28 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 59-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 306 көн ҡала (кәбисә йылында 307).
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Халыҡ-ара
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Искәндәров Рим Сәйетбаттал улы (1931—2010), ғалим-әҙәбиәт белгесе, мәғариф эшмәкәре. 1956—1998 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1964 йылдан директор урынбаҫары, 1965 йылдан — директоры. Башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр һәм уҡытыу методик әсбаптар авторҙашы. Филология фәндәре кандидаты (1980). Рәсәй Федерацияһы (1993) һәм Башҡорт АССР-ы (1982) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1977) отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Бишауыл-Уңғар ауылынан.
- Хәсәнов Юлай Иҙрис улы (1931—21.01.2010), мәғариф эшмәкәре. 1949 йылдан Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965 йылдан Йәнгел урта мәктәбенең директор урынбаҫары, 1967—1992 йылдарҙа — директоры. РСФСР (1976) һәм Башҡорт АССР-ы (1980) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1967) отличнигы. Ленин (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1971) кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Дауыт ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Тереғолов Рал Ғиниәтулла улы (1922—11.09.1998), ғалим-табип. 1952 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971—1987 йылдарҙа патофизиология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989) һәм БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
- Ғәйнуллин Ғабдулхаҡ Хәйрулла улы (1932—2021), дәүләт хеҙмәткәре, журналист. 1982—1995 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының яуаплы хеҙмәткәре. 1960 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1992).
- Гәрәев Вил Мулла улы (1937), юғары мәктәп ветераны, ғалим-иҡтисадсы. 1964—2004 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1969 йылдан уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1984 йылдан сәйәси иҡтисад кафедраһы мөдире; 1987 йылда һәм 1990—1993 йылдарҙа — фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта фәнни‑техник прогресс иҡтисады һәм идара итеү кафедраһы мөдире; 2005—2010 йылдарҙа «Пилот» Технологик системалар ғилми-тикшеренеү институтының Инновация үҙәге директоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1969), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987). Октябрь Революцияһы (1982) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры.
- Ғәбдулхаҡов Рафаил Ахвас улы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, балалар табибы. 1976 йылдан Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһының табип-педиатры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Штәнде ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әмиров Рәсим Зәкәриә улы (1923—2.12.1995), ғалим-терапевт. 1952 йылдан Мәскәүҙәге Ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ғилми-тикшеренеү институты, 1960 йылдан — Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы институты, 1964 йылдан — СССР Медицина фәндәр академияһының Туҡланыу ғилми-тикшеренеү институты, 1985 йылдан — Бөтә Союз медицина реабилитацияһы һәм физик терапия ғилми үҙәге хеҙмәткәре. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1970). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1977).
- Муҡаев Тәүфиҡ Зәкир улы (1933), механизатор. 1952—1993 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозы тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры. РСФСР (1957) һәм Башҡорт АССР-ы (1974) Юғары Советтары Президиумдарының Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Юлыҡ ауылынан.
- Ғөбәйҙуллина Елена Солтан ҡыҙы (1938), педагог. 1985—1995 йылдарҙа Учалы районы Уральск урта мәктәбе директоры. «Ирәмәл» балалар ижад үҙәген ойоштороусы һәм уның етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Сираева Әлфиә Салауат ҡыҙы (1978), ғалим-табип, дәүләт хеҙмәткәре. 2008 йылдан Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органының әйҙәүсе эксперты. Медицина фәндәре кандидаты (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан.
- Сәмиғуллина Анна Сергеевна (1978), ғалим-тел белгесе. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының инглиз теле кафедраһы уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2009), профессор. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Бикбулатов Нәжих Тайып улы (1919—1.04.1986), токсиколог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте полковнигы (1956). 1974—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының фәнни эштәр буйынса проректоры. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1976). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Ике 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), өс Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945, 1956) һәм «Почёт Билдәһе» (1964) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Яппаров Хажғәле Муллағәле улы (1929), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, иҡтисадсы-ғалим. 1969—1991 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1967), доцент (1969). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, РСФСР-ҙың юғары мәктәбе отличнигы.
тулы исемлек
- Копылов Игорь Александрович (1939—5.10.2002), спортсы, шахматсы. 1984—1990 йылдарҙа СССР-ҙың йыйылма командаһы ағзаһы. Шахмат буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1999) һәм күренекле спортсыһы (1994).
- Галямшин Ренат Биктимирович (1949—8.11.2020), агроном, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1981—2009 йылдарҙа Тәтешле районы «Дэмен» хужалығы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1996 йылдан «Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, 2015 йылдан — почётлы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2009). Саңғы спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, еңел атлетика буйынса мастерлыҡҡа кандидат.
- Ғәйнетдинов Алик Рәсим улы (1954), шахтер. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Учалы ер аҫты руднигы шартлатыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған шахтеры.
- Фәтихова Алевтина Леонтьевна (1954), педагог-ғалим. 1981—1983 һәм 1989—1996 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы) башланғыс синыфтар факультетының декан урынбаҫары. Педагогика фәндәре докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
- Шәмиғолов Урал Рәйес улы (1964—26.05.2015), юрист. Афған һуғышында (1982—1984) һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә (2006) ҡатнашыусы. 1991 йылдан эске эштәр органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2006—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры урынбаҫары — Кадрҙар идаралығы начальнигы, милиция полковнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Комсомольск ауылынан.
Дөйөм исемлек