылдан Әбйәлил урман хужалығы директоры. Район советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы. Сығышы менән ошо райондың Ишбулды ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек