4 июль — григориан стиле буйынса йылдың 185-се (кәбисә йылында 186-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 180 көн ҡала.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Халыҡ-ара
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Юхин Иван Петрович (1935—14.05.2016), агроном-ғалим. 1968 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1977 йылдан техник культуралар лабораторияһы мөдире, 1984 йылдан — институт директорының фән буйынса урынбаҫары, 1998 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан — бүлек мөдире. 2001 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2000). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Грачи ауылынан (1970-сы йылдарҙа бөткән).
- Рәхмәтуллин Рим Хөрмәт улы (1940 ), нефтсе-ғалим, хужалыҡ, дәүләт, партия һәм комсомол органдары хеҙмәткәре. 1983—1987 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. Техник фәндәр кандидаты (1980). Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Өфө ҡалаһы Октябрь районының почётлы гражданы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1790: сэр Джордж Эверест, Британия географы, геодезист.
- 1815: Павел Федотов, Рәсәй империяһы рәссамы, график.
- 1880: Стеллан Рюэ, Дания кинорежиссёры.
- 1900: Робер Деснос, Франция шағиры, яҙыусы һәм журналист.
- 1910: Зифа Басирова, СССР-ҙың театр актёры, йырсы, Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы, ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- 1910: Глория Стюарт, АҠШ актрисаһы.
- 1927: Джина Лоллобриджида, Италияның кино актёры.
- 1930: Фрунзик Мкртчян, СССР һәм Әрмәнстандың театр һәм кино актёры, театр режиссёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1930: Юрий Тюкалов, СССР спортсыһы, тренер, рәссам һәм архитектор. Академик ишеү буйынса атҡаҙанған спорт мастеры һәм атҡаҙанған тренер. СССР-ҙың беренсе олимпия чемпионы
- 1930: Штефан Угер, Словакия кинорежиссёры, сценарист.
- 1940: Алла Латынина, СССР һәм Рәсәйҙең әҙәбиәт белгесе, әҙәби тәнҡитсе һәм журналист.
- 1945: Агнеш Храницки, Венгрия кинорежиссёры.
- 1950: Артём Тарасов, СССР һәм Рәсәй эшҡыуары, сәйәсмән, СССР-ҙың беренсе рәсми миллионеры.
- 1975: Армен Гаспарян, Рәсәй журналисы, радио тапшырыуҙар алып барыусы, яҙыусы һәм йәмәғәтсе.